Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X. 543 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯТ ИТЕҮ
тының ятағында Патрис Лумумба исемендәге Халыҡ-ара университет студенттары менән осрашыу булды. М. Ямалетдинов.
2. Йоҡо урыны. □ Ночлег. Ятаҡ булмәһе. ■ [Сурағол] уҙенең ятағы булған баяғы өйгә инде. Т. Хәйбуллин. [Аҡбулат] гөлдәренә һыу һипте, ятаҡ урындарын рәткә килтерҙе. Ғ. Дәүләтшин.
3. Кейек-йәнлектең ятып йөрөгән ере, төйәге. □ Берлога, логово. Буре ятағы. Айыу ятағы. Һеләуһен ятағы.
4. диал. Көтөүҙең көндөҙ ял итә торған урыны. □ Дневное лежбище (для скота). Көтөуҙе ятаҡҡа ҡыуып килтереу.
5. Йәй көнө көтөүлектә мал торған урын; туплау. □ Летнее стойбище для скота. M һыйырҙар ятағы янынан ике ҙур аҡ кунәк менән яңы һауған һөт көйәнтәләп Гөлйөҙөм, уның менән ҡатар Сәйетҡолдоң һеңлеһе Разифа, улар артынан көйәнтәле Хәлимә куренделәр. Һ. Дәүләтшина.
♦ Ятаҡ тарыу ятҡы килеп тороу, ятаҡлау. □ Постоянная тяга к лежанию. Ятаҡ тарыныңмы әллә, һаман ятаһың?
ЯТАҠ II (ятағы) (Р.: батрак; И.: day labourer; T.: ırgat) и.
1. иҫк. Байҙа ятып эшләгән ҡара эшсе; ялсы. □ Батрак. Ятаҡ булыу. Ятаҡ булып тамаҡ туйҙырыу. Урыҫ байында ятаҡ булып йөрөу.
2. диал. Йәйләүгә сыға алмай ауылда ҡалған кеше. □ Человек, оставшийся в деревне во время летовки. Ятаҡ булып ҡалыу. Ятаҡтарға ауылды ҡарап торорға ҡуштылар.
ЯТАҠ БУЛЫУ (ятаҡ бул-) (Р.: продолжительно болеть; И.: be bed-ridden; T.: yatılı hasta olmak) ҡ. диал.
Оҙаҡ ауырып ятыу. □ Продолжительно болеть. Ятаҡ булып ятыу.
ЯТАҠЛАУ (ятаҡла-) (Р.: размещаться; И.: be housed in; T.: yerleşmek) ҡ.
1. Ятаҡ итеп урынлашыу; төйәкләү. □ Размещаться, располагаться. Мал йылға тамағында ятаҡлаған. Ятаҡлау урыны.
2. Гел ятырға ғына ыңғайлау. □ Испытывать желание прилечь (при болезненном состоянии). Йылҡы малы ауырыҡһынып,
ятаҡлап торһа, уға сысҡансыҡ була. ■ Әсәһенең ятаҡлап тороуын куреп өйрәнмәгән Мәликә эшенә йугерергә ашыҡманы. X. Тапаҡов.
3. диал. Оҙаҡ ауырып ятыу. □ Продолжительно болеть. Ятаҡлап ятыу.
ЯТАҠХАНА и. ҡар. ятаҡ 1. ■ Ҡыҙҙар элекке ятаҡхананың йәтеш кенә булмәһен биләйҙәр ине. Н. Алсынбаев. Институт ятаҡханаһынан урын алып, кеҫәһенә студент билетын һалды ла Искәндәр йәйге каникулда ауылына ҡайтып китте. Ә. Хәкимов.
ЯТАП и. һөйл. ҡар. этап. Был ятапты уттек. Эш ике ятаптан тора.
ЯТА-ТОРА (Р.: тихонько; И.: step by step; T.: yavaş yavaş) p.
Әкренләп, яйлап. □ Тихонько, потихоньку, осторожно, постепенно. ■ Баш hay булһа, мал табыла. Ҡабаланырға ярамай, ята-тора бөтәһе лә табылыр. М. Тажи. [Заһиттың әсәһе Йомай әбей:] Заманалар ауырайып китте, ҡоҙалар ҡыҙҙың башын биргәс, аяғын тартмаһындар, ҡалымды ята-тора бирербеҙ, киленде барып оҙатып алайыҡ, донъялар уҙгәрҙе, тыныслыҡ бөттө. Һ. Дәүләтшина.
ЯТ БАУЫР (Р.: чужак; И.: stranger; Т.: yabancı) и.
Бөтөнләй сит кеше, үҙ түгел. □ Чужак, чужой, не свой.
ЯТ БАУЫРЛЫ с.
1. ҡар. ят 1. М Айбулаттың ситтән ҡайтып та, бер туған тигәндәй ағаһына, еңгәләренә килеп сыҡмауына [Рәхимәнең] кәйефе ҡырылды: «Бына бит ул ҡайһылай ят бауырлы». Һ. Дәүләтшина.
2. кусм. Ҡырыҫ тәбиғәтле. □ Суровый (о человеке). Ят бауырлы бала.
ЯТБИТЛӘП р. диал. ҡар. ятҡа. Ҡарый Ҡөрьәнде ятбитләп белә.
ЯТ ИТЕҮ (ят ит-) (Р.: чуждаться; И.: hold oneself aloof; T.: yadırgamak) ҡ.
Сит күреү, үҙ һанамау. □ Чуждаться, сторониться кого. ■ Көн эҫе, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, кугәуендәр ҙә беҙҙе ят итте, ахыры, аямайҙар. «Башҡортостан», 22 июнь 2016.
543