ЯР БЕСНӘГЕ
2. Нимәнелер булдырыу, әҙерләү, хәстәрләү. □ Готовить. * Ҡайҙа ялған документ яраштырып, ҡайҙа ришуәт биреп, улар судты уҙ тарафтарына, уҙ файҙаларына бороп ебәрҙе [дәғуәселәр]. Ә. Хәкимов.
ЯРАШҺЫҘ (Р.: неуместный; И.: inappropriate; T.: uygunsuz) с.
Тура килмәгән, тап килмәгән. □ Неуместный, неподходящий. ■ Бураншин дәу килбәтенә ярашһыҙ нескә тауыш менән ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ЯРАШЫУ I (яраш ) (Р .: мириться с кем\ И.: make it up, be reconciled; T.: uzlaşmak) ҡ.
1. Боҙолған араны төҙәтеү, татыулашыу; килешеү. □ Мириться с кем. Тиҙ генә ярашыу. М Хәтирә генә бер нисә тапҡыр ярашырға, иҫке дуҫлыҡты яңыртырға уҡ-талды-уҡталыуын, ләкин Бибисара яҡын да килмәне. Ә. Хәкимов. Әнисә хәҙер Ҡыҙырасҡа - уҡытыусы алдына барып уҙ ғәйебен таныған, хәҙер Юлдаш менән барып ярашырға торған батыр кешегә - «ағай» тип әйтмәй һис тә булдыра алманы. 3. Биишева. • Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр. Мәҡәл.
2. Нимә менәндер риза булыу; килешеү. □ Согласиться, примириться. Заман талаптарына ярашыу. Ярашып йәшәу. Ярашып эшләу.
3. Үҙ-ара тап килеү. □ Соответствовать чему, согласиться с чем, сочетаться, гармонизировать. ■ һәр сәскә, һәр уҫемлек, һәр бөжәк тәбиғәт менән ярашып йәшәй. Т. Ғарипова. Әле иһә ул [Ҡәбир] алған белеменең, белем алғанда формалашҡан ҡараштарының реаль тормош тәртиптәре менән ярашып етмәуен аңланы. Ә. Вәли.
4. лингв. Үҙ-ара тап килеү. □ Согласовываться. // Согласование. Өндәрҙең ярашыуы.
5. диал. Ҡыҙ әйттереү; йәрәшеү. □ Сватать. ■ [Зөлфиә] егете менән ярашҡандар, туй көндәре билдәләнгән. Г. Ғиззәтуллина.
ЯРАШЫУ II (Р.: договор; И.: treaty; Т.: anlaşma) и. ҡар. килешеү IV.
Дәүләт, юридик йәки физик шәхестәрҙең үҙ-ара һөйләшеп төҙөгән рәсми йөкләмә ҡағыҙы. □ Договор, перемирие. Ярашыу
төҙөу. Ярашыу яһау. ■ Совет Рәсәйе араһында ярашыу булыуға ҡарамаҫтан, баштарына еҙ каскалар кейгән, шырт кеуек тырпайып торған мыйыҡтары, тонған куҙҙәре менән йыртҡысты хәтерләтеусе герман һалдаттары килеп тулдылар. X. Мохтар.
ЯРАШЫУ III (Р.: согласование; И.: concord; T.: teradüf) и. гром.
Эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙ менән бер үк затта һәм һанда килеүе. □ Согласование. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Ярашыу бәйләнеше.
ЯРАШЫУСАНЛЫҠ (ярашыусанлығы) (Р.: приспосабливаемость; И.: adaptiveness; T.: adapte olabilme durumu) и.
Нимә менәндер тан килеү, тура килеү һәләте. □ Приспосабливаемость. Ярашыусанлыҡ критерийҙары. Үҫемлектәрҙең тәбиғәт шарттарына ярашыусанлығы. Социум-ға ярашыусанлыҡ һәләте.
ЯРА ЯПРАҒЫ и. диал. ҡар. юл япрағы.
Яра япрағы йыйыу. Яра япрағы һалыу. Яра япрағы сәскә атҡан.
ЯРБАЙ (Р.: неряшливый человек; И.: slovenly; T.: çapaçul) и. диал.
Өҫ-башын таҙа йөрөтмәгән, бөхтәлек етешмәгән, әрпеш кеше. □ Неряшливый человек, неряха. Ул ярбайҙан мәғәнә сыҡмаҫ, өҫ-башын да рәтләп йөрөтмәй. Ярбай булыу.
ЯРБАҠ ТАНАУ (Р.: широконосый; И.: platyrrhine; T.: geniş burunlu) с. диал.
Киң танаулы. □ Широконосый. Ярбаҡ танау ҡыҙ. Ярбаҡ танау бала. Ярбаҡ танау кеше.
ЯРБАҠТЫ (Р.: приветливый; И.: amiable; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. алсаҡ.
Асыҡ сырайлы, көләс, илгәҙәк. □ Приветливый, радушный. Ярбаҡты кеше. Ярбаҡты килен. Ярбаҡты бала. Ярбаҡты булыу.
ЯРБАН-ЙОРБАН р. диал. ҡар. ялп-йолп. Ярбан-йорбан килеу. Ярбан-йорбан ялтырау. Ярбан-йорбан куренеп ҡалыу.
ЯР БЕСНӘГЕ (Р.: трясогузка; И.: wagtail; T.: kuyruksallayan) и. диал. ҡар. сәпсек 1.
Оҙонсараҡ бәләкәй кәүҙәле, нәҙек оҙон ҡойроҡло, йүгереп йөрөгән турғай. □ Трясогузка (лат. Motacilla alba). Яр беснәге
515