Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 546 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯТЫЛЫУ
Боронғо йола буйынса, ҡунаҡтарға ҡайтыр ваҡыт етте, тигәнде аңлатып, көрәгәгә ағас киҫәге, киҫкә һалыу. □ Обрядовое действие, показывающее время прощания с гостями. ■ Ятыҡ һалыу йолаһы буйынса, мәжлестең уртаһындараҡ көрәгәсе мискәнең өҫтөндәге сепрәкте асып ҡарай ҙа: «Ятыҡ кәрәк, ятыҡ!» - тип ҡысҡыра. М. Ямалетдинов.
ЯТЫЛЫУ (ятыл-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. ятыу I, 1-3, 7, 8. безл. от ятыу I, 1-3, 7, 8. ■ Ҡар өҫтөндә оҙаҡ ятылды. А. Карнай.
ЯТЫМАЛАҒАЙ (Р.: чтоб тебя!; И.: goddammit; T.: Allah belanı versin!) ымл. диал.
Ғәрләнеү ымлығы. □ Чтоб тебя! (междометие, выражающее досаду, стыд). Яты-малағай, ҡайһылай оят булды.
ЯТЫМЛЫ с. ҡар. ятышлы. Ҡолаҡҡа ятымлы һуҙ. Йөрәккә ятымлы ҡараш.
ЯТЫНДЫҠ (ятын д ығы) (Р.: дровяник; И.: woodshed; T.: odunluk) и. диал. ҡар. утынлыҡ.
Утын бысып, ярып, өйөп ҡуя торған урын.
□ Дровяник. Ятындыҡта утын ярыу. Ятындыҡ тулы утын.
ЯТЫР I (Р.: постоянный (о снежном покрове); И.: permament (snow cover); T.: kalıcı) c.
1. Ҡышҡа ҡала торған, ятырға тейешле.
□ Постоянный (о снежном покрове). Ятыр ҡар. ■ Ятыр ҡар яуғас уҡ, улар [айыуҙар].. йоҡларға ята. Ж. Кейекбаев.
2. Йоҡларға ята торған, йоҡларға тейешле. □ Вечерний, поздний (о времени, когда пора ложиться спать). Ятыр саҡ. Ятыр ваҡыт етте. Ятыр мәлдә генә өйгә ҡайтып етеу.
ЯТЫР II (Р .: время, когда пора ложиться спать; И.: sleeping time; T.: uyku vakti) и.
Йоҡларға ята торған ваҡыт. □ Время, когда пора ложиться спать. Ятырҙа өйгә ҡайт. ■ Ятырҙа урам буйлап йырлашып йөрөнөләр. Ж. Кейекбаев.
ЯТЫРАҠАЙ (Р.: отложной; И.: turndown; T.: devrik) с. диал. ҡар. ҡайтарма II.
Ҡайтарып, кирегә бөкләп ҡуймалы. □ Отложной, откидной. Ятыраҡай яҡа тегеу. Ятыраҡай яҡалы кулдәк.
ЯТЫРҒАТЫП (Р.: тайком; И.: behind one’s back; T.: gizlice) р. диал. ҡар. йәшертен.
Башҡаларға белдермәйенсә. □ Тайком. Ятырғатып ҡына әйткән була, сабый аңламаһын тип.
ЯТЫРҒАУ (ятырға-) ҡ. диал. ҡар. ятһыныу. Кешенән ятырғай. Бала ятырғай. Ятырғап тороу.
ЯТЫР КЕЙЕМ (Р .: постельные принадлежности; И.: bedclothes; T.: yatak takımı) и. диал.
Урын әйберҙәре. □ Постельные принадлежности. Ятыр кейем тушәу. Ятыр кейемде йыйып ҡуйыу. Ятыр кейемде йыйыштырыу.
ЯТЫРҠАУ (ятырҡа-) ҡ. диал. ҡар. ятһыныу. Бала ят кешенән ятырҡап илап ебәрҙе.
ЯТЫУ I (ят-) (Р.: лежать; И.: lie; Т.: yatmak) ҡ.
1. Тотош кәүҙә менән горизонталь хәлдә урынлашыу. □ Лежать, лечь. Ергә ятыу. Ҡырын ятыу. Ятып алыу. Ятып тороу. Салҡан ятыу. М Ағастарҙың һуңғы япраҡтары өҙөлөп төшөп, алтын тәңкәләр һымаҡ, ергә тушәлеп яттылар. И. Ғиззәтуллин. • Егетлек ерҙә ятмаҫ. Мәҡәл.
2. Йоҡлар өсөн урынлашыу. □ Ложиться, лечь (спать). Йоҡларға ятыу. Иртә ятыу. һуң ятыу. ■ Тыуған ғына илем иҫемә төшһә, ятып йоҡлап булмай йоҡомдо. Халыҡ йырынан. Кәбир ҡасандыр ҡарттарҙың улдары биләгән эске булмәгә инеп, Гөлзифа инәһенең хәстәрле ҡулдары менән йәйелгән йомшаҡ урынға ятты. Яр. Вәлиев.
3. Ауырып, түшәктә булыу. □ Лежать, находиться (в постели). Оҙаҡ ятыу. Больницала ятыу. ■ Эш, ауырыу менән миктәгән Шәһәрбаныу шул ятыуҙан мандыманы, өс айлыҡ ҡына сабыйы менән Гөлбаныуҙы ҡалдырып, яҡты донъя менән хушлашты. Т. Ғарипова.
4. һалған, урынлаштырған хәлдә булыу. □ Лежать, находиться. Асҡыс өҫтәлдә ята. Бесән ҡырҙа ята. Кейем һандыҡта ята. ■ Алдында ятҡан ҡулъяҙманың һуңғы битен уҡып сыҡҡас, Зинунә, тәьҫирен юйырға теләмәгән кеуек, тын ғына ултырҙы. Ә. Вәли.
546