БАТЫНҠЫЛАНЫУ
тынҡы, бер ҡалҡыуыраҡ һуҡмаҡта кемдеңдер аяҡ эҙендә баҫып тора ине. Ә. Хәкимов.
2. Соҡорайған, йәмшәйтелгән, бөгөлгән.
□ Вогнутый. Батынҡы көҙгө. Батынҡы быяла.
БАТЫНҠЫЛАНЫУ ( батынҡыл ан-) (Р.: вваливаться; И.: become hollow; T.: çökmek) ҡ.
Эскә батыу, өңөлөү, өңрәйеү, соҡорайыу.
□ Вваливаться, западать. Сикәһе батынҡы -ланған. Куҙҙәре батынҡыланған.
БАТЫНЫУ (батын-) (Р.: осмеливаться; И.: dare; T.: cüret etmek) ҡ. диал.
Баҙнат итеү. □ Осмеливаться. // Смелость. Миңә батына алмай ул бик — бөжләй.
БАТЫР I [алтай осоро һүҙе] (Р.: храбрый; И.: gallant; T.: cesur) с.
Ҡурҡыу белмәҫ; ҡыйыу. □ Храбрый, смелый, отважный. Батыр егет. Батыр халыҡ. ■ [Баҙарғол:] Килеш-килбәтенә ҡарағанда, батырға оҡшай. Ҡайһы ырыуҙан булыр икән? М. Буранғолов. Ил намыҫын һаҡлап, яуға сығыу — батыр егеттәрҙең бурысы. Халыҡ йырынан. Вәзирҙең ғәҙәттән тыш батыр ҡиәфәтен башта кургән Ғабдулла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. М. Кәрим. • Берәуҙең уҙе батыр, берәуҙең һуҙе батыр. Әйтем. Ебәк билбау — бил курке, батыр егет — ил курке. Әйтем. Ҡуҙ — ҡурҡаҡ, ҡул — батыр. Әйтем.
БАТЫР II (Р: богатырь; И.: man of courage; T.: bahadır) и.
1. Ҡыйыулығы, көсө менән танылған кеше, башлыҡ. □ Богатырь, храбрец, герой. Яу батыры. ■ Айбарланған батырҙарҙың төйәге булған Урал тау. Ҡобайырҙан. [Аҡъял:] Батырға ҡурҡыныс нәмә юҡ. Батыр улемдән ҡурҡмаҫ булыр. Әкиәттән. Һармыттар тантана итә, уҙ батырҙары Ранурҙы куккә сөйә ине. 3. Ураҡсин. Тулыр илгә батырҙар, аҡ шоңҡарҙан аҡындар, арыҫландай айҙарҙар әйләнеп ук ҡайтырҙар. Ш. Бабич. • Батырға ла ял кәрәк. Әйтем.
2. тар. Яуҙа дан алған кешегә халыҡ биргән исем. □ Батыр (предводитель, прославившийся своей храбростью или военным искусством). Салауат батыр. Алдар батыр. Ырыу батыры. Һәр сәсән уҙ ырыуы баты
рын данлар һәм ғәҙел итеп курһәтер булған. • Батыр яуҙа һыналыр. Әйтем.
3. Бәйгелә көрәшкән кеше. □ Батыр, борец. Майҙан батыры. ■ Көрәш ҙурайып китте. Йәш батырҙар исемле батырҙарҙы саҡырырға тотондо. Ш. Шәһәр.
4. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән танылған кеше. □ Герой. Баҫыу батыры. Хеҙмәт батыры. ■ Батырҙарҙың һунгән ғумерҙәре улмәҫ хеҙмәт илгә ҡалдырҙы. Р. Назаров.
5. миф. Донъяны булдырыусы, уны яманлыҡтан азат итеүсе, демиург. □ Создатель Вселенной, демиург, культурный герой. Урал батыр. Урман батыр, Тау батыр.
6. Башҡорт әкиәт һәм эпос геройы.
□ Батыр (герой сказок и эпосов).
БАТЫР III (Р: храбро; И.: bravely; Т.: cesaretle) р.
Эш, тормошта тәүәккәл; ҡыйыу. □ Храбро, смело, отважно. Эшкә батыр тотоноу. Үҙеңде батыр тотоу. ■ [Ырыҫҡол:] Губернатор әфәнде, һеҙҙең мәрхәмәтегеҙҙең сиге юҡ. Мин уны бына ошо тәрене тушемә уҙ ҡулығыҙ менән ҡаҙағанда уҡ һиҙҙем. Һеҙ батыр һуғышҡан һәр һалдатҡа ғәҙел булдығыҙ.
3. Ураҡсин.
БАТЫР IV (Р: гвоздодёр; И.: claw hammer; T.: kazayağı) и. диал.
Сөй һурғыс. □ Гвоздодёр. Батырымды әллә ҡайҙа ҡуйғанмын.
БАТЫР V (Р: подорожник; И.: lesser plantain; T.: sinirli ot) и. бот. диал.
1. Юл япрағы. □ Подорожник (лат. Plantago). Яраһына батыр бәйләне. Батыр йыйып алдым.
2. Юл япрағының сәскәһе. □ Цветок подорожника. Батыр япраҡ.
БАТЫРАЙТЫУ (батырайт-) ҡ. йөкм. ҡар. батырайыу, понуд. от батырайыу.
БАТЫРАЙЫУ (батырай-, батырая) (Р: храбреть; И.: grow bolder; T.: yüreklenmek) ҡ.
Батырға әйләнеү, ҡурҡыу белмәҫ булыу.
□ Храбреть, смелеть; храбриться. // Храбрость, смелость. ■ Ирғәлиндең ҡылын тартып ҡарағайны, ул да, эт арыуын белдермәҫ, бурегә һыртын ҡабартыр тигәндәй,
164