ЯУАП АЛЫУ
ҙарынан иҫән-һау ҡайтты. 3. Биишева. Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта, яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары. Халыҡ йырынан.
3. Бойондороҡло халыҡтың азатлыҡ өсөн асҡан ҡораллы көрәше. □ Бой, битва, восстание. Салауат яуы. ■ XVIII быуаттың тәүге яртыларында башҡорт илендә Ҡараһаҡал, Аҡай яуҙары була. М. Буранғолов. Урал ғына тауын бирмәҫ өсөн, ҡуп утте унан башҡорт яуҙары. Халыҡ йырынан.
4. Ҡораллы ғәскәр. □ Войско. Атлы яу. Яу башы. М Франсуз, франсуз килә, ти, Наполеоны түрә, ти, яуы еткән Мәскәүгә лә буҫағала тора, ти. Халыҡ йырынан. Батшаның яуы шунда уҡ ҡырылып бөтә. Әкиәттән.
5. Ғәскәрҙәге ҡораллы кеше; яугир, һалдат. □ Воин. Сиреү хеҙмәтенә яу алыу. ■ Иртуған уҙенең егерме яуы менән һалдаттарға ҡаршы .. һуғыша ине. А. Таһиров. Ул [Сәрмәсән] йырсы ла, ҡурҡыу белмәҫ яу ҙа булды. «Һуңғы Һартай».
6. Яман кеше, дошман. □ Враг, противник, неприятель. ■ [Гимерғотло - ханға:] Халҡың менән үҙең аман йөрөң, теләһәң яу, теләһәң дуҫ бул үҙең. «Бабсаҡ менән Күсәк».
7. күсм. Нимәнелер күпләп бөтөрөүсе, күп тотоноусы. □ В значении сказуемого "плохо, нехорошо, трудно’. Аҡса яуы. Икмәккә яу. Утынға яу. ■ Ураҡ еткәс, иртә-кис тә орлоҡҡа яу ул ҡарға. С. Кулибай. [Ай-булаттың] бала-сағаһы ла күбәйеп бара, тамаҡ яуы ғына арта. Һ. Дәүләтшина.
♦ <Ҡара> яу булыу ябырылып, иҫәпһеҙ күмәк төркөм булыу. □ Несметное войско, рать. Яу булып килеү. ■ Айбарланған батырҙар яуға барыр, яу булып. Ҡобайырҙан. [Бабай:] Ҡоро ҡул менән алып булмай. Бөтә ҡоралдарығыҙҙы алып, илегеҙ менән яу булып килегеҙ, - тигән. Әкиәттән. Яу һалыу ныҡ ҡысҡырыу, ныҡ тауышланыу. □ Кричать во всю глотку, орать. ■ Полкан менән Ҡашҡар дот яға яу һалып өрөргә тотондо. Ә. Бикчәнтәев.
ЯУ II (Р.: много; И.: lot of; T.: sayısız) р. диал. ҡар. күп I, 1.
һанһыҙ булған, ишле. □ Много. Халыҡ яу булып ағылды.
ЯУАП (яуабы) [ғәр. ] (Р.: ответ; И.: answer, reply; T.: cevap) и.
1. һорауға, мөрәжәғәткә ҡайтарып әйтелгән һүҙ. □ Ответ. / Ответный. Яуап ҡайтарыу. Я Егет әйткән: «Тәүҙә һин миңә исемеңде әйт, һылыу ҡыҙ», - тигән. Ҡыҙ яуап биргән: «Минең исемем Барсын булыр», -тигән. «Алпамыша». Надя үҙенең һуңғы һорауына Ишбулдынан яуап көтмәне, диңгеҙ тулҡындары һуғылып сәсрәгән ҡая таш яғына боролдо ла шым ғына баҫып торҙо. Ғ. Аллаяров. Ҡилененең дөрөҫ яуабына Зөләйхә әбейҙең күңеле бөттө. 3. Биишева. • Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Әйтем. Тауҙай талабың булғансы, тырнаҡтай яуабың булһын. Әйтем.
2. Уҡытыусының дәрес темаһы буйынса ҡуйған һорауына ҡайтарып һөйләгән һүҙ. □ Ответ. Дөрөҫ яуап. Яуап биреү.
3. Йомаҡтың, математик миҫалдың йәки мәсьәләнең сиселгән һөҙөмтәһе. □ Ответ, решение, разгадка (примера, задачи и т.п.). Йомаҡтың яуабы. Мәсьәләнең яуабы. Яуабын табыу. ■ Өлкөм-өлкөм төрөлөп, матур булып күренеп, үҫә күҙҙе ҡыҙҙырып, ҡыҙыл булып бөрөлөп. Йә, һин уйлап тап әле, нимә булыр яуабы? Ғ. Амантай.
4. Ҡемдеңдер берәй эшенә, ҡылығына йәки нәмәгәлер мөнәсәбәт белдереп, ҡаршы эшләнгән эш. □ Ответ, отклик. Яуап ҡағыҙы. Яуап хаты. ■ Уларҙың [ҡыҙҙарҙың] матур яҙылған хаттарына ҡаршы матур яуап яҙырға кәрәк. Д. Юлтый. Райкомға яуап яҙып ебәрер өсөн, Ринатҡа мәктәптән, шулай уҡ инспекциянан характеристика талап иттеләр. Р. Байбулатов.
5. Үҙ эшең, ҡылығың өсөн үтәргә тейешле бурыс. □ Ответ, ответственность. Яуапҡа тарттырыу. Ил алдында яуап тотоу.
ЯУАП АЛЫУ (яуап ал-) (Р.: допрашивать; И.: examine; T.: sorgulamak) ҡ.
Нимәнелер асыҡлау, дәлилләү өсөн шаһиттарҙан йәки ғәйепленән һорашып кәрәкле мәғлүмәт алыу. □ Допрашивать. // Допрос. ■ Ҡарағөлөмбәт ҡайҙа, әйтеп бир! - тип, Күсәк батыр был үҫмерҙән яуап алды.
549