БАЛҒАШЫҠ
БАЛҒАШЫҠ (бал ға ш ығы) и. диал. ҡар. балғалаҡ. ■ Көмөш балғашыҡҡа һалып, һыуһыҙ йоторлоҡ сибәр ҡыҙ кәртә аша һикереп төштө. И. Ғиззәтуллин.
БАЛДАҠ I (балдағы) [боронғо төрки балдаҡ ‘аяҡ беләҙеге’] (Р.: кольцо; И.: ring; Т.: halka) и.
1. Бармаҡҡа кейә торған дүңгәләк биҙәүес; йөҙөк. □ Кольцо, колечко. / Кольцевой. Алтын балдаҡ. Көмөш балдаҡ. Сыңғалы балдаҡ. Һыҙма балдаҡ. Балдаҡ кейеу. ■ Икенселәй еңгә тип әйтмәҫһеңме, балдаҡ һорамаҫһыңмы, тип ныҡыша ла шунан, һорамайым, тиһәң генә, аяҡ-ҡулды сисә. Һ. Дәүләтшина.
2. Ҡылыс, бысаҡ кеүек нәмәләрҙең алҡымына кейҙерелә торған ҡоршау. □ Кольцо на мечи и ножах.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, һаҡлау көсөнә эйә биҙәүес. □ Кольцо, колечко (мифологизированный предмет, оберег от сглаза). ■ Балдаҡ, һырға таҡһаң, куҙ теймәй торғайны. Экспедиция материалдарынан.
БАЛДАҠ II (балдағы) (Р: голенище; И.: top (of a boot); T.: çizme koncu) и. диал.
1. Ҡуныс. □ Голенище. Был ҡатаның балдағы ла бар.
2. Бейәләй беләҙеге. □ Резинка варежек. Бейәләйҙең балдағын ҡыҫҡа итмәҫкә кәрәк.
БАЛДАҠ АТЫШ и. этн. ҡар. йөҙөк атыш. ■ «Риуәйәттәр,легендалар» томында иһә Көнһылыу тыуған ауылда балдаҡ атыш уйыны, ат өҫтөнән тәңкәгә атыу ярыштары һәм унда егет менән ҡыҙҙың бер-бер артлы беренселекте алыуҙары бәйнә-бәйнә һөйләп бирелә. Р. Шәкүр.
БАЛДАҠ КЕЙҘЕРЕҮ (балдаҡ кейҙер-) ҡ. ҡар. балдаҡлау 2.
БАЛДАҠЛАНЫУ (балдаҡлан-) ҡ. төш. ҡар. балдаҡлау, страд, от балдаҡлау. Балдаҡланған ҡоштар.
БАЛДАҠЛАУ (балдаҡла-) (Р.: снимать кору вокруг ствола дерева; И.: remove rind; T.: ağacın kabuğunu soymak) ҡ.
1. Ағас буйға үҫмәһен өсөн ҡабығын түңәрәкләп әрсеү. □ Кольцевать, снимать
кору со ствола дерева (чтобы перестало расти).
2. Ғилми маҡсатта ҡырағай ҡоштарға, балыҡтарға яҙыулы ҡалай кейҙереү. □ Кольцевать, окольцовывать (птиц, рыб). // Кольцевание, окольцовывание. Коштарҙы балдаҡлау. Балыҡтарҙы балдаҡлау.
БАЛДАҠЛЫ I (Р: с кольцом; И.: with ring; T.: halkalı) с.
Балдағы (I) булған. □ С кольцом. Балдаҡлы бармаҡ.
БАЛДАҠЛЫ II (Р: с голенищем; И.: with upper; T.: üst ile) c.
Балдағы (II) булған. □ С голенищем, резинкой. Балдаҡлы ҡата. Кейеҙ ҡата ҡыҫҡа балдаҡлы була. Балдаҡлы бейәләй.
БАЛДАҠСЫ I (Р: ювелир; И.: jeweller; T.: kuyumcu) и.
Тәңкәнән сүкеп балдаҡ эшләүсе зәргәр. П Ювелир, специализирующийся на изготовлении колец. Әуәле һәр ауылда балдаҡсы булған.
БАЛДАҠСЫ II (Р: шелкопряд кольчатый; И.: butterfly species; T.: ipekböceği kelebeği) и. зоол.
Европала һәм Азияла таралған, ҡарышлауығы ҡуҙы яһай торған төнгө күбәләктәр. П Шелкопряд кольчатый (лат. Malacosoma neustria ).
БАЛДАҠСЫ КҮБӘЛӘК (күбәләге) и. зоол. ҡар. балдаҡсы II.
БАЛДАҠ ҺАЛЫШ и. ҡар. йөҙөк һалыш.
БАЛДЫҘ [боронғо төрки балтар ‘етлекмәгән нәмә’] (Р: младшая свояченица; И.: junior sister-in-law; T: baldız) и.
1. Ҡатындың һеңлеһе. □ Младшая свояченица. Балдыҙға буләк биреу. ■ Балдыҙ тейешле ҡыҙҙар Хажисолтанды келәт тирәһенә ебәрмәнеләр. Я. Хамматов.
2. диал. Ҡатындың энеһе (иренә ҡарата). □ Младший шурин.
БАЛДЫҠАЙ и. бот. диал. ҡар. туҡранбаш.
БАЛДЫР и. диал. ҡар. балтыр.
БАЛДЫРҒАН и. бот. диал. ҡар. балтырған.
114