Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 547 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯТЫУ
5. Өҫтән ҡаплап, урынлашҡан хәлдә булыу. □ Ложиться, лечь на что-л. Я Ҡыҙҙың элекке ҡояш кеуек яҡты йөҙөнә ни эшләптер шәулә ятҡан. Ә. Вахитов. Эңер яҡынлашыу менән, ҡар өҫтөнә зәңгәр кулә-гәләр ятты. Ә. Бикчәнтәев.
6. Ғәҙәттәге булмышта, ғәмәлдә булыу. П Сочетание с деепричастием на -п основного глагола образует сложные глаголы со значением постоянства. ■ Еуешуҙән уйпатлығында йыйылған даръя элеккенән дә киңерәк булып, ғәжәп ҙур көҙгөләй, йәйрәп сайҡалып ята. Р. Байымов. Алда осһоҙ-ҡырыйһыҙ таҡыр юл, яҡ-яҡта башҡорт батырының уҡалы аҡ тула сәкмәне шикелле төҙөу, ҡылғанлы дала йәйелеп ята. 3. Биишева.
7. Ғәҙәттәге тормошта булыу, йөрөү, йәшәү. □ Лежать, находиться, быть (постоянно, долгое время). Өйҙә ятыу. Буш ятыу. Шәп ятаһыңмы? ■ Аҙна уткәс, бай янына килеп, Оморҙаҡ: «Тик ятыу бик екһетте бит әле. .. Бер төрлө эш булмаҫмы?» - тип һораған. Әкиәттән. Билдәле, ауылда уҙ аты, уҙ ҡорамалы менән эшләргә хәленән килмәгән кешеләр, мәжбури эшһеҙ ятҡан ярлылар аҙ тугел. Ғ. Дәүләтшин.
8. Ниндәйҙер урында йәки эштә булыу. □ Пребывать, находиться где-л. Ауылда ятыу. Ятаҡта ятыу. Бесәндә ятыу. ■ Колхоздың бесәнселәре алты урында ҡуна ятып эшләй. Р. Бикбаев. Ҡайһы берәуҙәр, юл өҙөлөргә тороуға ҡарамаҫтан, балтаһын ҡояшта ялтыратып, урамда бөгөн дә әкрен генә бура бурап ята. Р. Ғабдрахманов. Йәй уртаһында тигәндәй, нимә эшләп сит ауылда ятмаҡ кәрәк. М. Ғиләжев.
9. кусм. Ыҡсым, килешле булыу. □ Идти, быть впору (об одежде и т. п.). ■ Төхвәт аҡ яғалы кулдәк өҫтөнән яҡшы костюм кейгән, костюмы кәуҙәһенә ятып тора. Ғ. Хәйри.
10. Килешеү, оҡшау. □ Идти, быть к лицу, подходить, гармонировать. ■ Сәсе оҙон, һаҡал-мыйыҡтары бер ҙә йөҙөнә ятып бөтмәй. Д. Юлтый.
11. -а, -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, төп ҡылымға дауамлы хәҙерге заман төшөнсәһе биргән ҡушма ҡылым
яһай. □ В сочетании с деепричастием на -а, -п основного глагола образует сложные глаголы со значением длительности действия. Бара ятыу. Килә ятыу. Ағып ятыу. Йөрөп ятыу. ■ Бер ваҡыт кинйә малай кул буйында йөрөп ятһа, һыу ситендә ултырған бер ҡыҙға тап була. Әкиәттән. Тауҙың аҫтында дуғаланып киң генә йылға ағып ята. X. Зарипов.
12. -ырға формаһындағы ҡылымға ҡушылып, киләсәк эш-хәрәкәтте белдергән ҡушма ҡылым яһай. □ С формой глагола на -ырға образует сложные глаголы со значением намерения. Барырға ятыу. Килергә ята. Ҡайтырға ятыу. Үлергә ятыу.
♦ Күңел<гә> ятыу оҡшау, яратыу, хуш күреү. □ Душа лежит. ■ [Таңсулпан] йәшлек мөхәббәтенә мәңгегә тоғро булып ҡалды. Башҡаларға куңеле ятманы. Ф. Рәхимғолова. Йырым куңелдәргә ятһын, йырым минең тынмай аҡһын. Р. Ғарипов. Миңһы-лыуҙың уҡыуы ла рәтләп куңеленә ятманы, эшендә лә йә арҡаулыҡ, йә буйлыҡ ептәре йышыраҡ өҙөлдө. Ә. Байрамов. Ят та үл ғәжәп итерлек, хайран булырлыҡ берәй нәмәгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Умереть можно (о чём-л. потрясающем). ■ Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар - ят та ул инде! Р. Ғарипов. Ятһа ла, торһа ла һәр ваҡыт. □ Всё время, всегда. Я [Кунаҡҡол ҡатыны:] Өйҙәш һине яҡын итә, Маһира. Ятһа ла, торһа ла телендә - һин. X. Ғиләжев. Ятып ҡалыу 1) бушҡа сығыу, онотолоу. □ Быть забытым (о чём-л.); 2) хәстәрен, сараһын күрмәй, тик йөрөү. □ Ничего не предпринимать, бездействовать. • Ятып ҡалғансы, атып ҡал. Әйтем.
ЯТЫУ II (Р.: омут; И.: whirlpool; Т.: longuz) и.
1. Йылғаның әкрен, яй аҡҡан тәрән урыны. □ Омут. Йылға ятыуы. Тәрән ятыу. ■ Беҙҙең Иҙәш буйы - ләм, кук ятыу, кук ятыуҡайҙарҙа кук бәрҙе. Халыҡ йырынан. Өмәселәрҙең бөтәһе лә Туҡ буйына китеп, тәрән ятыуҙа рәхәтләнеп һыу инделәр, ат йөҙҙөрҙөләр. С. Агиш. Ағаһы ҡустыһының
547