БАЛА ҮҪТЕРЕҮ
2. Баланың ғүмерен ҡыйыусы, үлтереүсе. □ Детоубийца.
БАЛА ҮҪТЕРЕҮ (бала үҫтер-) (Р.: воспитывать, растить детей; И.: educate children; T.: çocuk yetiştirmek) ҡ.
Бала бағыу, тәрбиәләү, ҡарау. □ Воспитывать, растить детей.
БАЛА ХАҠЫ (Р.: доля ребёнка; И.: child’s share; T.: çocuk kısmeti) u.
Баланың һаулығы, сәләмәтлеге, именлеге. □ Доля ребёнка. ■ Батуҡытҡан кешегә «бала хаҡы» тип йыл да бер күлдәк биреп торғандар. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛА ҺАҠЛАУ (бала һаҡла-) (Р: обряды, направленные на защиту ребёнка от злых сил и сглаза; И.: kind of popular ceremony; T.: çocuğu koruma törenleri) ҡ. этн.
Ышаныуҙар буйынса, баланы яман көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлау йолалары. □ Обряды, направленные на защиту ребёнка от злых сил и сглаза. ■ Тыуғандан һуң ҡырҡ көнгә тиклем бала һаҡлайҙар. Ен-шайтан алмаштырмаһын, ҡағылмаһын тип уйлағандар. Экспедиция материалдарынан.
БАЛА ҺАТЫП АЛЫУ (бала һатып ал-) ҡ. этн. ҡар. бала һатыу. ■ Балалары үлеп торған кешеләр бала һатып алыу йолаһы үткәргәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛА ҺАТЫУ (бала һат-) (Р: обряд купли-продажи ребёнка; И.: sort of folklore ceremony; T.: bir etnografik tören) ҡ. этн.
Балалары үлеп торған кешеләрҙең яңы тыуған сабыйҙарын һаҡлау маҡсатында үткәрелгән, үҙ балаһын кемдәндер «һатып алыу» йолаһы. □ Обряд купли-продажи ребёнка (проводился в семьях, в которых постоянно умирали дети).
БАЛАҺЫҘ (Р: бездетный; И.: childless; T.: çocuksuz) с.
Балаһы булмаған. □ Без детей, бездетный. Балаһыҙ ҡатын. Балаһыҙ ғаилә. Балаһыҙ йорт. Балаһыҙ тормош. • Балаһыҙ ғүмер — һүнгән күмер. Әйтем. Балаһыҙ бер илай, балалы ун илай. Әйтем.
БАЛАҺЫҘЛЫҠ (балаһыҙлығы) (Р: бездетность; И.: childlessness; T.: çocuksuzluk) и.
Бала булмау. □ Бездетность, неимение детей. Балаһыҙлыҡтан интегеү. ■ Әминә белмәйме: балаһыҙлыҡ — ҡатындарҙың ярты үлеме; балаһыҙлыҡ — яҙын сәскә атмау, япраҡ ярмау менән тигеҙ ул. Ғ. Сәләм.
БАЛАҺЫНЫУ (балаһын-) (Р: чув ствовать себя ребёнком; И.: feel as a child; T.: çocuksulamak) ҡ.
Үҙеңде балаға һанау, бала итеп күреү.
□ Считать, чувствовать себя ребёнком.
БАЛАҺЫТЫУ (балаһыт-) (Р: считать ребёнком; И.: deem smb a child; T.: çocuk sanmak) ҡ.
Бала итеп ҡарау. □ Считать ребёнком кого, обращаться как с ребёнком с кем. Балаһытып әҙәмгә һанамау.
БАЛ АШАМА (Р: ритуал чаепития с мёдом перед свадьбой; И.: national tea party ritual; T.: düğün töreni) и. этн.
Туй алдынан ҡыҙҙың әхирәттәрен баллап сәй эсереү йолаһы. □ Ритуал чаепития невесты с подругами перед свадьбой. Бал ашамаға саҡырыу. Бал ашама үткәрәү.
БАЛ АШАУ (бал аша-) (Р: ритуал отведывания мёда женихом и невестой; И.: wedding ritual; T.: düğün töreni) ҡ. этн.
Туй йолаһында кәләш менән кейәүгә муллыҡ, байлыҡ, бәхет теләп бал ҡаптырыу.
□ Ритуал отведывания мёда невестой и женихом, символизирующий благополучие, достаток, счастье (в свадебном обряде).
БАЛ АШҠАҘАНЫ (Р: желудок медовый; И.: honey receptacle; T: bal konulan kap) и. умарт.
Бал ҡорттарының ҡыҙыл үңәсендә бал йыйыу өсөн хеҙмәт итә торған тоҡсай һымаҡ урын; бында йыйылған балды ул, умартаға ҡайтҡас, кәрәҙгә ҡоҫоп тултыра. □ Желудок медовый (у пчёл).
БАЛА ШӘЛ (Р: маленький платок; И.: shawl; T: şal) и.
1. Бәләкәй шәл. □ Маленький пуховый платок.
2. диал. Яулыҡ. □ Платок.
112