Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 551 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯУГИРЛЫҠ
көн ауыр, яуаплы, бик куп эштәр өҫкә йөкмәгән. Ғ. Амантай.
ЯУАПЛЫЛЫҠ (яуаплылығы) (Р.: ответственность; И.: accountability; responsibility; T.: sorumluluk) и.
1. Нимәнеңдер булмышы, үтәлеше өсөн яуап тотоу бурысы. □ Ответственность. Ҙур яуаплылыҡ. Яуаплылыҡты кутәреу. Яуаплылыҡты тапшырыу. ■ Бригадир итеп урләтелгән Саръян Мирхәлитөвта яуаплылыҡ тағы ла артты. Ә. Байрамов. Райком секретары киткәс, ҡапыл ғына иңдәренә ауған яуаплылыҡты аңлауҙан Ғәлиәхмәт шаңҡып ҡалғандай булды. Р. Байымов.
2. Үҙ эшең, ҡылығың өсөн яуап тотоу бурысы. □ Ответственность. Яуаплылыҡҡа тарттырыу. ■ Тимербай уҙендә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тойҙо, тағы ла ныҡыш-малыраҡ эшләргә булды. Н. Ҡотдосов.
3. юр. Хөкөм ителгән кешенең артабанғы эше, тәртибе өсөн белдерелгән ышаныс. □ Ответственность. Яуаплылыҡҡа алыу. Яуаплылыҡҡа тапшырыу. Яуапльтыҡҡа биреу.
ЯУАПСЫ (Р .: ответчик; И.: person sued; T.: davalı) и. юр.
Ғәйепләнеп судка тарттырылған кеше. □ Ответчик. ■ Береһе лә өндәшмәгәс, [Аҡай батыр] куҙ ситен ниңәлер Килмәк дуҫына төбәне: йәнәһе, унан яуап көтә, уны төп яуапсы итә. Р. Камал.
ЯУАПТАШ (Р.: соответчик; И.: nontestifying co-defendant; T.: sanık) и. юр.
Ғәйепләнеүсе менән бергә яуапҡа тарттырылған кеше. □ Соответчик. Яуапташы-нан һорау ала башланылар. Судҡа яуапта-шын саҡырып индерҙеләр.
ЯУАПҺЫҘ I (Р.: безответный; И.: without response; T.: cevapsız) с.
1. Ҡаршы яҡтан яуап булмаған. □ Безответный. ■ Саф куңелдән яратҡан егет [Вилнар] йөрәгенә яуапһыҙ мөхәббәт тәрән эҙ һала, уны куңел ауырыуына дусар итә. «Башҡортостан», 12 сентябрь 2012.
2. Эшенә, ҡылығына һ. б. яуаплылыҡ тоймаған, еңел мөнәсәбәтле. □ Безответственный. Эшкә яуапһыҙ ҡараш.
3. Әһәмиәте бәләкәй. □ Неважный. Яуапһыҙ эш. Яуапһыҙ сара.
ЯУАПҺЫҘ II (Р.: без ответа; И.: irresponsibly; T.: cevapsız) р.
1. Яуабын әйтмәйенсә, яуап бирмәйенсә.
□ Без ответа. Һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырыу. М Капитан иһә әуәҫ ҡармаҡсы булһа ла, был юлы Сафаның уҙенә ишараһын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Р. Сабитов.
2. Еңел мөнәсәбәтле, яуаплылыҡ тоймайынса. □ Безответственно. Эшкә яуапһыҙ ҡарау. ■ Айһылыуҙың бутән һорауҙары ла, иркә йәки упкәле һуҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалды.
з. Биишева.
ЯУАПҺЫҘЛЫҠ (яуапһыҙлығы) (Р.: безответственность; И.: devil-may-careness; T.: sorumsuzluk) и.
Яуаплы тип ҡарамаған еңел мөнәсәбәт.
□ Безответственность. ■ Нәҫелдән нәҫелгә кусә килгән яман сир һымаҡ, хужаһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ, эштең һөҙөмтәһе өсөн вайымһыҙлыҡ беҙҙең саҡ тәпәй баҫҡан коллективҡа ла йоғоп өлгөрҙө. Ш. Янбаев.
ЯУГИЛДЕ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı)
и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени юрматы. Яугилде аймағы вәкиле. Яугилде аймағынан булыу. Яугилде аймағынан кәләш алыу.
ЯУГИР (Р.: боец; И.: fighter; T.: savaşçı)и.
Яуҙа, һуғышта ҡатнашҡан кеше; һуғышсы. □ Боец, воин. / Боевой. Яугир булыу. Яугир ир. Һәләк булған яугирҙар. ■ Яугир-ҙар штаб блиндажынан юғары кутәренке-лек менән сыҡтылар, бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫыштылар. Ғ. Аллаяров. Тирмә, өй тирәләре ҡапыл йәнләнде, бөтә ауыл яугир-ҙарҙы ҡаршыларға урамға һибелде. Н. Мусин.
ЯУГИРЛЫҠ (яугирлығы) (Р.: геройство; И.: heroism; T.: kahramanlık) и.
1. Яуҙа күрһәтелгән батырлыҡ. □ Геройство, героизм. Яугирлыҡ курһәтеу. М Батырша уҙ нәубәтендә Уран иләуе башҡорттарының батырлыҡ, яугирлыҡ тураһындағы әңгәмәләрен кинәнеп тыңланы. Ғ. Хөсәйенов.
551