Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 550 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯУАП БИРЕҮ
«Бабсаҡ менән Күсәк». Ҡаһым турә яуап алған саҡта дошман майор тора ҡалтырап. Халыҡ йырынан.
ЯУАП БИРЕҮ (яуап бир-) (Р.: отвечать;
И.: answer; T.: cevap vermek) ҡ.
1. юр. Ғәйепле кеше йәки шаһит булып, нимәлер тураһында мәғлүмәт биреү. □ Отвечать, давать сведения (как свидетель или ответчик). ■ Ике лә генә башҡорт яуап бирә .. Циолковский турә алдында. Халыҡ йырынан.
2. Ниндәйҙер эштең, ҡылыҡтың һөҙөмтәһе өсөн бурыслы булыу. □ Быть ответственным за кого, что. ■ [Доктор:] Кеше яҙмышы өсөн мин яуап бирәм! Б. Бикбай. Байғужин, башҡалар килеп еткәнсе, һин әсир өсөн яуап бирәһең, - тине Сундуков. Ә. Бикчәнтәев.
3. Нимәнеңдер талабына ярашлы булыу.
□ Отвечать каким-л. требованиям. Стандарттарға яуап биреу. Нормативҡа яуап биреу. Талаптарға яуап биреу.
ЯУАП БИРЕҮСЕ (Р.: ответчик; И.: sued person; T.: davalı) и. юр.
Ғәйепле кеше булып нимәлер тураһында мәғлүмәт биреүсе. □ Ответчик. ■ Яуап би-реусе табылғанға вәкил шатланып ҡуйҙы. Р. Байымов.
ЯУАПҠАР [фарс. с. иҫк. ҡар.
яуаплы. Яуапҡар кеше. Яуапҡар шәкерт. Яуапҡар мөғәллим.
ЯУАПҠАРЛЫҠ (яуапҡарлығы) и. иҫк. ҡар. яуаплылыҡ. Уның өҫтөндә ҙур яуап-ҡарлыҡ. Яуапҡарлыҡ менән эш итеу.
ЯУАПҠА ТАРТТЫРЫУ (яуапҡа тарттыр-) (Р.: привлечь к ответственности; И.: make accountable; T.: hesap sormak) ҡ. юр.
Ғәйепләп, хөкөм итеү; хөкөмгә тарттырыу.
□ Привлечь к ответственности. М [Атаһы -Хисамға:] Улым, был нәмә менән шаярырға ярамай. Был патронды беҙҙә тапһалар, яуапҡа тарттырырҙар. Ш. Насыров.
ЯУАПЛАМА [ғәр. + фарс. (Р.: бумага с записью молитвы; И.: piece of paper with a Moslem prayer; T.: dualar kaydedilen kağıt) и. дини.
Үлгән кешенең бер ҡат уралған кәфене өҫтөнән түшенә һалына торған доға яҙылған
ҡағыҙ (дини ышаныуҙар буйынса, кеше теге донъяла шул ҡағыҙға ҡарап яуап бирә). □ Бумага с записью молитвы (кладётся на грудь умершего поверх савана, которая, по религиозным представлениям, помогает держать ответ в потустороннем мире). Яуаплама яҙып һалыу. ■ Яуаплама - ҡырҡ булек, ҡырҡ булектә ҡырҡ яуап яҙыла. Хикәйәттән. Олатай киндер тоҡсай эсендәге Ҡөрьән китабы араһынан ҡағыҙ биттәрен сығарып инәйемә, миңә, Мөхәмәдиә апама исемләп атап яҙған доға яуапламаларҙы таратып бирҙе. Л. Яҡшыбаева.
ЯУАПЛАУ (яуапла-) (Р.: отвечать; И.: answer; T.: cevaplamak) ҡ.
Яуап ҡайтарыу, яуап биреү. □ Отвечать, давать ответ. ■ Олатай, беҙҙең, ошо йылғаның башы алыҫмы? - тип һораған малай. -Ос көнлөк юл, - тип яуаплаған аҡһаҡал. Ә. Вахитов. Егет иһә йөрәк ярһыуын бик оҙаҡ баҫа алмай йөрөнө, асыуын кемгә төшөрөргә белмәне, һуҙ ҡушҡан кешегә йә тупаҫыраҡ яуапланы, йә бөтөнләй өндәшмәне. М. Иҙелбаев.
ЯУАПЛАШЫУ (яуаплаш-) (Р.: спорить;
И.: dispute; T.: tartışmak) ҡ.
Риза булмай, ҡаршы һөйләшеү; һүҙ көрәштереү. □ Спорить, пререкаться с кем-л. // Спор, пререкание. Ололар менән яуаплашыу. ■ Новиков менән яуаплаша башлаһаң, ул һинең бер һуҙеңә ун төрлө һуҙ әҙерләй. Д. Юлтый. Ике бандит ике ҡулынан тотоп, тартҡылашып, һелкешеп, ниҙер әйтеп яуаплашҡан Айбулатты һөйрәкләп алып баралар ине. Һ. Дәүләтшина.
ЯУАПЛЫ (Р.: ответственный; И.: answerable; responsible; T.: sorumlu) с.
1. Ниҙеңдер булмышы, үтәлеше өсөн яуап тоторға тейешле, бурыслы. □ Ответственный, несущий ответственность. Яуаплы кеше. ■ Үксәң тейеп уткән тупраҡҡа һин яуаплы Ватан алдында. С. Кулибай.
2. Эш өсөн айырым хоҡуҡлы һәм бурыслы. □ Ответственный. Яуаплы мөхәррир. Яуаплы сәркәтип.
3. Бик әһәмиәтле. □ Ответственный, важный. Яуаплы осор. Яуаплы эш. ■ Бөгөнгө
550