Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 558 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯУЫМБИКӘ
ЯУЫМБИКӘ (Р.: личное имя духа дождя; И.: name of the rain spirit; T.: Yağmurbike) и. миф. (баш хәреф менән)
Уңыш, түллек символы булараҡ ямғыр эйәһе. □ Личное имя духа дождя. Я Яуым-бикә апай, ямғыр бир, Яуымбикә апай, яуын бир! Алдан бир, арттан бир! Уңдан бир, һулдан бир! Халыҡ ижадынан.
ЯУЫМ-КҮҘ и. диал. ҡар. яуым-төшөм. Яуым-күҙ юҡ саҡта, йәһәтерәк сабылған бесәнде йыйып алайыҡ.
ЯУЫМЛЫ (Р.: дождливый; И.: rainy; Т.: yağmurlu) с.
Яуым-төшөм күп булған. □ Дождливый. Яуымлы йыл. ■ Быйыл йәй яуымлы булды, уның ҡарауы көҙ матур килмәксе: сентябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, ағас япраҡтары, үләндәр йәм-йәшел әле. Ф. Чанышева. Әхнәф китергә йыйынғанда, болотло, яуымлы көн ашығып ҡараңғылана башлағайны инде. Д. Исламов.
ЯУЫМ-ТӨШӨМ (Р.: осадки; И.: precipitation; fall-out; T.: yağış) и. йыйн.
Ҡар, ямғыр һ. б. атмосфера күренештәре; яуым. □ Осадки. Яуым-төшөм күп. Яуым-төшөм юҡ. ■ Быйылғы йыл ҡырыҫ килде, яҙ көндәрендә арлы-бирле яуғыланы ла, июнь урталарына тиклем яуым-төшөмдөң әҫәре лә булманы. Ғ. Аллаяров. Яуым-төшөм йыш булғанлыҡтан, яҙғылығын ныҡ ташҡан Һаҡмар йылғаһы июнь айы башында ла ярҙарына төшмәгәйне әле. Я. Хамматов.
ЯУЫМ-ТӨШӨМ ҮЛСӘГЕС (Р .: осадко-мер; И.: snow-rain recorder; T.: yağmurölçer) и.
Ҡар-ямғырҙың миҡдарын үлсәй торған ҡорамал. □ Осадкомер. Яуым-төшөм үлсәгес шкалаһы. Яуым-төшөм үлсәгес күрһәткесе. Яуым-төшөм үлсәгес урынлаштырыу.
ЯУЫН и.
1. ҡар. яуым. Яуындар башланды. Яуын оҙаҡҡа һуҙылды.
2. ҡар. ямғыр. Я Яуын нисек тиҙ яуа башлаһа, шулай тиҙ туҡталды. Л. Яҡшыбаева. Әле тау һыртынан йәшен уйнатып, шаулап-гөрләп төшкән яуынға Сынтимер кинәнде генә. Ш. Янбаев.
ЯУЫН БУТҠАҺЫ (Р.: каша для вызывания дождя; И.: kind of meteorological rite;
T.: yağmur çağırma töreninde pişirilen yemek) и. йола.
Ямғыр саҡырыу йолаһында бешерелгән бутҡа. □ Каша для вызывания дождя. ■ Элек ямғыр булмаһа, яуын бутҡаһына сыҡтыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ЯУЫНЛАУ (яуынла-) ҡ. ҡар. ямғырлау. Яуынлап алыу. Ҡөн яуынлап тора. ■ Көн яуынларға булһа, Шүркә тауы ыуылдап илай башлай. Түбәһендә һәр ваҡыт өйкөм-өйкөм болоттар уралышып йөрөй. М. Тажи.
ЯУЫНЛЫ с. ҡар. ямғырлы. Яуынлы йыл. Яуынлы булыу. М Тимеркәй ҙә әлеге көҙгө яуынлы бысраҡта беҙҙең бына шулай михнәт сигеп, интегеп ашлауыбыҙҙан ниндәйҙер тәм-йәм тапмаймы икән әле! Д. Исламов. Көҙ көнө ҡар күп яуһа, яҙ яуынлы була, көҙ ҡар һуң булһа, яҙ яуынһыҙ була. һынамыш.
ЯУЫН-САСЫН и. диал. ҡар. яуым-төшөм. Яуын-сасындар башланды.
ЯУЫН-СӘСЕМ и. диал. ҡар. яуым-төшөм. ■ Шәрифә [ирен] таң беленер-беленмәҫтән малдар янына ҡыуҙы. Яуын-сәсемле саҡ, әллә нәмә булып тороуы бар. Б. Бикбай.
ЯУЫН-ТӨШӨМ и. йыйн. ҡар. яуым-төшөм. Я Ҡарлуғас түбән осһа, яуын-төшөм булыр, һынамыш.
ЯУЫР I и. диал. ҡар. ыйыҡ I. Атыбыҙ яуыр булған. Йылҡының муйынында яуыры бар.
ЯУЫР II и. диал. ҡар. яурын. ■ Тәф-тиләү ҙә баяр урманында аҡ яуырлы бөркөт ояһы. Халыҡ йырынан.
ЯУЫУ (яу-) (Р.: идти (об осадках); И.: rain, snow; T.: yağmak) ҡ.
1. Һауанан һибелеп төшөү (ҡар, ямғыр һ. б. күренешкә ҡарата). □ Идти, лить, падать (об осадках). Быҫҡаҡлап яуыу. Күк күкрәп яуыу. Ҡойоп яуыу. һибәләп яуыу. Саба яуыу. Ултырып яуыу. Я Бурай ғына бурай ҡарҙар яуа, бойоҡмай микән болан балаһы. Халыҡ йырынан. Яңы йыл алдынан яуа башлаған ҡар ғинуар аҙаҡтарына тиклем һуҙылды ла ҡуйҙы. 3. Биишева.
2. күсм. һөйл. Бер-бер артлы күпләп осоу. □ Падать, лететь, сыпаться (в большом количестве). Бомба яуа. Я Тау башынан да,
558