Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 559 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯФРАҠ
аҫтынан да, уңдан да, һулдан да бер туҡтауһыҙ пуля яуа. Ә. Бикчәнтәев.
3. кусм. Бер-бер артлы күпләп килеү. □ Идти (о непрерывном поступлении чего-л.). Хат яуа. Сәләм яуа. ■ Хат яҙыуҙы уйлап сығарған кешегә лә, яҙған кешегә лә Алланың мең рәхмәте яуһын инде. 3. Биишева.
♦ Рәхмәт яуғыры 1) кемгәлер рәхмәтле булғанда әйтелә. □ Большое спасибо; 2) яҡшылыҡ өсөн әйтелгән изге теләк һүҙе. □ Да будет благословен. М Һай, рәхмәт яуғыры! Оҙон ғына ғумерле, бәхетле бул инде, балаҡайым! Бибинур әбей бик оҙаҡ доға ҡылды. «Йәшлек», 7 октябрь 2016.
ЯУЫШ (Р .: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени дуван. Яуыш аймағынан булыу. Яуыш аймағына ҡарау. Яуыштар шәжәрәһе.
ЯФА [ғәр. ] (Р.: мука; И.: torment; T.: azap) и.
Тәнде, йәнде ғазапланған ауыр кисереш; ғазап, ыҙа. □ Мука, страдание. Яфаға һалыу. ■ Ирекһеҙҙән Заһитты яфаға һалыуы, уның кәйегеп сығып китеуе өсөн выжданы ғазаплаған Кәбир тынысланғандай булды. Яр. Вәлиев. Берлинға беренсе булып барып етеу, донъяға ҡот осҡос яфаны һалған Гитлерҙы йә булмаһа уның яҡындарының берәйһен ҡармаҡҡа ҡаптырыу куптәрҙең изге теләгенә әйләнде. И. Ғиззәтуллин. Беҙ һуғышта йөрөгәндә ямғыр яуа, һалҡын ел. Шул ҡәҙәре яфаларҙа онотолмай тыуған ил. Бәйеттән.
ЯФА КҮРЕҮ (яфа күр-) ҡ. ҡар. яфаланыу. Яфа куреп йәшәу.
ЯФАЛАНДЫРЫУ (яфаландыр ) (Р.: мучить; И.: make suffer; harass; T.: azapla-mak) ҡ.
Яфа менән йәшәтеү, ыҙа, ғазап сиктереү. □ Мучить, заставлять страдать кого-л. ■ Хатта аттан, яфаландырып, һөйрәтеп барыу ҙа уны [ҡарсыҡты] оялтҡан һымаҡ, атлап ҡайтырға ла риза ул. С. Агиш.
ЯФАЛАНЫУ (яфалан-) (Р.: мучиться;
И.: suffer torments; T.: azap çekmek) ҡ.
Яфа сигеү; ғазапланыу, ыҙаланыу. □ Мучиться, страдать. Ауырып яфаланыу. Яфаланып йәшәу. Яфаланып ятыу. М Ҡотҡарырҙай булам наҙанлыҡтан яфаланған ярлы-ялпымды. Т. Йәнәби. Егет ҡыҙыҡайға әйтә торған иң серле һуҙҙәрен һаман куңе-ленән сығара алмай яфаланды, уларҙы уҙе менән кире алып китеп барыр тип ҡурҡты. Р. Байбулатов. Былай ҙа эсе бошоп торған Ғәзиз, уйҙарынан ҡотола алмай, тамам яфаланды. 3. Ураҡсин.
ЯФАЛАУ (яфала-) (Р.: мучить; И.: torment; torture; T.: azap vermek) ҡ.
Яфа сиктереү; ғазаплау, ыҙалау. □ Мучить, терзать. Ауырыу яфаланы. Ҡоролоҡ яфалай. ■ Әмирҙең берсә ағарып, берсә ҡыҙара буртенеп шулай өндәшмәй текләп ҡарап тороуы Хәбибуллинды ҡаҡ стенаға ҡаҙаҡлаған кеуек яфалай ине. X. Ғиләжев.
ЯФАЛЫ (Р.: мучительный; И.: tormen-tous; painful; T.: azaph) с.
Яфа сиктергес, яфа күрһәткес; ыҙалы, ғазаплы. □ Мучительный. Яфалы ауырыу. V Беҙ ҡалмайса артта, кемдәр ҡалһын был яфалы тормош юлында. Т. Йәнәби.
ЯФАН с. ҡар. япан. Яфан ер. Яфан дала. Яфанға сығыу. М Башҡортҡа тиклем Кәрәлек, Ырғыҙ буйында кеше йәшәмәгән, был тирә яфан булған. Экспедиция материалдарынан.
ЯФА СИГЕҮ (яфа сик-) ҡ. ҡар. яфаланыу. ■ Яфа сиккән, бөлгән боҙаяҙҙар ярҙам һорап Ҡәнзәфәргә килә. М. Ғиләжев.
ЯФҠАҠ (яфҡағы) (Р.: перо; И.: feather; T.: tüy) и. диал. ҡар. ҡауырһын I, 1.
Ҡош-ҡорттоң ҡаты үҙәкле эре йөнө. □ Перо. Ҡаҙ яфҡағы. Оҙон яфҡаҡ. Яфҡаҡлы эшләпә.
ЯФРАҠ (яфрағы) и. диал.
1. ҡар. япраҡ. Уҫаҡ яфрағы. Саған яфрағы. Тал яфрағы.
2. Сабыныу өсөн бәйләнгән ҡайын япрағы; миндек. □ Веник (для парки в бане). Ҡайын яфраҡ. Яфраҡ бәйләу. Яфраҡҡа мәтрушкә ҡушыу.
559