Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 556 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯУ САБАҒЫ
ЯУ САБАҒЫ (Р.: синец; И.: zope, blue bream; T.: çapak balığı) и. диал. ҡар. күкен.
Ҡорбан балыҡтар ғаиләһенә ҡараған йәшел һыртлы йоҡа ғына йылтыр йылға балығы. □ Синец, сопа (рыба) (лат. Abramis ballerus). Ҡармаҡҡа яу сабағы эләкте. Был ятыуҙа яу сабаҡтары бар.
ЯУСАН (Р.: воинственный; И.: bellicose; T.: savaşçıl) с.
Батырҙарса яу сапҡан; һуғышсан. □ Воинственный. Яусан кеше. ■ Салауат ҡандай бәһлеүән? Даусан, яусан бәһлеүән, еңелмәүсән бәһлеүән. Ш. Бабич.
ЯУСЫ I (Р.: сват, сводник; И.: marriage broker; T.: dünürcü) и.
Боронғо туй йолаһы буйынса, егеткә кәләш әйттереү өсөн ҡыҙ һоратып, ҡоҙалап барған кеше; димсе. □ Сват, сваха; сводник, сводница. Яусы булып барыу. Яусы ебәреү. Яусы булыу. М Зөлфиә яусы ҡарсыҡтың ишек төбөнә барып етеп, калушына тыҡҡан аяғын кире алырғамы-юҡмы тип яйлағанын күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә. Ш. Янбаев. Яусы, ҡыҙҙы һоратырға барғанда, таяҡҡа таянып, бер балағын сығарып килә ине. Йола фольклорынан. Был йәш батша күрше батшаның ҡыҙына әллә нисә тапҡыр яусы ебәреп ҡараһа ла, ҡыҙ риза булмаған, ти. Әкиәттән. • Яҡшы атҡа ҡамсы, уңған ҡыҙға яусы кәрәкмәй. Мәҡәл.
ЯУСЫ II и. ҡар. яугир. ■ [Гаңдыса:] Был ерҙә Урал батырҙың яусылары ҡойма яуында ышыҡланған булыр. «Ҡуңыр буға».
ЯУСЫЛ (Р.: воинственный; И.: bellicose; T.: savaşçıl) с.
Яу сабырға батыр, яу сабыуға оҫта; яусан. □ Воинственный. Яусыл халыҡ. М Яҡшы аттарҙы, затлы ҡоралды яратыусы, һил холоҡло, ләкин кәрәк саҡта ҡурҡыу белмәҫ яусыл халыҡ икән бәдәүиҙәр. Ә. Хәкимов. Мандар Ҡарабай - Себер даруғаһында хөкүмәт ҡыҫымына бирешергә теләмәгән иң яусыл батырҙарҙың береһе. Б. Рафиҡов. Яусыл булған атама ата булған Уралым; йүнсел булған әсәмә әсә булған Уралым. Ҡобайырҙан.
ЯУСЫЛАТЫУ (яусылат-) (Р.: сватать кого-л. через кого-л:, И.: seek in marriage; T.: kız istetmek) ҡ.
Яусы (I) ебәреү; яусылау. □ Сватать кого-л. через кого-л. ■ Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа, күк бүрене алам, тип, яусылаттым ҡоҙасаны, бисәлеккә алам, тип. Халыҡ йырынан. [Хәнәфи ҡарт:] Бына шул, Мостафа ҡустым, һәйбәт кешенең кейәүе, аҡыллы, уңған ҡыҙҙың ире булайым тиһәң, тиҙерәк Тәзкирәмде яусылат. Д. Исламов.
ЯУСЫЛАУ (яусыла-) (Р.: сватать; И.: seek in marriage; T.: kız istemek) ҡ.
Яусы ебәреү йәки яусы булып һоратыу. □ Сватать кого, свататься к кому. Ҡыҙҙы яусылау. Яусылап йөрөү. ■ [Үмәр:] Бына, хәҙрәт, беҙҙең ҡыҙыбыҙ үҫте, төрлө яҡтан яусылай башланылар. Һ. Дәүләтшина. Бар-лыбайҙың ҡыҙы Һырбикәне яусыларға Юлъ-яҡшыны ебәреүҙе хуп күрҙе Иҫәкәй. Н. Мусин. Әсфәндиәр ҡыҙҙы яусыларға Госам ҡанба-баны ебәрергә дәртләнде. Б. Рафиҡов.
ЯУСЫЛЫҠ I (яусылығы) и. диал. ҡар. яу. Яусылыҡ ваҡыты. Яусылыҡҡа китеү. Яусылыҡта һәләк булыу.
ЯУСЫЛЫҠ II (яусылығы) (Р.: сватовство; И.: marriage brokerage; T.: kız isteme merasimi) и. этн.
Егет кешенең үҙе йәки яусы ебәреп ҡыҙҙы ата-әсәһенән һоратыу йолаһы. □ Сватовство. Яусылыҡҡа барыу. Яусылыҡта булыу.
ЯУ-ФЕТНӘ (Р.: мятеж; И.: rebellion; Т.: ihtilal) и.
Хөкүмәткә ҡаршы күтәрелгән ҡораллы сығыш. □ Мятеж, бунт. ■ Губернатор яу-фетнәнең еңел генә баҫылып ҡалыуына һис ышанмай. Ғ. Хөсәйенов.
ЯУЪЯЛЛАШЫУ (яуъяллаш-) (Р.: биться насмерть, воевать; И.: vanquish; tussle, compete; T.: kıyasıya vuruşmak) ҡ.
Еңәм тигән маҡсат тотоп, ныҡ һуғышыу, ҡанға-ҡан килеп талашыу. □ Биться насмерть, воевать. М Бөтә көн күрешеп яуға ҡарап яйлаған, яуъяллашып күнеккән, күпмелер ерҙәрҙе баҫып алған, күпме халыҡтарҙы үҙенә буйһондорған был оло яуҙы башҡорттарға үҙ алдына ғына кире ҡағыу һис мөмкин булмаған. Ғ. Хөсәйенов.
556