ЯУРЫНТЫҠ
ҡалды, һул яҡ яурынын көйҙөрөп алды. Ғ. Ибраһимов.
2. Кейемдең шул урынға тура килгән өлөшө; иңбаш. □ Плечики (подкладные). Күлдәктең яурыны. Бишмәт яурыны. Кулдәгенең яурыны тар.
3. миф. Мифлаштырылған тән өлөшө. □ Плечи (мифологизированная часть тела). М Яурын һикертергә ярамай. Кешенең яурынында фәрештәләре ултыра, ти. Р. һа-ҙыева.
ЯУРЫНБАШ (Р.: плечо; И.: shoulder; T.: omuz) и.
Яурындың ҡул килеп тоташҡан ике башы; ҡулбаш. □ Плечо, плечи. ■ Ас, хәлдәре бөткән һалдаттар, яурынбашын ышҡып өйкәгән шинель скаткаларын һалып, уҙҙә-ренә тәрәнерәк оя ҡаҙый башланы. Р. Өмөтбаев. Илһам, яурынбашын тотоп, салҡан йығылды. Н. Мусин.
ЯУРЫНҒАЛАҠ (яурынғалағы) (Р.: лопатка; И.: shoulder blade; T.: kürek kemiği) и. диал. ҡар. ҡалаҡ һөйәге.
Арҡаның юғары өлөшөндәге өс мөйөшлө ике яҫы һөйәктең береһе. □ Лопатка. Яурынғалаҡты ауырттырыу, һул яурын-ғалаҡ. Уң яурынғалаҡ.
ЯУРЫНЛАУ (яурынла-) (Р.: взвалить, взять на плечо; И.: shoulder; T.: yüklemek) к.
Яурынға һалыу, йөкмәү. □ Взвалить, взять на плечо. Яурынлап алып китеу. ■ [Айбикә] эшкә егәрлеме, атлағанда ҡалай баҙа, тиҙ йөрөймө, аяғын һөйрәп баҫмаймы, һыуға барғанда көйәнтәһен ике яурынлап күтәрмәйме .. - быларҙың барыһын да тикшереп торасаҡтар. Һ. Дәүләтшина.
ЯУРЫНЛЫ (Р.: плечистый; И.: broadshouldered; T.: geniş omuzlu) с.
Яурыны киң булған, яурынтаҡ. □ Плечистый, широкоплечий. Яурынлы кеше. Яурынлы егет. Киң яурынлы. Тар яурынлы.
ЯУРЫНСА (Р.: треугольные плечевые нашивки из позумента с бахромой; И.: welt with a braid; T.: üç köşe desen) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙ еләненең яурынына ҡуйыла торған өс мөйөшлө суҡлы уҡа. □ Треугольные плечевые нашивки из позумента с бах
ромой (нашивались на плечи женского зиляна). Яурынса яһау. ■ Донъя тыныс саҡта [Кейекбай] ҡыҙ-ҡатындарға .. беләҙек, балдаҡ, ҡаптырма, сулпы, бөйөрсә, яурынса һәм сәсмәүҙәр ҙә яһаған. «Бикйән Мәргән».
ЯУРЫНСАЛАУ (яурынсала-) (Р.: нашивать на плечи позументы с бахромой; И.: put welt with a braid; T.: üç köşe desenlerle süslemek) ҡ. этн.
Кейемгә яурынса ҡуйыу. □ Нашивать на плечи позументы с бахромой. Еләнде яурынсалап тегеу.
ЯУРЫНСЫ (Р .: ворожея, маг, гадающий с помощью плечевой кости; И.: sort of a magician; T.: büyücü) и. миф.
Яурын һөйәге ярҙамында күрәҙәлек итеүсе. □ Ворожея, маг, гадающий с помощью плечевой кости. Яурынсыға барыу. Яурын-сының юрауы.
ЯУРЫНТАҠ (Р.: плечистый; И.: broadshouldered; T.: geniş omuzlu) с.
Киң яурынлы. □ Плечистый. Яурынтаҡ егет. ■ Халыҡ төркөмөн аралап, .. оҙон аҡ тун кейгән яурынтаҡ ҡарт алға сыҡты. Ә. Ихсан. Атаһы Хаммат батырға оҡшап, эре һөйәкле, асыҡ йөҙлө, ҙур ҡара күҙле, яурынтаҡ был малай [Байрас] уҙенең ҡыйыулығы, ғәҙеллеге менән дә, көслөлөгө менән дә уҙ тиҫтерҙәренән ныҡ айырылып тора.
3. Биишева. Һыбайлы, егерме бер - егерме ике йәштәрҙәге яурынтаҡ егет, башындағы кун торҡаны сисеп, тирле маңлайын, муйынын һөрттө, иҙеүен ысҡындырып, күкрәген елгә ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
ЯУРЫНТАС с. диал. ҡар. яурынтаҡ. ■ һайлап алған кеуек яурынтас осоусылар стройға теҙелде. Б. Бикбай.
ЯУРЫНТЫҠ с. диал. ҡар. яурынтаҡ. ■ Ике бите ҡыҙарып, көслө аяҡтарын арҡы-рыраҡ баҫып торған, яурынтыҡ дүрт һанлы Ғәлимйән ҡулына яҫы ҡайыш ала ла теләүселәрҙе уртаға көрәшкә саҡыра. Р. Өмөтбаев. Ысын, хатта-хатта яурынтыҡ, мыҡты кәүҙәле, сөм-ҡара һылыу битле, баҫалҡы холоҡло, сикһеҙ матур егет ул Һөйөндөк.
3. Биишева.
555