ЯУЫМ
ЯУЫҒЫУ (яуыҡ-) (Р.: наброситься; И.: assault; T.: salmak) ҡ. диал.
1. Күмәк булып ябырылыу. □ Наброситься. Шишмәгә бөтәһе лә яуыҡты.
2. һөжүм итеү. □ Нападать (о воинах). Ҡаршы ғәскәр көтмәгәндә яуыҡты.
ЯУЫЗ I (Р .: злой; И.: wicked; T.: yavuz) с.
1. Кешегә насарлыҡ, яманлыҡ ҡылыусан; уҫал. □ Злой, зловредный, свирепый, лютый. Яуыз кеше. Яуыз дошман. ■ Атҡа менегеҙ, ирҙәр, ағалар, асылһын әйҙә яралар! Яраларҙы ирек уңалтыр, яуыз дошман башын юғалтыр! С. Юлаев. Тимерғәле ағайым өсөн дә, был көнгә тиклем йәшәй алмаған иптәштәрем, дуҫ-иштәрем ғүмере өсөн дә яуыз дошмандан үсемде өсләтә аласаҡмын, - тип уйланы гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллин. Я. Хамматов.
2. Насарлыҡ, яманлыҡҡа ҡоролған. □ Злонамеренный. Яуыз эш. Яуыз ниәт. ■ Яуыз ниәт менән һалһаң ҡапҡанды, көт тә тор һин үҙең ҡапҡанды. Н. Иҙелбай. Әгәр ҙә Капрал окоп аша сығырға тигән яуыз ниәткә килһәме, Бөҙрә Фәтҡулланы ғына түгел, етәксенең үҙен дә ҡот осҡос хәүеф көтөүе билдәле. Ә. Хәкимов.
♦ Эт яуызы бик яуыз. □ Очень злой. Эт яуызы кеше. Эт яуызы булыу.
ЯУЫЗ II (Р.: злодей; И.: evildoer; Т.: yavuz) и.
Кешеләргә насарлыҡ, яманлыҡ, хаслыҡ ҡылыусы кеше. □ Злодей, изверг, изувер. Яуыз, бөтә халыҡты ҡыра. • Яуыз боҙоп ҡыуаныр, яҡшы төҙөп ҡыуаныр. Мәҡәл.
ЯУЫЗДАРСА (Р.: злодейски; И.: wickedly; brutally; T.: yavuzca) р.
Яуыз рәүештә; вәхшиҙәрсә. □ Злодейски. ■ Беҙҙең ғәскәрҙәр Рәсәй еренең көнбайыш сиктәрендә ҡапыл яуыздарса ябырылған немец илбаҫарҙарына ҡаршы дәһшәтле һуғыш алып баралар ине. Д. Исламов. Ҡарағө-лөмбәт яуыздарса атты шулай, Бабсаҡ батыр ҡыҙыл ҡанға батты шулай. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЯУЫЗЛАНЫУ (яуызлан ) (Р.: становиться злым; И.: become wicked; T.: yavuzlanmak) ҡ.
Яуызға әйләнеү, яуыз булыу. □ Становиться злым, злобным. Яуызланып китеү. М Шәмғи үҙенә-үҙе аптыраны - йәп-йәш кенә ҡыҙ ине бит ни бары бер нисә ай элек, ҡайһы арала шул тиклем яуызланып, уҫалланып-ҡарғанып ултырған Кәһкәһәгә әүерелде һуң уның ҡатыны?! Т. Сәғитов.
ЯУЫЗЛЫҠ (яуызлығы) (Р.: злодейство; И.: villainy; T.: yavuzluk) и.
1. Яуыз сифат; этлек. □ Злодейство, злодеяние, зло. Кешенең яуызлығы. ■ Ҡайҙан килә икән кешегә ошо тиклем ҡатылыҡ, ошо тиклем яуызлыҡ, йәнһеҙлек? М. Ғиләжев. Дошмандың яуызлығына сик юҡ, уны тиҙерәк тар-мар итер өсөн нығыраҡ дөмбәҫләргә кәрәк! А. Мағазов. Ҡайһы бер әҙәмдәр, йә көнсөллөктән, йә яуызлығына барып, кеше араһын боҙорға ғына ынтыла. Р. Сол-тангәрәев.
2. Яуыз эш, ҡылыҡ. □ Злодейство, злодеяние, зло. Яуызлыҡ ҡылыу. М Яуыздарҙың яуызлығы арҡаһында ҡайһы берәүҙәрҙең тормошо селпәрәмә килә. И. Ғиззәтуллин. Изгелеккә ҡаршы яуызлыҡ менән яуап биргән кешегә Батыр аптырап ҡарап торҙо. И. Ғиззәтуллин. Сәмиғулла юл буйына Әхмәдиҙең эшләгән яуызлыҡтарын һөйләп барҙы. Ж. Кейекбаев • Ит изгелек, көт яуызлыҡ. Әйтем.
ЯУЫҠ с. иҫк. ҡар. яҡын. ■ Барына яуыҡ аҡынмын, хан түренә яҡынмын. М. Ямалетдинов. • Алыҫ менән яуыҡты юртҡан белер. Мәҡәл. Тикмә кеше үҙ булмаҫ, ят яуыҡ булмаҫ. Мәҡәл.
ЯУЫМ (Р .: осадки; И.: precipitation; fallout; T.: yağış) и.
1. Ҡар, ямғыр һ. б. атмосфера күренештәре; яуым-төшөм. □ Осадки. Яуым-төшөм юҡ. ■ Ураҡ өҫтөндә лә һаман туҡтамаған яуымдар быйыл бөтә эште һуңлатты. Ә. Вәли. Көндәр тоташ яуымға китте. Ф. Чанышева.
2. ҡар. ямғыр. Яуым оҙаҡҡа һуҙылды. Яуым булмаһа, бесәнгә төшөрбөҙ. ■ Көн дә тиерлек ололар, бала-сағаны эйәртеп, биләнгә, ундағы ямғыр ташы янына күтәрелә, күктән яуым һорарға. Г. Яҡупова.
557