Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 160 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТКЫЛ
баҫтыҡ, тип яҙғы юлһыҙ мәлдә батҡаҡ сәйе әсәбеҙ, өйҙән өйгә йөрөп, йыл имен килһен, тип. Экспедиция материалдарынан.
БАТКЫЛ I (Р.: топкий; И.: boggy; Т.: batak) с.
1. Бата торған. □ Топкий, трясинный, зыбучий. ■ [Таня:] Тырышам-тырмашам. Ҡаяға үрмәләйем, батҡыл упҡын (сир) тырнағынан ҡотолорға маташам. Р. Камал. Ҡүкбүре йылға башында сауҡалыҡта йәшәгән ҡарт инә мышыны күптән күҙәтеп, ауларға тәғәйенләп, ҡарҙың батҡыл сағын көтәүелләп йөрөй ине — тегеләр уны тып баҫтырмай тотоп ашаны. Т. Ғарипова. Үҙҙәрен батҡыл һаҙлыҡ һурғанға ҡаршы торған кеүек, һалдаттар, үҙ иректәренән тыш буйһоноп, яй ғына теҙелделәр. Д. Юлтый. Алайғыр исемле был кескәй генә йомро күл ауыл артында, тәрәп соҡор төбөндә ята. Төбө бик йомшаҡ, батҡыл. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. ҡар. батынҡы.
БАТКЫЛ II (Р: топь; И.: swamp; Т: batak) и.
Бата торған ер. □ Топь. ■ [Шофёр,] машинаһын ҡыҙҙыра төшөп, беҙҙән алда елдереп китеп, бер батҡылға барып төкәлгән алдағы газикты ҡыуып етте. Р. Ғарипов.
БАТКЫЛЛЫҠ с. диал. батҡыл I, 1.
БАТКЫЛЫҠ (батҡылығы) и. диал. батҡыл I, 2.
БАТМАН I [дөйөм ҡыпсаҡ батман] (Р: небольшая кадка; И.: vat; T.: fıçı) и. этн.
1. Тәпәндән бейегерәк ағас һауыт. □ Небольшая кадка, служащая для хранения мёда, масла и т. д. ■ Бер батманда ярмам бар, бер батманда һалмам бар. Әкиәттән. Рамғун ебәргән кешеләренә үҙ ҡәүеменеңуғын, батман менән бал, иләнгән кеш тиреһе биреп ебәрҙе.
3. Ураҡсин. Ҡурыстан ишелгән кирәмен, бағауын, башына ҡабыҡ кәпләмә кейҙерелгән солоҡ балтаһын, ерҙән солоҡ башына әйбер баулап күтәрә торған арҡатауын, бәләкәйерәк батманын арбаға сығарып һалды. Н. Мусин. Сәйҙән һуң Гөльямал, сынаяҡтарҙы йыуып һарҡытырға ҡуйғас, ике көн йыйған
ҡаймағын батманға һалып бешеп, күбек майы яһаны. Я. Хамматов.
2. ҡар. көбө!.
3. Батман һауытына тиң үлсәү берәмеге. □ Старинная мера веса. Бер батман май. Ике батман ярма. ■ Дейеү пәрейе дер ҡалтырай ҡылыс менән һуғыуҙан, алты батман суҡмары төшөп китә ҡулынан, Ҡүрпәстең дә ҡылысы киҫәктәргә ыуалған. «Ҡуҙыйкүрпәс». Тимер пайтәхетенә, ике мең баш йылҡы, егерме биш батман бал, өс йөҙ дана ҡиммәтле йәнлек тиреһе оҙатылды. Я. Хамматов. Латыш һаман аҙһынып ыңғырлағас, Әхмәди өҫтәүенә биш батман ҡайын дегете килтерергә вәғәҙә итте. Ж. Кейекбаев.
БАТМАН II [ҡыпсаҡ осоро һүҙе] (Р: колчан; И.: quiver; T: okluk) и. диал.
Һаҙаҡ. □ Колчан. Батманында бер генә уғы ҡалған.
БАТМАН III (Р: погреб; И.: cellar; Т: mahzen) и. диал.
Мөгәрәп. □ Погреб. Ҡаймаҡ ана шунда батманда.
БАТМАН IV (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-тамьянцев.
БАТМАН V [рус. < фр. battement ‘тибеү, һуғыу’] (Р: батман; И.: battement; Т: battement) и.
1. Балетта хәрәкәт төрө. □ Батман (отведение и преведение ноги в классическом танце). Балерина батмандарын ҡабатлай.
2. Фехтованиела һуғыу төрө. □ Батман (в фехтовании удар по клинку противника).
БАТМАН БАШ (Р: человек с большой головой; И.: person with a large head; T: büyük başlı kimse) с.
Ҙур башлы кеше. □ Человек с большой головой. Бигерәк батман башһың инде, бер баш кейеме ярамай.
160