БАЛҒАТҮШ
БАЛА ӘЖЕМЕГЕ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ.
БАЛАЯН (Р.: второй птенец орла, ястреба; И.: eagle’s second nestling; T.: kaya kartalı gibi kuşların ikinci yavrusu) и. зоол.
Бөркөт, ҡарсыға кеүек ҡоштарҙың уртансы балаһы. □ Второй птенец орла, ястреба.
БАЛА ЯҪТЫҒЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ.
БАЛАЯТҠЫ (Р: матка; И.: womb;
T. rahim) и. анат.
Ҡатын-ҡыҙҙың һәм тереләй тапҡан тереклектәрҙең бала ярала торған эске ағзаһы. □ Матка.
БАЛА ЯТҠЫЛЫҒЫ и. ҡар. һуңғылыҡ.
■ Бала ятҡылығын киптереп бишеккә бәйләһәң, ен-шайтан килмәй. Башҡорт мифологияһынан.
БАЛБАЛ [боронғо төрки балбал ‘һынташ’] (Р: каменный истукан; И.: stone idol; T.: put) u.
Боронғо төрки халыҡтар һ. б. ҡуйған кеше һынындағы таш. □ Балбал, каменная баба, каменный истукан. ■ Бик боронғо балбал булып тора .. йәнһеҙ таш һындар. Ф. Туғыҙбаева.
БАЛ БАЛЫ (Р: медовуха; И.: mead; Т.: bal likörü) и.
Ҡорт балынан ҡойолған бал. □ Медовуха.
БАЛ БОРОУ (бал бор-) (Р: выкачивать мёд; И.: pump honey; T.: bal sağmak) ҡ. диал.
Балды кәрәҙҙән айыртыу. □ Выкачивать мёд.
БАЛҒА (Р: кувалда; И.: sledgehammer; Т.: balyoz) и.
1. Ҙур ауыр сүкеш. □ Кувалда. Балға һабы.
2. иҫк. Айбалта. □ Секира; бердыш.
3. диал. Бағау. □ Топор с поперечным лезвием (для выдалбливания колодочных ульев и бортей).
4. диал. Сүкеш. □ Молот, молоток.
5. диал. Салғы сүкеше. □ Молоток для отбивания косы.
6. миф. Мифологияла һаҡлау көсөнә эйә булған предмет. □ Обережный предмет.
■ Өй тынысһыҙ булһа, баш осона балға һалып йоҡлайҙар. Экспедиция материалдарынан.
БАЛҒАБАШ (Р: обыкновенный дубонос; И.: common grosbeak; T: bayağı kocabaş) и. зоол.
Сыйырсыҡ ҙурлығындағы һирәк осоусы ҡыҫҡа ҡойроҡло, йыуан ауыр кәүҙәле ҡош; ҡалынморон турғай, сүкешбаш. □ Обыкновенный дубонос (лат. Coccothraustes coccoth-raustes). ■ Ama балғабаштың дөйөм төҫө алһыуыраҡ ерән, суҡыш төптәре, тамағы, ҡанат ситтәре, ҡойроғо ялтыр ҡара.
Э. Ишбирҙин.
БАЛҒАЖЫ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Меңле ырыуы аймағы. □ Балгажи (название родового подразделения башкир рода мин).
БАЛҒАЛАҠ (балғалағы) (Р: чайная ложка; И.: tea spoon; T: kaşık) и.
Бал, май һ. б. алып ҡаба торған бәләкәй ҡалаҡ. □ Чайная ложка, ложечка. Көмөш балғалаҡ. Балғалаҡ менән болғатыу. ■ Кисен бер балғалаҡ бал һалып, йылы һөт йәки бер стакан үлән сәйе әсегеҙ. «Йәшлек», 17 март 2009.
Б АЛҒАРАҠ (балғарағы) (Р: бражники; И.: the sphinxes (butterfly species); T: pul kanatlılar) и. зоол.
Һәр ерҙә осрай һәм эңер ваҡытында оса торған, күпселектә матур төҫлө, йыуан кәүҙәле зарарһыҙ эре күбәләктәр; эңер һылыуҡастары. □ Бражник, сфинкс (лат. Sphingidae). Имән балғарағы. Кар ағай балғарағы. Күксин балғарағы.
БАЛҒАТҮШ (Р: наковальня для отбивки косы; И.: anvil; T.: örs) и. диал.
1. Салғы сүкеүҙә ҡулланыла торған түш. □ Маленькая наковальня для отбивки косы.
2. Мифологияла тимер, ҡорос әйберҙәр төркөмөнә ҡараған бөтә предметтар кеүек, яман көстәрҙән һаҡлау көсөнә эйә. □ Наковальня (мифологизированный предмет, имеющий обережную силу).
ИЗ