ЯФТАҠ
3. Сыбыҡ йәки сыбыҡ һымаҡ нәмәләрҙән бергә бәйләп яһалған һеперә торған нәмә; һепертке. □ Метла. Селек яфраҡ. Яфраҡ менән һепереу.
ЯФТАҠ (яфтағы) и. диал. ҡар. ҡауырһын I, 1. Ҡаҙ яфтағы. Өйрәк яфтағы. Аҡҡош яфтағы.
ЯХТА [гол. jacht < jagen ‘ҡыуыу, эҙәрлекләү’] (Р.: яхта; И.: yacht; T.: yat) и.
Спорт һәм сәйәхәт өсөн ҡулланылған мотор йәки пар ярҙамында йөрөтөлгән елкәнле карап. □ Яхта. / Яхтенный. Яхта спорты. Яхтала йөрөу. Яхта һатып алыу. ■ Ҡаланыҡыларға рәхәт: уларға - ял, отпуск. Байыраҡтары өсөн - диңгеҙ буйы, яхта, пляж. Р. Сабитова.
ЯХУД [фарс. (Р.: или; И.: ог; Т.: veya) бул. терк. иҫк. кит. ҡар. йәки.
Мәғәнә яғынан береһен-береһе алмаштырған ике һөйләм йәки һөйләм киҫәген алмаштырып теркәү өсөн ҡулланыла; йәиһә. □ Или, либо, или же. ■ Көҙ ҙә, ҡыш та ат һимертеп, һунарға менеп сығып, һуға инеләр буреләр, төлкөләр яхуд ҡуян. С. Яҡшығолов.
ЯХЫЯ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Өпәй ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени у пей. Яхыя аймағы ерҙәре. Яхыя аймағынан килен алыу. Яхыя аймағы вәкиле.
ЯҺАҒЫС (Р.: приспособление для изготовления чего-л.; И.: appliance; T.: yapıcı) и.
Нимә лә булһа яһай торған ҡулайлама. □ Приспособление для изготовления чего-л. Барбекю яһағыс. Форма яһағыс. Ҡусермә яһағыс. Вал яһағыс.
ЯҺА-ЙОҺА и. диал. ҡар. яҙа-йоҙа. Яһа-йоһа ишетеп ҡалғайным. Яһа-йоһа куреп ҡалыу. Яһа-йоһа белеу.
ЯҺАҠ I (яһағы) (Р.: ясак; И.: tribute paid off in furs; T.: verginin bir türü) и. тар.
Урал-Волга буйы, Себер халыҡтарынан монгол ханлыҡтарына, рус дәүләтенә йыйылған һалым төрө. □ Ясак, подать, дань. /
Ясачный, податной. Яһаҡ туләу. Яһаҡ һалыу. Йәнлек тиреһе менән яһаҡ туләу. ■ Туран батшаһына тоғролоҡ һаҡлап, яһаҡ туләусе кус-иләуҙәр шул тиклем куп, хатта бер-береһен белеп бөтмәйҙәр, шул арҡала йәйләу-көтөулектәр өсөн йыш ҡына ыҙғыш сығып тора. Б. Рафиҡов. Аҡсаһы юҡтар бал бирә, һуҫар, төлкө, ҡондоҙ, ҡама тиреләренән дә баш тартмай яһаҡ йыйыусылар. Н. Мусин. Сәйфелмөлөктөң атаһы Урҙа баҫҡаҡтарына йылдағы куләмдә иген яһағы туләй алмай. Ә. Хәкимов.
ЯҺАҠ II (яһағы) (Р.: заряд; И.: filler; Т.: fişek) и.
Атыр өсөн әҙерләп тултырылған дары менән дороп йәки йәҙрә. □ Заряд. Ҡуян яһағы. Айыу яһағы. Туп яһағы. Яһаҡ яһау.
ЯҺАҠЛАУ (яһаҡла-) (Р.: заряжать; И.: load, prime; T.: doldurmak) ҡ.
Яһаҡ (II) ҡуйып, атырға әҙерләү; ҡороу, яһау. □ Заряжать. Мылтыҡты яһаҡлау. Яһаҡлап ҡуйыу.
ЯҺАҠЛЫ I (Р.: податной; И.: poll-tax paying; T.: vergilendirilen) с.
Яһаҡ түләргә тейешле, яһаҡ һалыулы. □ Податной, ясачный. Яһаҡлы халыҡ. Яһаҡлы булыу. ■ Яһаҡлы татарҙар һаны улуста тубәндәгесә була: Танып ауылында - 63, Барҙа ауылында - 20, Солтанай ауылында -30 кеше. «Йәшлек», 12 ноябрь 2009.
ЯҺАҠЛЫ II (Р.: заряженный; И.: charged (with explosives), loaded; T.: dolu) с.
Яһаҡ (II) ҡуйылған; ҡороулы. □ Заряженный, заряжённый. Яһаҡлы мылтыҡ. Яһаҡлы булыу. Яһаҡлы ҡорал.
ЯҺАЛМА I (Р.: искусственный; И.: nonnatural, imitation; T.: sahte) с.
1. Тәбиғи сифатына, ысын булмышына оҡшатып, шуға яҡын итеп эшләнгән. □ Искусственный, ненатуральный. Яһалма ебәк. Яһалма йөн. Яһалма теш. Яһалма яҡут. ■ Секретарь уға [Айнурға], әйткәнде аңламаусы аңра кешегә ҡараған кеуек, яһалма оҙон керпектәр уралтҡан куҙен туңәрәлтеп төбәлде. Н. Мусин. Беҙҙең илдә беренсе башлап кук ҡабағын тишеп, Ерҙең яһалма юлдашын осорған кешеләр йәшәй! В. Исхаҡов.
560