ЯҺЫ
2. Йөн тетә торған ян. □ Шерстобитка. Яһы менән йөн тетеү.
ЯҺЫ III с. ҡар. яҫы. Яһы таҡта. Яһы ҡаш. Яһы бау.
ЯҺЫРЫУ (яһыр-) (Р.: хвастаться; И.: brag; swash; T.: övünmek) ҡ. диал. ҡар. маҡтаныу.
Үҙеңде, яҡыныңды, үҙ эшеңде йәки нәмәңде шәп итеп күрһәтеү. □ Хвастаться. Яһырып китеү. Яһырырға яратыу. Яһы-рырға әҙер генә тороу.
ЯҺӘЛӘТ [ғәр. (Р.: неграмотность; И.: illiteracy; T.: cehalet) и. иҫк. кит. наҙанлыҡ.
Уҡый-яҙа белмәгәнлек, наҙан булған хәл. □ Неграмотность, безграмотность. ■ Милләттең яһәләтенә вә китешенә ҡарағанда әллә ҡайҙа китеп булмай. М. Ғафури.
ЯЧЕЙКА [рус.] (Р.: ячейка; И.: mesh; Т.: bölük) и. иҫк.
1. map. СССР-ҙа 1919-1934 йылдарҙа ижтимағи ойошманың тәүге бүлеге (предприятиеларҙа, учреждениеларҙа, хәрби час-тарҙа). □ Ячейка. Волость ячейкаһы. Район ячейкаһы. Өйәҙ ячейкаһы.
2. тар. Тәүге партия, комсомол ойошмаһының элекке атамаһы. □ Ячейка. ■ Йомағол партияға керер өсөн ячейкаға ғариза биргән. М. Ғафури. Тәнәфес ваҡытында башын түбән эйгән хәлдә коридорҙа яңғыҙы ғына йөрөүсе Мәхфүзә янына комсомол ячейкаһының секретары Барый Рәхмәтуллин килде. Ғ. Хәйри. Дүрт коммунист бер тауыштан Гәүһәр Солтанованы ячейка секретары итеп һайланы. И. Ғиззәтуллин.
3. Дөйөм нәмәнең сөм бүлексәһе. □ Ячейка. Сейф ячейкаһы. Таблицаның ячейкаһы. Стеллаж ячейкаһы.
ЯШМУ Р (Р.: ящур; И.: foot-and-mouth disease; Т.: aft humması) и. диал. ҡар. телбешмә.
Ҡуштояклы малдарҙың һәм сусҡаларҙың үтә йоғошло ауырыуы (мал аша кешегә лә йоға ала). □ Ящур. һыйырында яшмур булған. Һөттән яшмур тапҡандар.
ЯШЫҠ (Р.: худой; И.: lean; gaunt; T.: zayıf) с.
1. Бик арыҡ, ныҡ ябыҡ, ҡоро һөйәктән торған. □ Худой, тощий (о животных). Яшыҡ ат. Яшыҡ бәрәс. Яшыҡ мал. ■ Ҡуранан яңы сыҡҡан яшыҡ аттар тарта алмай бизмәнләп тик тора. Ж. Кейекбаев. Яшыҡ ат артабан буш сананы ла тартырға теләмәне. 3. Биишева. • Яшыҡҡа сүп өйәләр. Әйтем.
2. Ябыҡ, ҡоро һөйәктән торған. □ Худой, костлявый. ■ Юл күрһәткәндәй, хужабикә керелсәнән ихатаға алдан төштө, яшыҡ ҡулын нәзәкәт менән баҡса аша һуҙылған һуҡмаҡҡа иҙәне. С. Шәрипов. Ахырҙа күтәрелеп Мөхәмәтшаға ҡараған яшыҡ әҙәмдең йөҙ-сырайында аптырау ҡатыш үртәлеү ғәләмәте сағылып китте. И. Ноғманов. Кәмә башында бөршәйеп ултырған һынһыҙ әҙәм, маймылдай оҙон, яшыҡ ҡулын һуҙып, ҡая аҫтындағы һыуға күрһәтте. Р. Вәлиев.
3. Ныҡ ябыҡ, майһыҙ. □ Нежирный, очень постный. Яшыҡ um. ■ [Мәҙинәнең] ҡаршыһында ғына ауыҙын сәпелдәтә-сәпелдәтә кинәнеп картуф, ҡарайып бөткән яшыҡ ҡына ит ашаған Малкин иһә - торғаны бер шапшаҡ әҙәм. Ә. Хәкимов.
4. күсм. Шаярырға, ҡоторорға яратыусан; шаян, шаталаҡ. □ Шаловливый. Яшыҡ кеше. Яшыҡ кейәү. Яшыҡ малай.
♦ Күк яшыҡ артыҡ ныҡ ябыҡ. □ Слишком худой. Ҡара яшыҡ үтә ныҡ ябыҡ. □ Очень худой, чересчур худой. Эт яшығы бик ныҡ шаталаҡ, шаян кешегә ҡарата әйтелә. □ Слишком весёлый, балагур. ■ [Ишмырҙа:] Бына һин, эт яшығы. Бар тиҙерәк Асылбай ҡурайсыны алып ин. Д. Юлтый.
ЯШЫҠЛАНЫУ I (яшыҡлан) (Р.: сильно похудеть; И.: slenderize, slim; T.: çok zayıflamak) ҡ.
Үтә ныҡ ябығыу. □ Сильно похудеть. Яшыҡланып йөрөү.
ЯШЫҠЛАНЫУ II (яшыҡлан-) (Р.: шутить; И.: jest; T.: şaka etmek) ҡ. диал.
Шаярып ҡыланыу; шаталаҡланыу. □ Шутить, шалить, озорничать. Яшыҡланып маташыу. Яшыҡланырға әҙер генә тороу, м Яҙға яшыҡланып ҡояш уйнай, тимгел-тимгел төшә нурҙары. Ғ. Амантай.
564