Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 163 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТЫНҠЫ
БАТШАЛЫҠ ИТЕҮСЕ и. ҡар. батша 1,
2. ■ Урта Донъяла гиҙгәнендә Шулгән затлы Көн-апабыҙ куктән ергә лә төшөп, изге Буре ҡиәфәтендә башҡорттарҙың юлбашсыһы (сәйәхәттәрҙә юл башлаусыһы) һәм батшалыҡ итеусе Ҡояш тоҡомло кешеләрҙе .. тыуҙырыусы булып та йөрөгән. Й. Солтанов.
БАТШАЛЫҠТЫ ҠОЛАТЫУ (батшалыҡты ҡолат-) (Р.: свергнуть царизм; И.: overthrow of tsarism; T.: çarlık rejimini devirmek) ҡ.
Башында бер генә монарх торған идара итеү системаһын юҡҡа сығарыу. □ Свергнуть царизм. // Свержение царизма. 1917 йылда Рәсәйҙә батшалыҡ ҡолатыла.
БАТША РЕЖИМЫ (Р.: царский режим; И.: tsarist rule; T.: çarlık rejimi) и.
Юғары власть батша ҡарамағында булған хакимлыҡ итеү формаһы. □ Царский режим. ■ Беренсе донъя һуғышы Рәсәйҙә батша режимының баштан-аяҡ серегәнлеген, илдең уҫешенә ҡамасаулаусы булыуын тағы ла бер раҫланы. М. Хужин.
БАТША САМОДЕРЖАВИЕҺЫ (Р: царское самодержавие; И.: tsarist autocracy; T.: çarlık rejimi) и.
Власы сикләнмәгән монарх етәкселегендә дәүләт менән идара итеү системаһы. □ Царское самодержавие. ■ Батша самодержавиеһы хакимлыҡ иткән осорҙа балаларҙы уҙ телендә уҡытыу һәм шул көндөң торошо менән таныштырыу тураһындағы тәҡдим тормошҡа ашмаҫтай ҡоро хыял һымаҡ булып тойолдо. Я. Хамматов.
БАТША ХӨКҮМӘТЕ (Р: царское правительство; И.: tsarist government; T.: çar hükümeti) и.
Башында батша торған хөкүмәт. □ Царское правительство. ■ [Андрей:] Беҙҙең маҡсат — батша хөкумәтен бәреп төшөрөп, завод-фабрикаларҙы эшселәргә, ер-һыуҙы крәҫтиәндәргә биреу. Ә. Хәкимов. Батша хөкумәте урынлаштырған ғәҙәт буйынса, XIX быуаттың урталарында һәм аҙағында башҡорт ерҙәре ике тапҡыр ҡайтанан буленә. М. Хужин.
БАТЫҠ с. диал. ҡар. батынҡы.
БАТЫҠАЙ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ирәкте ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-ирэктинцев.
БАТЫЛ I [ғәр. ‘ялған’] (P: ложный; И.: false; T.: yalan) с. иҫк. кит.
1. Ялған. □ Ложный, неверный. Дәғуәһе батыл. Батыл тәғлимәт. ■ Нисә яһил кешеләр мөрит була, шәйех тәслим булып ялған тәубә ҡыла, тәубәһе юҡ, яҡшы булып гонаһ ҡыла, яҡшы булыу дәғуәләре батыл имде. Бәйеттән.
2. Файҙаһыҙ, буш. □ Бесполезный, тщетный, напрасный. Батыл эш. Батыл көп булды бөгөн.
БАТЫЛ II [ғәр. ‘булдыҡһыҙлыҡ’] (Р: невежа; И.: boor; T.: kaba saba herif) и.
Йүнһеҙ кеше. □ Невежа. ■ Биргәненә дәхи сабыр итмәк кәрәк, сабырһыҙлыҡ батылдарҙан булыр имде. Бәйеттән.
БАТЫЛ БУЛЫУ (батыл бул-) (Р: исчезать; И.: be missing; T.: yok olmak) ҡ. диал.
Хәбәр-хәтерһеҙ юҡ булыу; ғәйеп булыу. □ Исчезать, пропадать без вести. // Исчезновение. ■ [Рубцов менән Үтәғолов] һаман өндәшмәй. Киттеләр ҙә батыл булдылар. Ж. Кейекбаев.
БАТЫН I [ғәр. 6^] (Р: живот; И.: stomach; T.: karın) и. иҫк.
Эс, ҡарын. □ Живот, желудок. Батыны тулы.
БАТЫН II [ғәр. ] с. ҡар. батин. ■ Ни өсөн тигәндә, көлло башын ниәттәр, бола-рыш орлоҡтары ҡараңғы ваҡытта шытым биреусән. Ә. Хәкимов.
БАТЫНҠЫ [дөйөм төрки батығ-‘түбән’, ‘тәрән’] (Р: углублённый; И.: sunken; T.: derin) с.
1. Эскә ҡарай уйынҡы; киреһе — ҡабарынҡы. □ Углублённый, впалый. Батынҡы яңаҡтар. Батынҡы урын. Батынҡы ер. ■ [Ҡыуандыҡ] юҡ, яңылышмай: ул бер ба
6*
163