ЯҺЫ
яһаусы. Көршәк яһаусы. Я Ғәләүетдин уйынсыҡтар фабрикаһында ҡурсаҡтар яһаусы булып үткән йыл ғына эшләй башланы. Р. Кинйәбаев.
ЯҺАУСЫ II (Р.: заряжающий; И.: loader; T.: doldurucu) и.
Ата торған ҡоралдарға яһаҡ ҡуйыусы; ҡороусы. □ Заряжающий (тот, кто заряжает орудие). Туптын, яһаусыһы. ■ Яһаусылар кәбәккә броня тишә торған снарядтар тыҡтылар. И. Ғиззәтуллин.
ЯҺАУСЫ III (Р.: образующий; И.: forming; T.: yapıcı) с. лингв.
Барлыҡҡа килтереүсе. □ Образующий, образовательный. Һүҙ яһаусы. Форма яһаусы. Яңы һүҙ яһаусы аффикстар. Яһаусы ялғау.
ЯҺАШЫУ (яһаш-) ҡ. урт. ҡар. яһау I. взаимн. от яһау I. Айран яһашыу. Доклад яһашыу. Уйынсыҡ яһашыу. Я Ул [Тимер] аяҡ орсоғо сығырын үҙе яһамай, ә Ҡорбанов яһашып бирә. Б. Бикбай. Әминдең тау тимерлеген ҡорошҡан, уға ҡорал яһашҡан кеше шул Сураш ағаһы. Ғ. Хөсәйенов.
ЯҺИЛ [ғәр. JU] (Р.: злой; И.: weeked, perfidious; T.: kasıtlı, kötü) c.
1. Аҫтыртын, үтә ныҡ уҫал; яуыз. □ Злой, зловредный, коварный, мстительный. Яһил әҙәм. Яһил булыу. Яһил дошман. Я Сәлимдең ниндәй яһил икәнлеген Разия апай ҙа, Хәлимә үҙе лә яҡшы беләләр. Яр. Вәлиев. Ҡайһы сағында ул [ел-дауыл] бик ныҡ тулай ҙа юлында осраған бөтә нәмәне вата-ҡыйрата, .. хатта яһил аждаһаларҙы ла ҡармап, Ҡаф тауҙары аръяғына быраҡтыра, тиҙәр. Ғ. Ибраһимов.
2. иҫк. кит. Наҙан, уҡымаған, белемһеҙ. □ Неграмотный. Яһил кеше. ■ Кем наҙан, нәмәнең асылын белмәй ул, бер уға ғалим, яһил - унда айырма тапмай ул. М. Ғафури.
3. диал. Дөрөҫөн һөйләмәгән, алдаҡсы. □ Обманщик, лжец. Яһил бала. Яһил һатыусы. Яһил хеҙмәткәр.
4. диал. Кешеләрҙән әйберен ҡыҙғанған, ҡарун, һаран. □ Скупой, жадный. Яһил ҡарт. Яһил ҡәйнә.
ЯҺИЛЛАНЫУ (яһиллан-) (Р .: злодействовать; И.: act villainously; T.: hırslanmak) ҡ.
Яһилға, яуызға әйләнеү; яһил булыу. □ Злодействовать, становиться коварным, злым. Торған һайын яһилланыу. Я Әҙәм балаһы байыҡҡан, рәхәт йәшәгән һайын, ниңә үҙен мәйелһеҙерәк тота, яһиллана, һөмһөҙләнә бара, тар күңеллегә әйләнә икән? Н. Мусин. Эш өсөн, фронт өсөн тип яһилланды Хәлил ағайыңдар. Р. Камал.
ЯҺИЛЛАШЫУ (яһиллаш-) (Р.: злобствовать; И.: bear malice; T.: hırslanmak) ҡ.
Яһиллыҡ, уҫаллыҡ ҡылыу; уҫаллашыу. □ Злобствовать, проявлять злобу, злость. ■ [Тимур] былай булмай, тегеләй итергә кәрәк, тип яһиллаша, шунан үҙенең хаҡ түгеллеген күргәс, өндәшмәй. Р. Солтангәрәев. Ғәлиәхмәт һаман яһиллаша бирҙе. Р. Байымов.
ЯҺИЛЛЫҠ (яһиллығы) (Р.: злоба; И.: spite; T.: garez, kin) и.
1. Аҫтыртын уҫаллыҡ; яуызлыҡ. □ Злоба, коварство. Яһиллыҡ күрһәтеү. Я [Көнсө-бай:] Мирғәленең яһиллығы түҙә алмаҫ сиккә етте. Ш. Бикҡол. Яһиллығы, ҡанһыҙлығы менән даны сыҡҡан был әҙәмдең үлте-релеүе ғәҙел яза булһа ла, һис тә Еҙүкәй файҙаһына түгел. Ә. Хәкимов. Шундай ҙа сибәр ҡатынға тәбиғәт был тиклем дә яһиллыҡты ҡайҙан бирҙе икән?! - тип хайран ҡалды Ирназаров. X. Зарипов.
2. иҫк. кит. Белемһеҙлек, наҙанлыҡ. □ Неграмотность. Я Һәр кемдең сырхауы бер ғилләттер, тотош милләт сырхауы яһиллыҡтыр. М. Ғафури.
ЯҺМАР (Р.: куча сена; И.: heap of chaff and grain; T.: ot yığını) и. диал.
Бесән өйөмө; өйөрөм. □ Куча сена, ворох. Яһмарҙарҙы ташыу. Яһмарҙарҙы күбәгә өйөү.
ЯҺЫ I и. диал. ҡар. ян 1. • Яңғыҙҙың яһы ҡалһа ла табылмаҫ, ырыулының уғы ла юғалмаҫ. Мәҡәл.
ЯҺЫ II (Р.: гребень для счёсывания козьего пуха; И.: sort of special comb; T.: yün tarağı) и. диал. ҡар. ая II.
1. Дебетте таҙартыу, тетеү өсөн ҡулланылған тараҡлы ҡорал. □ Гребень для счёсывания козьего пуха. Яһы менән тарау. Яһы һабы. Дебетте яһы менән таҙартыу.
563