ЯТЫҠ ҺАЛЫУ
ЯТМА (Р.: вечерние посиделки с ночёвкой; И.: party; T.: parti) и. иҫк.
Киске уйын, аулаҡ өйгә йыйылып ҡуныу кисәһе. □ Вечерние посиделки с ночёвкой. Ятмаға барыу. Ятмаға йыйылыу. Ятма үткәреү.
ЯТМАҠ (ятмағы) (Р.: куча; И.: armful; T.: yığın) и. диал. ҡар. күтәрем 1.
Бесәнде бер күтәреп, сәнсеп алырлыҡ күләм. □ Куча, ворох (сена, сгребённого с валка). Бесәнде ятмаҡҡа йыйыу. Ятмаҡ-тар яһау. Ятмаҡ өйөү.
ЯТМА СИТӘН (Р.: плетень; И.: wicker fence; T.: çit) и. диал. ҡар. ситән.
Талдан, сыбыҡтан үреп эшләнгән кәртә.
□ Плетень. Ятма ситән эшләү. Ятма ситән менән уратыу. Ятма ситәнгә һөйәлеү.
ЯТМА ЫҢҒЫРСАҠ (ыңғырсағы) (Р.: прямая седёлка; И.: bee-line saddle; T.: düz eyer) и.
Ағасы бөкмәй эшләнгән ыңғырсаҡ төрө.
□ Прямая седёлка. Атты ятма ыңғырсаҡ менән егеү. Ятма ыңғырсаҡ көмрө ыңғырсаҡтан үҙенең эшләнеше менән айырыла.
ЯТТАН I (Р.: по памяти; И.: from memory; T.: ezbere) р.
Иҫтә ҡалғанса, күңелдән; ятҡа. □ По памяти. Яттан иҫәпләү. Яттан ҡабатлау. Шиғырҙы яттан белеү. Яттан һөйләү. Ш Әсәһенең муйынсаһындасы иң ҙур тәңкәнән дә дәүерәк көмөш түңәрәктәге яҙыуҙы Ғабдулла яттан белә. М. Кәрим. Айнур Йәнүҙәккә арналған шиғырын эҙләп тапты, ләкин уҡыманы, яттан һөйләргә тотондо. Н. Мусин. Әҙерәк хәл алғандан һуң, Ҡәнзәфәр һәр боролошон, һәр соҡорон, үрен яттан белгән юлға сыҡты. М. Ғиләжев.
ЯТТАН II (Р.: со стороны; И.: from outside; T.: uzaktan) р. диал.
Ситтән, сит тарафтан. □ Со стороны. Яттан кәләш алыу. Яттан ҡыҙ алыу.
ЯТҺЫНЫУ (ятһын-) (Р.: чуждаться; И.: hold oneself aloof; T.: kendini uzak tutmak) ҡ.
Ят күреү, ятҡа һанау; ят итеү. □ Чуждаться, дичиться кого. // Отчуждение. Ятһынып йөрөү. Ятһынып ҡарау. Ятһынып тормау. Бер кемде лә ятһынмау. Бала
ятһынып тора. М һәр кем әйтер һүҙен әйтә, йырлар йырын йырлай, ятһынып тормай. М. Кәрим. Әллә ай яҡтыһында күргәнгәме, яҡын уҡ килгәс тә Ишбулды нисектер Надяны танымаған төҫлө, ятһынып текләп торҙо. Ғ. Аллаяров. Йомағужа ҡарт менән Мәфтуха ҡарсыҡтың бөтөрөлөп тороуҙа-рына ҡарамаҫтан, ҡала ҡыҙы байтаҡ ваҡыт бик ятһынып торҙо. Ә. Вәли.
ЯТҺЫНЫШЫУ (ятһыныш-) ҡ. урт. ҡар. ятыһыныу. взаимн. от ятһыныу. Балалар ятһынышып ҡарап торалар. М Малайҙар башта, ятһынышып, һөйләшмәй, бер-бере-һенә һынаулы ҡарап торҙо. «Башҡортостан», 2 май 2014.
ЯТҺЫРАТЫУ (ятһырат-) ҡ. ҡар. ятһытыу. Кешене ятһыратыу. Ятһыратып ҡарау. Үгәй әсә баланы ятһырата.
ЯТҺЫРАУ (ятһыра-) ҡ. ҡар. ятһыныу. Кешеләрҙән ятһырау. ■ Һуңғы көндәрҙә кешеләрҙән айырым йәшәп ятһыраған Әбү-зәрҙең күңеле күтәрелде. Я. Хамматов.
ЯТҺЫТЫУ (ятһыт-) (Р.: отчуждать; И.: estrange; T.: yabancılaştırmak) ҡ.
Үҙ итмәй, яҡын күрмәй ситләтеү. □ Отчуждать. Н Ятһытып ҡаҡһаң да ситкә, мин киләм, мин үҙһенәм. Д. Юлтый.
ЯТЫҒАН и. диал. ҡар. ятаған II. Ятыған яһау. Ятығанда уйнау.
ЯТЫҠ I (ятығы) (Р.: валежник; И.: dead-wood; T.: kurumuş ağaçlar) и.
1. Урманда ауып, ҡороп ятҡан ағастар; киҫкә. □ Валежник. Урман тулы ятыҡ. Ятыҡ йыйып, ут яғыу.
2. Утын һалып ҡырҡа торған ағас; түмәр. □ Чурбан. Ятыҡта утын ҡырҡыу. Киң ятыҡ.
3. диал. һынған, ләкин ергә төшмәгән, эләгеп торған ағас йәки ботаҡтар. □ Бурелом. Ятыҡтарҙы йыйып алыу. Бурандан һуң ятыҡ күбәйгән.
ЯТЫҠ II (ятығы) и. диал. ҡар. ятыу II. Ятыҡта балыҡ тотоу.
ЯТЫҠ ҺАЛЫУ (Р.: обрядовое действие, показывающее время прощания с гостями; И.: kind of Bashkir national wedding rite; T.: misafirlerin veda vakti) и. этн.
545