ЯУЛЫҠ БИРЕҮ
ЯУ Л АТЫУ (яулат-) ҡ. йөкм. ҡар. яулау. понуд. от яулау. Еңеу яулатыу. Башҡорт моңон халыҡ-ара сәхнәләрҙә танылыу яулашҡан йырсы.
ЯУЛАУ (яула-) (Р.: завоёвывать кого, что', И.: conquer; T.: fethetmek) ҡ.
1. Яу менән сығыу, яу сабыу. □ Завоёвывать кого, что, захватывать, овладеть. // Завоевание. Еңеу яулау. Я Уғы менән таш һындырған, илен яулап яу сапҡан, ил дошманын ҡыйратҡан батырҙар килә, ау, кем! Ҡобайырҙан. Хас дошмандар яулап нишләр тиһең, ир-егеттәр башы һау булһа. Халыҡ йырынан. Туҡтамыш 1379 йылда Тимер ярҙамында Аҡ урҙа тәхетен яулап алғайны. Ә. Хәкимов.
2. Нимәнелер бар итеү, булдырыу өсөн көрәшеү. □ Завоёвывать, добиваться. // Завоёвывание. Азатлыҡ яулау. Беренселекте яулау. Бәхет яулау. Ирек яулау. Уңыш яулау. Чемпион исемен яулау. Яулап алыу. ■ Бугәсәугә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып, шул теләкте яулайыҡ, шул иректе яулайыҡ. С. Юлаев.
3. кусм. Ниндәйҙер тойғо уятыу. □ Завоёвывать, добиваться (о чувствах). ■ [Бабай:] Диңгеҙбикә, һиңә мәңгелек ғашиҡ инем. Инде һин минең мәңгелек нәфрәтемде яуланың.
3. Биишева. Яр буйында кескәй тирмән, көмөш һыу йырлап аға, уткән-һуткән юлсының куңелен яулап ала. Ш. Галин. Муса тиҫтерҙәре араһында куп тел белеуе, зирәклеге менән абруй яуланы. Г. Яҡупова.
ЯУЛАШЫУ (яулаш ) ҡ.
1. ypm. ҡар. яулау, взаимн. от яулау. ■ Һин даулаштың, һин яулаштың, сәнғәт, ерҙең тәуге азат сәғәтен. Р. Ғарипов. Емеште ҡыҙҙар йугереклеге, ихласлығы, аянмай көрәшеп, уҙ төркөмөнә еңеу яулашыуы өсөн яраталар. 3. Биишева. Халыҡты батшаға һәм байҙарға ҡаршы яуға кутәрергә, ғәҙеллек һәм азатлыҡ яулап алырға өндәуселәр яғында тугелме икән ысын хәҡиҡәт? Я. Хамматов.
2. Нимәлер өсөн көрәшеү, даулашыу, еңешеү. □ Тягаться, воевать, спорить. Н Am-ҡайҙарға менеп, яу сабырмын, яулашырға дошман килгәндә. Халыҡ йырынан. Ҡалмыҡ
тар менән яулашып баштарын һалған батырҙар тубәһен әле лә «Шәһиттәр тубә-һе» тиҙәр. С. Ильясов. Бөкәнбай батыр ҡыҙыҡһынып китеп, Алдарҙың Ҡырым, Азов походтары тураһында һорашты, уҙе хан-тайшылар менән яулашыуынан бер алышты һөйләп бирҙе. Ғ. Хөсәйенов.
ЯУЛЫҠ I (яулығы) (Р.: платок; И.: kerchief; T.: başörtüsü) и.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың дүрткел йоҡа туҡыма баш бәйләмесе. □ Платок. Баулы яулыҡ. Ҙур яулыҡ. Ҡәшәмир яулыҡ. Француз яулыҡ. Яулыҡ бәйләу. Яулыҡ ябыныу. Ш Ҡыҙҙар, йәш килендәр биш билле, бил йөйҙәренә өрфөйә тәңкә тағылған йоҡа еләндәрен кейеп, сәскәле яулыҡтарын бәйләп, өсәр-дуртәре шишмәгә һыуға баралар. А. Таһиров. Нәфисә тиңдәштәренә буләк өләште, әбейҙәргә -еп, таҫтамал, яулыҡ, ә ҡәйнеш тейешле малайҙарға уҙе сиккән янсыҡ бирҙе. Я. Хамматов.
2. дини. Әхирәт күлдәгенә ҡуша тегелгән, мәрхүмдең башын ҡаплаусы кәфен өлөшө; бөркәнсек. □ Платок, слой савана, покрывающий голову покойника. Яулыҡ тегеу.
3. миф. Һаҡлау көсөнә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме. □ Платок (символ женского начала; выполняет обережную функцию). М Яулыҡһыҙ аш бешерһәң, ашыңда сәс булыр. Ҡояш байығас, яулыҡһыҙ сыҡһаң, елпеу ҡағыла. Яулыҡ - ҡатын-ҡыҙға оло буләк. Башҡа һәм тәнгә - пәрҙә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯУЛЫҠ II (яулығы) (Р.: козырёк фронтона; И.: abat-jour; T.: sivri çatı) и. диал. ҡар. һыулыҡ 2.
һыу аҡһын өсөн ҡыйыҡ ситенә махсус ҡуйылған буй ҡоролма. □ Козырёк фронтона. Яулыҡ ағасы. Яулыҡ буйы. Яулыҡ ҡуйыу.
ЯУЛЫҠ БИРЕҮ (Р.: ритуальное одаривание платком; И.: kind of national rite; T.: sadaka olarak başörtüleri vermek) и. этн.
Ғаилә йолаларында яулыҡ бүләк итеү. □ Ритуальное одаривание платком (встречается во всех семейных обрядах башкир). Туйҙа яулыҡ биреу. Бәпәй туйында яулыҡ биреу. Ҡоҙасаларға яулыҡ биреу.
553