ЯТЫУ
лыҡылдауына иғтибар итмәне, аҡ балыҡ-ажауҙар йөҙгән ятыуға ҡарап ултыра бирҙе. И. Ғиззәтуллин.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, һыу эйәләре йәшәгән урын. □ Омут (место обитания духов воды). Ятыуҙа һыу инәһе, һыу ҡыҙҙары йөрөй, ти.
ЯТЫУ III (Р.: летнее стойбище для скота; И.: summer cattle camp; T.: yazlık) и. ҡар. саңлау.
Мал йыйылып ята торған еләҫ, күләгә урын. □ Летнее стойбище для скота. Ятыуҙа быйыл мал куп. Һыйырҙар ятыуға табан ыңғайланылар.
ЯТЫУЛАУ (ятыула-) (Р.: иметь желание, хотеть полежать; И.: feel like lying down; T.: hep yatmak istemek) ҡ.
Гел ятырға ғына ыңғайлау; ятаҡлау. □ Иметь желание, хотеть полежать. Ятыулап тороу. Бала ятыулап тора. Ҡарт ауырый, ахыры, ятыулай.
ЯТЫУЛЫ (Р.: с омутом; И.: with a whirlpool; T.: longuzlu) с. диал.
Тәрән ятыуы (II) булған. □ С омутом. Ятыулы йылға. ■ Яманға ҡаршы тулҡынған, яҡшыға ҡарап урғылған, диңгеҙҙән дә ятыулы, Уралдан да артыулы - нимә булыр, әйт шуны. Ҡобайырҙан.
ЯТЫУЛЫҠ (ятыулығы) и. диал. ҡар. ятыу II. Ятыу лыҡ йылға буйында урынлашҡан. Ятыулыҡтан китеу. Ятыулыҡҡа ҡыуыу.
ЯТЫШ I (Р.: положение; И.: location, position; Т.: durum) и.
1. Ятыу, урынлашыу рәүеше. □ Положение (чего-л. лежащего). Нәмәнең ятышы. Өрлөктөң ятышы яҡшы булды. М [Әбузәр:] Яҡтыла тамаҡ ялғап алмайыҡмы? Ҡайыш ятышы бушаны. Я. Хамматов. Шахта ҡаҙыу тауҙарҙың миллионлаған йылдар буйы нығынған ятышын боҙа. Ғ. Хисамов.
2. ҡар. ятҡылыҡ. Алтын ятышы. ■ Газ куп булмаған ятыштарҙа иһә иң өҫтә -нефть, ә уның аҫтында һыу була. Д. Бураҡаев. Яңы нефть ятыштары асылыу районға ҙур еңеллек килтерҙе. И. Абдуллин.
3. диал. ҡар. ятыу III. Мал ятышы. Йәйге ятыш. Ятышҡа туҡтау.
4. диал. Туҡталыу урыны. □ Привал, место стоянки. Һалсылар ятышҡа килеп етештеләр. Ятышта ашап алыу.
ЯТЫШ II с. ҡар. ятышлы. ■ Үҙҙәренеке булһа ла, өйө ят, урамы йәнгә ятыш тугел. Б. Ноғоманов.
ЯТЫШЛЫ (Р.: подходящий; И.: fitting; pleasant for; T.: uygun) c.
Килешле, ярашлы. □ Подходящий, располагающий, приятный. Йөрәккә ятышлы йыр. Телгә ятышлы исем. Ҡолаҡҡа ятышлы һуҙ. ■ Нәфисәнең кейем-һалым һайлауға куҙе һынсыл, ул димләгән әйбер һәр ваҡыт күңелгә ятышлы, һынға килешле була. Р. Вәлиев. Быға тиклем гел ҡалала йәшәгән, кеҫәһенән бер саҡта ла аҡса өҙөлмәгән егет куңеленә ятышлы ҡыҙҙарҙың башын аҙ әйләндермәне. Н. Мусин.
ЯТЫШЫУ (ятыш-) ҡ. урт. ҡар. ятыу I. взаимн. от ятыу I. Өйҙәгеләр ятышты. М [Ике һыбай] килеп еткән саҡта ауылда куптән ятышҡандар ине инде. Б. Бикбай.
ЯТ-ЯМАН (Р.: чужие; И.: carpetbaggers; T.: yabancılar) и. йыйн.
Сит, дошман кешеләр. □ Чужие, враги. ■ Тарих юлсыһы яҡшы дуҫҡа йәнен йәлләмәгән, ят-яманға булған аяуһыҙ. С. Кулибай.
ЯУ I (Р.: нападение; И.: raid, aggression; T.: savaş) и.
1. Берәй ил, дәүләткә ҡаршы ойошторолған һуғыш хәрәкәте. □ Нападение, нашествие. Сыңғыҙ хан яуы. Дошман яуы. Яу ҡайтарыу. М Ҡанығып килгән яуҙарҙан йортон-ерен һаҡларлыҡ ир етте инде Уралда. Ҡобайырҙан. Яуға ҡаршы яу сабыр батыр-батыр ирҙәр бар. Ҡобайырҙан. Ат-ҡайҙарға атланып, яуҙар сабып, ил һаҡлаған беҙҙең аталар. Халыҡ йырынан. • Яу серен яу белмәҫ. Мәҡәл. Үҙеңдеке уҙеңә яу. Әйтем. Ут менән һыу - телһеҙ яу. Әйтем. Яу ҡайтһа, батыр куп. Әйтем.
2. Ғәскәр менән ғәскәр араһындағы ҡораллы алыш; һуғыш. □ Сражение, бой, битва. / Боевой. Изге яу. Яу аты. Яу ҡоралы. Яу ораны. Яу яланы. Яу асыу. Яуға барыу. Яуҙан ҡайтыу. Яуҙа улеп ҡалыу. М Яҡшы атаның балаһы шәһит улә, яу йөрөп. С. Юлаев. Иштуған менән Әхәт яу ҡыр
548