БАТША
сетка. □ Батут. Балалар батутта һикерергә ярата.
БАТША [фарс. (Р.: царь; И.: monarch; T.: padişah) и.
1. Дәүләт башындағы сикләнмәгән хоҡуҡлы юғары хаким. □ Царь, государь, повелитель. Рәсәй батшаһы. Батша заманы.
■ Боронғолар ҡыҙ хаҡына дан ат биргән, өйөр-өйөр малын йәлләмәгән, ә батшалар — батшалығын... Р. Камал. [Сафа мулла:] Әсир булған һалдаттарҙы япон батшаһы бөтөнләй ҡайтармай, ҡоллоҡҡа алып ҡала, имеш, тигән хәбәрҙәр таралғайны. Ж. Кейекбаев. • Куңел — батша, тел — вәзир. Мәҡәл.
2. миф. Тәбиғәт, йәнлек эйәһе, хужаһы. □ Царь, хозяин, дух природных объектов. Ер батшаһы. Кул батшаһы. Һыу батшаһы. Ут батшаһы. Урман батшаһы. ■ Беҙҙең яҡта Кирәмәтте, тауҙар батшаһы, тиҙәр. М. Кәрим.
3. миф. Мифологияла изге, сакраль, тәңреләш, терелгән зат; бәхет, байлыҡ символы. П Мифологизированное лицо.
4. кусм. Йәнлек, ҡоштарҙың иң көслөһө. □ Царь природы. Йыландар батшаһы.
■ Ыласындан бейек оса торған ҡош батшаһы ҡыйғыр бөркөт бар. С. Юлаев. Кыҙрас ҡара урмандағы бөтә ҡоштоң батшаһы булып йәшәгән йөҙ ҙә бер йәшлек ябалаҡты ..тотоп ала. Әкиәттән. • Йылҡы — малдың батшаһы. Мәҡәл.
5. кусм. Ниндәйҙер эш, һәнәрҙең иң ҙур оҫтаһы (кире мәғәнәлә лә була ала). □ Царь, король (может употребляться и в отрицательном значении). Йыр батшаһы. Мода батшаһы. Уйын батшаһы. Я [Олатайымды ] айыу батшаһы тип кенә йөрөтәләр. Ул уҙ ғумерендә алтмышҡа яҡын айыу атып алған. 3. Хисмәтуллин. Ул һыра батшаһына әйтегеҙ! — Мансур ағайҙың шулай тигәнен асыҡ ишетә Хәлит. — Мин уға бер ниндәй ҙә урынды курһәтмәйем! Н. Ғәйетбаев.
БАТШАБИКӘ (Р: царица; И.: tsarina, empress; T: çariçe) и.
Дәүләт башындағы сикләнмәгән хоҡуҡлы юғары хакимә. □ Царица, государыня,
повелительница. ■ 1755 йылдың 25 ғинуарында — Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто — Мәскәу университетына нигеҙ һалына. «Йәйғор», 3 ғинуар, 2011.
БАТШАЙ I (Р: среднеазиатская шёлковая ткань; И.: silk stuff from Central Asia; T: ipek) и.
Урта Азияла ныҡ таралған йоҡа ебәк туҡыма. □ Среднеазиатская шёлковая ткань. Батшай кулдәк. Батшай сапан. Батшай камзул.
БАТШАЙ II и. диал. ҡар. ҡырпыу 1.
БАТШАЙ КАМЗУЛ (Р.: камзол без рукавов; И.: sleeveless tunic; T: kolsuz tunik) и.
Еңһеҙ камзул. □ Камзол без рукавов. Батшай камзул тектереу.
БАТШАЛЫҠ (батшалығы) (Р: царство;
И.: tsarism; T.: çarlık) и.
1. Башында батша торған дәүләт. □ Царство, царизм, держава. ■ Башҡорт тел-кәйҙәрен киҫте инде торғонлоҡ та тигән батшалыҡ. Т. Йосопов. Батшалыҡты дыу килтергән элекке Яйыҡ казактары ла ваҡланды, берәуҙәре утә байып, байлығын уҙ казактарынан һаҡларға тырыша, утә ярлыһының тамаҡ ҡайғыртыуҙан башы сыҡмай. 3. Ураҡсин.
2. биол. Ер йөҙөндә тереклек иткән барлыҡ организмдарҙың дөйөм берләшмәһе.
□ Царство. Ер-Һыу хайуандары батшалығы. Бөжәктәр батшалығы.
БАТШАЛЫҠ ИТЕҮ (батшалыҡ ит-) (Р: царствовать; И.: reign; T.: hüküm sürmek) ҡ.
Батшаның дәүләт менән идара итеүе.
□ Царствовать. // Царствование. ■ [Рамғун батша:] Кәҙерле аҡһаҡалдарым, ҡәуеме-беҙ менән ун мәртәбә ҡыш булып, йәй алмашынған арала батшалыҡ иттем. 3. Ураҡсин. Боронғонан батшалыҡ иткән Дауыттың был донъяға даны еткән. М. Аҡмулла. Өс йөҙ йылдан ашыу Рәсәйгә идара иткән Романов-тар тоҡомо батшалыҡ итеугә сик ҡуйыла. М. Хужин.
162