Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 161 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТУТ
БАТМАНСЫҠ I (батмансығы) (P.: водяной орех; И.: water caltrop; T.: su kestanesi) и. бот.
Бер йыллыҡ ябай һыу үҫемлеге. □ Водяной орех блат. Trapa natans). Батмансыҡ -«Ҡыҙыл китап »ҡа ингән һыу үҫемлеге.
БАТМАНСЫҠ II (батмансығы) (Р.: небольшой сосуд, сделанный из полого ствола дерева; И.: kind of a small vessel; T.: küçük kap) u.
Күнәсек. □ Небольшой сосуд, сделанный из полого ствола дерева. Батмансығын тотоп һыуға китте.
БАТМУС [рус. поднос ] (Р: поднос; И.: tray; T.: tepsi) и.
Сынаяҡ, һауыт ташыу, ашамлыҡты өҫтәлгә ҡуйыу һ. б. өсөн ситтәре өҫкә ҡайтарып эшләнгән махсус таҡта, тимер, пластмасса табаҡ. □ Поднос. ■ Бибеш урындыҡҡа .. ашъяулыҡ түшәне. Батмус менән сәйгүн, сынаяҡ, икмәк, һөт алып килде. 3. Биишева. Өмә ҡыҙҙы, күҙгә күренеп эш ыраны: батмустар, табаҡтар өҫтөнә һары май киҫәгеләй ҡаҙ түшкәләре өйөлдө. Р. Камал.
БАТОН [рус. < фр. baton ‘таяҡ’] (Р: батон; И.: long loaf; T.: uzun ekmek) и.
1. Оҙонса аҡ икмәк. □ Батон. Бер батон икмәк һатып алдым.
2. Оҙонса формалағы башҡа аҙыҡ-түлек.
□ Батон. Шоколад батоны.
3. Ҙур булмаған оҙонса йә йомро формалағы юл сумкаһы, һандығы. □ Сумка батон. Юлда йөрөү өсөн батон сумка һатып алдым.
БАТРАК (батрагы) [рус.] (Р: батрак; И.: farm labourer; T.: rençper) и.
Байға ялланып эшләгән кеше; ялсы.
□ Батрак. ■ Утарҙың ике һыйыры, тана-торпоһо, ике ҡарт алашаһы, биш-алты баш сусҡаһы, иҫәпһеҙ ҡош-ҡорто — барыһы батрак өҫтөндә. Ә. Хәкимов. Лоҡмандың махсус уҡыу йорто тамамлау тураһындағы ҡағыҙы булмаһа ла, батрактан сыҡҡан зыялы белгес булараҡ, үрләткәндән үрләттеләр. Т. Ғарипова.
БАТРАКЛЫҠ (батраклығы) (Р.: батрачество; И.: working as a farm labourer; T.: rençperlik) и.
Батрак эше. □ Батрачество. Батраклыҡҡа барыу. Батраклыҡта йөрөү. ■ Атаһының ғүмер буйы кемтерләп йыйған барлы-юҡлы малын, бер йылға еткермәй, туҙҙырып бөттө, унан башын Гәрәй байға батраклыҡҡа һалды Гамир. Б. Бикбай. Баварияны американдар биләп алғанға тиклем өс йыл ярым ғүмерен батраклыҡта уҙғарҙы. Ә. Хәкимов.
БАТТЕРФЛЯЙ [рус. < ингл. batterfly ‘күбәләк’] (Р: баттерфляй; И.: batterfly stroke; T.: kelebek stili yüzme) u.
Йөҙөү төрө. □ Баттерфляй (стиль спортивного плавания). Йөҙөүсе баттерфляйға күсте.
БАТУҠЫТЫУ (Р: обычай; И.: kind of Bashkir folklore rite; T: bir töre) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, ен-зәхмәтте һәм кеше йәнен алыусы фәрештәне алдар өсөн яңы тыуған баланы күмәк балалы кешегә биреү йолаһы. □ Обычай безвозмездной передачи новорождённого многодетному человеку с целью обмануть нечистую силу и духа смерти. ■ Күмәк балалы кешегә яңы тыуған сабыйҙы батуҡытыу йолаһы булған. Башҡорт мифологияһынан.
БАТУЛ (Р: тряпичный самотканый половик; И.: doormat made of rugs; T.: yol halısı) и. диал.
Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный самотканый половик. Ҡатыны эшкә шәп икән, әллә күпме батул һуҡҡан.
БАТУН (Р: лук-батун; И.: welsh onion; T: gal soğanı) и. бот. диал.
Йыллаған һуған. □ Лук-батун ( лат. Allium fistulosum). Батун һуғанды ҡыш һуғаны тип тә атайҙар, сөнки ул ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәй.
БАТУТ [рус. < фр. batoude < ит. battuta ‘бәрелеү’] (Р: батут; И.: trampoline; Т: trambolin) и.
Циркта, спортта горизонталь хәлдә нығытып ҡуйылған капрон йәки металл
6-1.0158.11
161