БАЛИТӘКЛӘҮ
БАЛ ЕЛПЕТЕҮ (бал елпет-) ҡ. диал. ҡар. бал бороу.
БАЛЕРИНА [рус. < ит. ballerina} (Р.: балерина; И.: ballet dancer; T.: balerin) и.
Балет артисткаһы. □ Балерина. Балерина булыу. ■ Етмәһә, бер ҡыҙҙың ике туған һеңлеһе балерина ине. г3. Ураҡсин.
БАЛЕТ [рус. < фр. ballett < ит. balletto < ballare ‘бейеү’] (Р.: балет; И.: ballet; Т.: bale) и.
1. Театраль бейеү сәнғәте. □ Балет (вид музыкально-театрального искусства). / Балетный. Классик балет. Балет сәнғәте. Балет мәктәбе.
2. Бейеүгә, матур тән хәрәкәттәренә ҡоролған музыкаль спектакль. □ Балет (вид театрального представления). Балет музыкаһы. Балет ҡарау. «Сыңрау торна» балеты. ■ 800 урынлыҡ концерт залында бик йыш торло мәҙәни саралар уткәрелә, йылына бер нисә тапҡыр балет, операға бушлай билеттар таратыла, куренекле артистар менән осрашыуҙар ойошторола. Б. Ҡаһарманова.
3. Театрҙа ҡуйыу өсөн яҙылған музыкаль әҫәр. □ Балет (вид музыкального произведения ). Балет яҙыу.
БАЛЕТМЕЙСТЕР [рус. < нем. Ballett-meister} (Р.: балетмейстер; И.: ballet master; T.: koreograf) и.
Опера һәм опереттала балет, танса, хореография номерҙарының авторы һәм ҡуйыусыһы. □ Балетмейстер. Балетмейстер булып эшләу. ■ Спектаклде ҡуйыу өсөн команда төҙөу ҙә еңелдән тугел: балетмейстер, рәссам, дирижёр һ. б. кәрәк. Л. Исмәғилева. Байтаҡ тәжрибә, белем туплаған балетмейстер өсөн дә был халыҡ байрамдары кутәрелмәгән сиҙәм була ала. «Киске Өфө», № 18,2008.
БАЛЕТМЕЙСТЕРЛЫҠ (балетмейстерлы™) (Р: балетмейстерство; И.: balletmastership; T.: koreograf işi) и.
Балетмейстер шөғөлө. □ Балетмейстерство. Балетмейстерлыҡҡа бирелеу.
БАЛИҒ [ғәр. £İb] (р.: совершеннолетний; И.: adult; T.: bülüğ) с.
Үҫкән, йәше еткән. □ Совершеннолетний. Балиғ егет. Балиғ ҡыҙ. ■ [Был] һәр балиғ әҙәм, уҙенә ваҡиғ була торған хәлдәрен куреп, фәһемләп, дауа ҡылымағы өсөн, сөнки «серен танған улер» тигән мәҡәл мәғ-лумегеҙҙер. М. Аҡмулла.
БАЛИҒ БУЛЫУ (балиғ бул-) (Р: достичь совершеннолетия; И.: become adult; T.: bülüğa ermek) ҡ.
Буй етеү, үҫеп етеү. □ Быть (стать) совершеннолетним, достичь совершеннолетия. // Совершеннолетие. ■ Емеш балиғ булды. Уға ун өс йәш тулды хәҙер. 3. Биишева.
БАЛИҒЛЫҠ (балиғлығы) (Р: совершеннолетие; И.: full age; T.: erginlik) и.
Балиғ булыу. □ Совершеннолетие. Балиғлыҡ йәшенә етеу.
БАЛИНӘҺЕ БУЛЫУ (балинәһе бул-) ҡ. диал. ҡар. бала инәһе булыу.
БАЛИТӘК (балитәге) (Р: оборка; И.: frill; T.: farbala) и.
Ҡатмар. □ Оборка. ■ Итәк осондағы балитәктәрҙең бөрөлөуе ҡаланыҡынса булмаһа ла, уйып киҫеп ҡуя торған ең төбө урынына башҡортса кештәк ҡуйылһа ла, кулдәк матур булып сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
БАЛИТӘКЛЕ (Р: с оборками; И.: frilled; T.: farbalalı) с.
Ҡатмарлы. □ С оборками. Балитәкле кулдәк. ■ Шул саҡ тәңкәле яға, камзул, йәшел төҫтә балитәкле кулдәк кейгән Васби-ямал апай, биҙрә сиртеп, сәхнәгә кутәрелде. «Башҡортостан», 10 ноябрь 2010. Яулыҡ аҫтына ҡашмау ҡуйып, балитәкле кулдәге өҫтөнән бик матур итеп сигеп, мәрйендәр менән биҙәп эшләнгән тушелдерек кейеп алғас, бөгөн ул [Миңлегөл] бигерәк һылыу куренә. Н. Мусин.
Б АЛ ИТӘК Л ӘТЕҮ (балитәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. балитәкләү. понуд. от балитәкләү.
БАЛИТӘКЛӘҮ (балитәклә-) (Р: пришивать оборки; И.: sew frills up; T.: farbala dikmek) ҡ.
Балитәк тегеү. □ Пришивать оборки. Балитәкләп тегеу.
115