Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 562 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҺАТЫУ
ук бай, йыуан ҡайын бурәнәләрҙе бер-бере-һенә арҡан менән беркетеп, ауыр таҙғаҡ яһатты. И. Ноғманов. Шаляпин теләге менән Мариинский театр ихтыярына бирелгән атлы взводҡа ике көн оҙаҡ-оҙаҡ репетиция яһаттылар. Ф. Иҫәнғолов.
ЯҺАТЫУ II (яһат-) ҡ. йөкм. ҡар. яһау II. понуд. от яһау II. Мылтыҡты яһатыу. Ҡоралдарҙы яһатып ҡуйыу.
ЯҺАУ I (яһа-) (Р.: делать; И.: make; produce, create; T.: yapmak) ҡ.
1. Тейешле маҡсатҡа, сифатҡа килтереп нимәлер эшләү; эшләп бар итеү. □ Делать, изготавливать, создавать. // Изготовление. Кәмә яһау. Арба яһау. Кәрәк яһау. Умарта яһау. Уйынсыҡ яһау. ■ Хисбулла башта ҡыуыш ҡороп, Һөйөндөккә сәңгелдәк тағып бирҙе, ҡул ҡаҙан аҫырға өс таған яһаны.
3. Биишева. Кинйә, һис тә булмаһа, ҡоро ҡамыштан һал яһау яғын самаланы. Ғ. Ибраһимов. Курайҙан уҡ яһап көй уйнайым, уҙем генә тугел, ил менән. Халыҡ йырынан.
2. Үҙенә бер төрлө яраштырып әҙерләү (аш-һыуға ҡарата). □ Делать, готовить (еду). Айран яһау. Кымыҙ яһау. Кәһуә яһау. Супрә яһау. М [Сыртланов:] Буҙа яһау өсөн уҡыу кәрәкме ни? Буҙаны уны, ҡустым, һоло йәки арпа ярмаһынан эҫетеп эшләйҙәр. С. Агиш. Ошо арҡала Бибештец һағышы ла, ғазабы ла был арала икеләтә артып китте, һәр көн бата-сума Эйеккә биш-алты тапҡыр һыуға барыу, мал-тыуар ҡарау, ҡорот яһау кеуек иҫәпһеҙ-һанһыҙ өй эштәре бөтәһе лә уның өҫтөндә хәҙер. 3. Биишева. [Ғәзимә] кәзәләрҙе һауып, ҡымыҙ яһау эшенә кереште. Т. Ғарипова.
3. Ниндәй ҙә булһа эште, сараны ойоштороу; үткәреү. □ Делать, проводить, устраивать. // Проведение, устройство. Байрам яһау. Туй яһау. в Беҙҙең яҡта өмә яһау йолаһы бар: берәу өмәләп өйөн кутәреп ала, берәу йорт-ҡаралтыһын өмә яһап төҙәтеп ҡуя. С. Кулибай.
4. Исемдәр менән килеп, шул исемдән аңлашылған эште, сараны үтәгәнде, башҡарғанды белдерә. □ Делать, сделать (в сочетании с существительными означает действие, связанное со значением слова). Доклад
яһау. Гимнастика яһау. Йомғаҡ яһау. һығымта яһау. Кунекмә яһау. Операция яһау. Тәьҫир яһау. Ҡамасаулыҡ яһау. Шелтә яһау. Ишара яһау. К һәр алышта йылғырлыҡ, хәйләкәрлек, дошман көтмәгән аҙымды яһай белеу кәрәк. Ф. Аҡбулатова. Бөгөн Милованова клубта нефть тураһында лекция яһаны. Ә. Бикчәнтәев. Килке-килке иҫкән әсе ел, дала өҫтөндә тулҡын-тулҡын биҙәктәр яһап, ҡарҙы һеперә. А. Абдуллин.
5. Самауыр йәки сәйгүндән ағыҙып, сынаяҡҡа ҡойоу. □ Разливать, наливать. Сәй яһау. Кәһуә яһап сығыу. ■ Ул матур ҡыҙ Сафия ҡоймаҡ ташый ҙа сәй яһай. Ш. Бабич.
♦ Иш янына ҡуш яһау булған нәмәгә тағы өҫтәү, булғанды арттырыу. □ Добавлять. ■ Әсәйем ҡыш буйына кешегә йөн, сус иләп, йәйен көнлөкләп эшләп, иш янына ҡуш яһай торғайны. Т. Йәнәби.
ЯҺАУ II (яһа-) (Р.: заряжать; И.: load; T.: doldurmak) ҡ.
Атыр өсөн әҙерләп, яһаҡ (II) ҡуйыу; ҡороу. □ Заряжать. // Заряжение, зарядка.
■ Шафиҡ мылтығын яһарға маташып ҡараны. Булдыра алманы. Я. Хамматов.
ЯҺАУ III и. ҡар. яһаҡ II. Туп яһауы. Мылтыҡ яһауы. ■ Ғәйзулла бер атыуҙа йыртҡысты ергә һалды. Ул тиҙ генә яһауын алмаштырғансы, .. йыртҡыс Ғәйзуллаға ташлана. Т. Сәғитов. Ҡуяндай, урле-ҡырлы ырғанлап ҡасырһың, башҡа сараң юҡ, - тип Генка Шприц кеҫәһенән алты яһау килтереп сығарҙы. Р. Вәлиев.
ЯҺАУЛАУ (яһаула-) ҡ. ҡар. яһаҡлау.
■ Атай һыҙманы яһаулай-яһаулай ҡоторонған буреләрҙе берәмләп супләп ҡырып сыҡты. С. Кулибай.
ЯҺАУЛЫ (Р.: заряженный; И.: charged (with explosives); loaded; T.: dolu) с.
Яһаҡ (II) ҡуйыулы; яһаҡлы. □ Заряженный. ■ Сәйҙә эленеп торған яһаулы мылтыҡ уны [ирҙе] усекләгән кеуек куренә. Г. Яҡупова.
ЯҺАУСЫ I (Р.: мастер; И.: maker; creator; T.: usta) и.
Нимәлер яһаған, эшләгән кеше. □ Мастер, создатель, изготовитель. Арба яһаусы. Кәмә
562