Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 561 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҺАТЫУ
2. Ысын күңелдән булмаған, юрый. □ Неестественный, притворный, ложный, неискренний. Яһалма тауыш. Яһалма йылмайыу. Яһалма ҡыланыш. ■ Юлдаштың был көтөлмәгән яраҡһыҙ эшенә асыуланып, бөтә яһалма етдилеген юғалтҡан Юлай, башын һелкеп, сәсен бер нисә тапҡыр артҡа ташланы. 3. Биишева. Бикбулат, яһалма төҫ менән генә йылмайып, Кинйәгә табан ымланы. Ғ. Ибраһимов.
3. лингв. Тамыр һүҙгә ялғауҙар ҡушып барлыҡҡа килгән. □ Производный. Яһалма һуҙҙәр. Яһалма сифат. Яһалма исем. Яһалма ҡылым.
4. Ысын булмаған; ялған. □ Поддельный, ложный, подложный. Яһалма имза. Яһалма документ.
ЯҺАЛМА II (Р.: искусственно; И.: factitiously; T.: sahte) р.
Тәбиғи сифатына, ысын булмышына оҡшатып, шуға яҡын итеп эшләнгән. □ Искусственно. Малды яһалма рәуештә ҡасырыу. Яһалма аталандырыу. ■ Һәр бер алдынғы хужалыҡтағы һымаҡ, [фермала һыйырҙарҙы] яһалма тороҡтороу ойошторолған. Н. Ҡотдосов. 90-сы йылдарҙа һыйырҙарҙың симменталь һәм ҡыҙыл-сыбар тоҡомдарын яһалма аталандырыу ысулы ҡулланылғайны. «Юшатыр», 17 декабрь 2015.
ЯҺАЛМАЛЫҠ (яһалмалығы) и. ҡар. яһалмалылыҡ. Яһалмалыҡ билдәһе. ■ Бәләкәстәрҙә тойғоларын, куңел кисерешен йәшереу кеуек яһалмалыҡ юҡ. «Көнгәк», 30 сентябрь 2014.
ЯҺАЛМАЛЫЛЫҠ (яһалмалылығы) (Р.: неестественность; И.: pretence; theatricality; T.: sahtecilik) и.
Яһалма, ысын булмаған хәл-торош. □ Неестественность, притворство, неискренность. ■ Мөдир куҙен дә йоммай алданы, ләкин тыңлап тороусылар уның йөҙөнән саҡ ҡына шик килтерерлек тә яһалмалылыҡ әҫәре тапманы. Б. Бикбай. Яһалмалылыҡ, ниндәйҙер ярты-йорто тойғолар менән йәшәу - шағир кешегә улем менән бер ул. Н. Нәжми. Еҙукәйҙең уҙен тыйнаҡ тото-уында, ярандары менән тиң-ҡуш ҡыланы-
уында тамсы ла рыялыҡ, яһалмалылыҡ юҡ ине. Ә. Хәкимов.
ЯҺАЛЫУ (яһал-) ҡ. төш. ҡар. яһау I. страд, от яһау I. Яһалған нәмә. Операция яһалды. ■ Яһалғандан бирле дегет төҫө курмәгән тәгәрмәс аҡрын ғына, булеп-булеп кенә шығырлап килә лә ҡапыл әсе итеп һыҙғырып ебәрә. С. Агиш. Үҙ ғумерендә купте кургән был иҫке вагон эсендә ике ҡатлы һәндерә яһалғайны. Ғ. Аллаяров. Хәҙер килеп, Яҡуптың тормошонда яңы бер боролош яһалды. Ә. Байрамов.
ЯҺАЛЫШ (Р.: техника изготовления; И.: production technique; T.: yapım) и.
Эшләнеү рәүеше. □ Техника изготовления. ■ Кинйә янды алды ла, уның яһалышына куҙ һалмайынса ғына, керешен бөтә мөмкинлегенә кирҙе. Ғ. Ибраһимов.
ЯҺАНЫУ (яһан-) (Р.: готовиться; И.: get ready for; T.: hazırlanmak) ҡ.
1. Нимәлер эшләргә ниәтләнеү; әҙерләнеү.
□ Готовиться (к какому-л. действию). Алышҡа яһаныу. ■ Булат инде көрәктәй ҡулын йоҙроҡлап, яһанып бөткәйне, ләкин дуҫының тыныс хәрәкәте һәм һуҙе уның ярһыуын баҫты. Б. Бикбай. Карас батыр ҙа, .. арҡаға сабып барып етә һалып, атышыуға яһана башлай: ат өҫтөндә янын ҡороп, ҡулына һаҙағын ал[а]. «Ҡарас менән Аҡша».
2. Өҫтө-башты биҙәү, матурлау; төҙәнеү.
□ Наряжаться, прихорашиваться, наводить красоту. ■ Кисен мин уларҙы тансыла осраттым. .. Көндөҙ ырҙында саңға буялып йөрөгән ҡыҙҙар тип уйламаҫһың да, кейенгәндәр, яһанғандар. Ғ. Шафиҡов. [Исхаҡов] айғырҙы ике-өс көн ектермәй, һәйбәтләп ашатырға, таҙартырға ҡуша, уҙе лә яһанып ала. Р. Солтангәрәев. Иртәгеһенә Гузәлиә ғәҙәттәгенән дә иртәрәк торҙо, ашағас та кейенде, яһанды, бутән саҡтағыса, уҙ йәшенән купкә йәш, тотҡан ерҙән өҙөп алыр һылыу ҡатын ҡиәфәтенә инде. Н. Мусин. • Карға ҡарҡылдап ҡаҙ булмаҫ, ҡатын яһанып ҡыҙ булмаҫ. Әйтем.
ЯҺАТЫУ I (яһат-) ҡ. йөкм. ҡар. яһау I. понуд. от яһау I. Прививка яһатыу. Ремонт яһатыу. Операция яһатыу. ■ Иртәгеһенә
561