Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 554 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯУЛЫҠ ЙӘШЕРЕҮ
ЯУЛЫҠ ЙӘШЕРЕҮ (Р.: название детской игры; И.: name of children’s game; T.: çocukların bir oyunu) и.
Балалар, йәштәр уйыны (түңәрәкләп ергә ултыралар; «көтөүсе» түңәрәкте әйләнеп йырлап йөрөй ҙә, һиҙҙермәй генә берәүҙең артына яулыҡ һалып китә; кеше һиҙеп ҡалһа, «көтөүсене» баҫтырып, шул яулыҡ менән һуға; шунан һуң улар урын алмашалар). □ Название детской игры. Яулыҡ йәшереү уйнау.
ЯУЛЫҠЛЫҠ (Р.: платочный; И.: meant for a kerchief; T.: başörtüsü için yarayan) c.
Бер яулыҡҡа етерлек, яулыҡ яһарлыҡ (туҡыма тураһында). □ Платочный, платковый. Яулыҡлыҡ туҡыма. Бер яулыҡлыҡ ситса.
ЯУЛЫҠ ОСО (Р.: кончик платка; И.: end of a kerchief; T.: başörtüsünün ucu) и. миф.
Имләүҙә ҡулланылған яулыҡтың мөйөшлө өлөшө. □ Кончик платка (мифологизированная часть платка, используемая как отгонный предмет). ■ Арпаны яулыҡ осо менән төртөп имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯУЛЫҠСАН (Р.: в одном платке; И.: with kerchief on; T.: sadece başörtüsü ile) р.
Яулыҡ ҡына ябынған көйө. □ В одном платке. Яулыҡсан йөрөү. Яулыҡсан ғына сығыу. М Гөлзәғифә инәй яулыҡсан ғына үҙе үк беҙгә ҡарай ашығып килә ине. Й. Солтанов. Шул мәлдә шәп атлауҙан биттәре ҡыҙарған, яулыҡсан ҡалып, бөҙрә сәстәре арҡаһына таралған Сәғүрә килеп инә ҡапҡанан. Г. Яҡупова.
ЯУЛЫҠ СУҠ (суғы) (Р.: подвеска, височные подвески из монет на головном уборе кашмау; И.: female pendant; T.: kadınların başlığının şakağına takılan madeni paradan örülmüş olan askı) и. диал. ҡар. сикәсуҡ.
Ҡашмауҙың ике сикәһенән төшөргән сулпылы, мәрйенле суҡ. □ Подвеска, височные подвески из монет на головном уборе кашмау {головного убора замужних женщин). Яулыҡ суғы тағыу. Ынйыларҙан яулыҡ суғы яһау.
ЯУЛЫҠ ТАРАТЫУ (Р.: раздача платков в обрядах башкир; И.: kind of family ritual; T.: çeşitli geleneklerde başörtüsü vermek) и. этн.
Ҡайһы бер йолаларҙа килгән кешеләргә, ҡунаҡтарға яулыҡ биреү йолаһы. □ Раздача платков в обрядах башкир. Үлгәнде тәрбиәләгәндәргә яулыҡ тараталар. Туйҙа ҡоҙасаларға яулыҡ тараталар.
ЯУЛЫҠ ЯБЫУ (Р.: раздача платков в обрядах башкир; И.: kind of family ritual; T.: çeşitli geleneklerde başörtüsü vermek) и. этн.
Ҡайһы бер йолаларҙа яулыҡ биреү йолаһы. □ Раздача платков в обрядах башкир. Үкел әсәй итеп беҙҙә яулыҡ ябыу йолаһы бар.
ЯУМ [ғәр. (Р.: день; И.: day; Т.: yevm) и. иҫк. кит. ҡар. көн I, 1.
Тәүлектең бер өлөшө, ҡояш сыҡҡандан байығанға тиклемге ваҡыт, иртәнән алып кискә тиклемге ваҡыт. □ День. ■ Атайыбыҙ хажи мулла Илсеғол .. донъянан үтте алтмыш биш йәшендә, рәжәп айында, жәүзәнең алтынсы яумендә, тарихы һижрәттең 1200 йылында, ҡуй йылында. «Башҡорт шәжәрәләре» нән.
ЯУМА I и. ҡар. ямғыр. Яумаға әйләнеү. ■ Улар [Сәңкемдәр] хаҡында ғына, яума булһа - Нөгөш ташыр, ғауға сыҡһа - сәң-кем ҡасыр, тиҙәр. Ғ. Ибраһимов. Яума таң алдынан ғына тымды, шунда уҡ һыуытып ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ЯУМА II с. ҡар. яуынлы. Яума көн. Яума мәл етте.
ЯУМАЛАУ (яумала-) ҡ. диал. ҡар. яуын-лау. Яумалап китеү. Яумалап тороу.
ЯУМЫР с. диал. ҡар. яуынлы. Яумыр көн булды. Яумыр ваҡыт. Яумыр мәл. Яумыр миҙгел.
ЯУРЫН (Р.: плечо; И.: shoulder; Т.: omuz) и.
1. Тәндең ҡулбаштан елкәгә тиклемге урыны; иңбаш. □ Плечо. / Заплечный, плечевой. Яурын башы. Яурын һөйәге. Яурынға һалыу. Я Азаматов бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡулдарын иптәштәренең яурынына һалды һәм уларға таянып ҡалҡынып ҡуйҙы. Ә. Вәли. Ҡаныштың да баш өҫтөндә ҡылыс ялтлап
554