Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 552 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯУҒА КИТЕҮ
2. Хәрби рухлы булыу; һуғышсанлыҡ. □ Воинственность. Аталарҙан килгән яугирлыҡ. ■ Башҡорттар уҙ оһоллоғон, яугирлығын юғалтмаған. Ф. Аҡбулатова.
ЯУҒА КИТЕҮ (яуға кит-) ҡ. этн. ҡар. яусылау. Яуға киткән ҡыҙ һорап.
ЯУҒАС (Р.: саранка; И.: martagon; Т.: Türk zambağı) и. диал. ҡар. һарына.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күк төҫтәге эре ҡыңғырау сәскәле, һарымһаҡ һымаҡ бүлкәт-бүлкәт булып торған һап-һары төплө урман үләне һәм уның бүлкәсле тамыры. □ Саранка (лат. Lilium martagon). Яуғас ҡаҙыу. Яуғас бутҡаһы.
ЯУҒЫЛАУ (яуғыла-) (Р.: изредка выпадать (об осадках); И.: rain or snow (seldom); T.: bazen yağmak) ҡ.
Һирәк-Һаяҡ яуыу. □ Изредка выпадать (об осадках). ■ Быйылғы йыл ҡырыҫ килде, яҙ көндәрендә арлы-бирле яуғыланы ла, июнь урталарына тиклем яуым-төшөмдөң әҫәре лә булманы. Ғ. Аллаяров. Көндәре лә йылы булды, ямғыры ла ваҡытында яуғылап торҙо шул. Ә. Вәли.
ЯУҘАР (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени бурзян. Яуҙар аймағы кешеләре. Яуҙар аймағы ерҙәре. Яуҙар аймағы аҡһаҡалы.
ЯУҘАШ (Р.: однополчанин; И.: comradein-arms; T.: alay arkadaşı) и.
Яуҙа бергә ҡатнашҡан, бергә һуғышҡан кеше. □ Однополчанин. Яуҙаш булыу. Яуҙаш дуҫтар. Я Ҡасандыр, бик куптән, бер ҡорҙа йөрөгән, икеһе лә мөһабәт кәуҙәле, олоғайып барыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә айбарлыҡтарын юғалтмаған батыр кукрәк-ле яуҙаштар тағы осрашты. Ғ. Ибраһимов.
ЯУҘЫРЫЛЫУ (яуҙырыл-) ҡ. төш. ҡар. яуҙырыу, страд, от яуҙырыу. ■ Тик оҙаҡ ваҡыт утмәне, австриецтарҙың снарядтары элек костел тирәһенә, унан ауылға, унан беҙ урынлашҡан окоп тирәһенә яуҙырыла башланы. А. Таһиров. Үҙенә һорау
ҙар яуҙырылғанда, Бикмурзинаның ҡарашы ихтыярһыҙҙан коридорҙың икенсе яғындағы бер төркөм кешеләргә төштө. X. Зарипов. Президент менән «тура эфир» алдынан да берҙәм бәйләнеш уҙәгенә меңдәрсә һорау яуҙырылған. «Йәшлек», 30 апрель 2013.
ЯУҘЫРЫУ (яуҙыр ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. яуыу. понуд. от яуыу. Ямғыр яуҙырыу. М Өйҙән сыҡҡас, юлда барғанда, Зәйнулла ишан Мөжәуирҙән нисек ямғыр яуҙырыуын һорашты. Л. Яҡшыбаева.
2. кусм. Бер-бер артлы күпләп осороу. □ Засыпать, забрасывать чем -л. Пуля яуҙырыу.
■ Самолёттар бомба яуҙырҙылар, урамдарҙа туптар ярылды. Р. Ниғмәти. Өҫтөнә һалҡын һыу ҡойғандай тертләп, Һабрау шул ҡарасҡыларға уҡ яуҙырырға тотондо. Ә. Хәкимов. Ике партизан, ут яуҙырып, аҡтарға йылғаны аша сығырға ирек бирмәй. Р. Сабитов.
3. кусм. Бер-бер артлы күпләп ебәреү. □ Засыпать. Рәхмәт яуҙырыу. Хат яуҙырыу.
■ Хәйбрахман бай Ҡәнзәфәргә ләғнәт яуҙырҙы, мираҫ ҡалдырмау менән ҡурҡытты. Д. Юлтый. Б еҙ, балалар, һуғыштың Германия тигән ил тарафынан уҙебеҙҙең илгә ҡаршы башланыуын төшөнһәк тә, уның ни рәуешле булыуын белмәгәнлектән, атайға төрлө һорауҙар яуҙырабыҙ. М. Садиҡова.
♦ Рәхмәт яуҙырыу бер туҡтауһыҙ рәхмәттәр әйтеү. □ Рассыпаться в благодарностях. ■ Оло юбилей тантанаһында һәр береһе [Йомағоловтарға] йөрәк турендәге йылы теләктәрен, яратыу, ғорурлыҡ хистәрен еткерҙе, рәхмәттәр яуҙырҙы. «Юшатыр», 6 декабрь 2016.
ЯУКӘР ЗАМАНЫ (Р.: годы войны; И.: war times; T.: savaş esnasında) и. диал.
Яу заманы. □ Годы войны. Яукәр заманында булды был хәл.
ЯУЛАНЫУ (яулан-) ҡ. төш. ҡар. яулау. страд, от яулау. Яуланған уңыш. М Еңеу ни тиклем ауыр яуланһа, шул тиклем ҡәҙерлерәк була икән. И. Ғиззәтуллин. Бәхеттең уның ыҙа сигеп, көрәшеп яуланғаны ғына ҡәҙерле, - ти торғайны мәктәптә уҡыған йылдарында Сәрбиназ апалары, - уның кук-тән яуғанының бәҫе булмай. Т. Ғарипова.
552