Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 544 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯТ-ЙОЛАМА
ЯТ-ИОЛАМА (Р.: чужие люди; И.: strangers in blood; T.: yabancılar) и. йыйн.
Сит-ят кешеләр. □ Чужие, посторонние люди. Ят-йолама менән бергә йөрөу. Ят-йолама менән аралашыу.
ЯТҠА (Р.: наизусть; И.: from memory, by heart; T.: ezbere) р.
Иҫтә ҡалғанса, күңелдән; яттан. □ Наизусть. Шиғырҙы ятҡа һөйләу. Ятҡа белеу. ■ Милованова оҙон ҡалын ҡағыҙға төрлө төҫтәге буяуҙар һәм цифрҙар менән яҙылған нарядты бөтөнләй тиерлек ятҡа белә инде. Ә. Бикчәнтәев.
ЯТҠА БИКЛӘҮ (ятҡа биклә-) (Р.: заучить; И.: memorize; T.: ezberlemek) ҡ.
Ятлап алыу, һүҙмә-һүҙ хәтерҙә тотоу. □ Заучить; затвердить. ■ Отҡор Салих Ғабдулла Туҡайҙың шиғырын өс-дурт тапҡыр ҡабатлағандан һуң ятҡа бикләп тә алды. X. Мохтар.
ЯТҠАРА р. диал. ҡар. ятҡа. Доғаны ятҡара уҡыйбыҙ. Ятҡара һөйләу. Ятҡара белеу.
ЯТҠА ҺАЛЫУ (ятҡа һал-) ҡ. диал. ҡар. ятҡа бикләү. Өйгә эште ятҡа һалыу.
ЯТҠЫҘЫУ (ятҡыҙ-) ҡ. диал. ҡар. ятҡырыу. Баланы йоҡларға ятҡыҙыу.
ЯТҠЫЛЫҠ (ятҡылығы) (Р.: залежь;
И.: bank, deposit, field; T.: maden yatağı) u.
Файҙалы ҡаҙылдыҡ булған урын. □ Залежь, месторождение. Алтын ятҡылығы. Нефть ятҡылығы. Кумер ятҡылығы. Таш ятҡылығы. ■ Бында руда ятҡылығы бар икән, шуның янында яңы завод, яңы ҡала һаласаҡтар. Р. Камал. Ҡаланан алтмыш километр төньяҡтараҡ тауҙар араһында куптән тугел яңы ҙур нефть ятҡылығы астылар. Д. Исламов.
ЯТҠЫН и. диал. ҡар. ятыу III. К Яҙ көнө Арсланов Әлкә комитеты пленумында, алдын-артын бик ук уйлап тормайынса, район буйынса дурт мең гектар ятҡын ерҙәр асырға вәғәҙә биреп ҡайтҡайны. Д. Исламов.
ЯТҠЫРМА СИТӘН (Р.: плетень; И.: wicker fence; T.: çit) и. диал. ҡар. ситән.
Талдан, сыбыҡтан үреп эшләнгән кәртә. □ Плетень. Ятҡырма ситән ҡуйыу. Ятҡыр
ма ситән менән уратыу. Ятҡырма ситән ишеу.
ЯТҠЫРЫУ (ятҡыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ятыу. понуд. от ятыу. Я Таҙара һәм тағы ла сибәрләнә төшкән Римма ҡыҙҙарын йоҡларға ятҡырҙы ла тәҙрә янына килде. Ә. Байрамов. Флорида тушәгенән тора башлаған Лидия Николаевнаны ипләп кенә кире ятҡырҙы. Т. Ғарипова.
ЯТЛАЙ р. диал. ҡар. ятҡа. Ятлай һөйләу. Ятлай белеу.
ЯТЛАЙҒА I (Р.: за глаза; И.: behind one’s back; T.: gıyaben) p.
Үҙе юҡта, үҙе булмағанда, артында. □ За глаза. ■ Йомай .. Заһитты ятлайға орошоп ташланы, һ. Дәүләтшина.
ЯТЛАЙҒА II р. диал. ҡар. ятҡа. Ятлайға белеу. Ятлайға һөйләу.
ЯТЛАНЫУ (ятлай-) ҡ. төш. ҡар. ятлау. страд, от ятлау. Шиғыр еңел ятлана. ■ Уның [Мәжит Ғафури] шиғырҙары, мәҫәлдәре, хикәйәләре халыҡ араһында иң тиҙ таралыусан булды, куңелдән ятланды, һөйөлөп уҡылды һәм әле лә уҡыла. «Башҡортостан», 1 август 2015.
ЯТЛАТЫУ (ятлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ятлау I. понуд. от ятлау I. Шиғыр ятлатыу. Я Таһира апай ҙа беренсе кластан шулай өйрәтте: йә төлкө, йә айыу ролен бирә, шиғыр ятлата, йыр йырлата. Р. Камал.
ЯТЛАУ I (ятла-) (Р.: заучивать; И.: memorize; T.: ezberlemek) ҡ.
1. Хәтерҙә ҡалдырыу өсөн ҡат-ҡат ҡабатлау. □ Заучивать, выучивать наизусть. // Заучивание, зубрёжка. Шиғыр ятлау. Ятлап алыу. М Ул айырылышҡан саҡта йырлармын тип, йырҙар ятланы. Ғ. Сәләм. Шәкерттәр, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, сурәләр ятларға тотондо. Я. Хамматов.
2. Хәтерҙә ҡалдырыу. □ Запомнить. ■ Ике аралағы юлды ятлап бөткән кук дунән, тыуған яҡҡа юлланыу ҡыуанысынан дәртләнеп, ҡыҙыу юртып китте. М. Ямалетдинов. Зөһрә фронт уткән урындарҙың картаһын, осраған бер ерҙә ҡарай торғас, ятлап бөткән инде. Ф. Иҫәнғолов.
ЯТЛАУ II (ятла-) ҡ. диал. ҡар. ялтлау. Усаҡ ятлап яна. Машина фаралары ятлай.
544