Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 159 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТҠАҠ СӘЙЕ
БАТИСТ [рус. < фр. batiste] (Р.: батист; И.: cambric; T.: patiska) и.
Бик йоҡа нәфис мамыҡ йәки етен туҡыма. □ Батист. Батист кулдәк. ■ Сәхибә, стена буйында, өҫтәл йәнәшәһендәге аяҡлы тегеу машинаһында батист яулыҡтың ситтәрен бөгөп бөткәндән һуң, урынынан торҙо. Ғ. Хәйри. [Мәҙинә] өҫтөнә шулай ҙа элекке аламаһын кейгеһе килмәне, атаһы алып ҡайтҡан батистан куршеһе тегеп биргән кулдәген кейҙе, аяғына яңы ҡаталарын эләктерҙе. Т. Ғарипова. Айһылыу кеҫәһенән сигелгән аҡ батист яулыҡ алып, Хамматтың тирле маңлайын, биттәрен һөртөп алды. 3. Биишева.
БАТҠАҠ (батҡағы) (Р.: слякоть; И.: mud; T.: çamur) и.
1. Һыуға ебеп, иҙелеп ятҡан балсыҡ, тупраҡ. □ Вязкая, топкая почва, земля; грязь, слякоть. Батҡаҡ ер. Батҡаҡ урам. ■ Юл батҡаҡ вә лайла, ҡул-аяҡ бығауҙа, ҡыймылдап булмай ҙа! Ш. Бабич.
2. мед. Файҙалы матдәләргә бай булған, дауалау маҡсатында ҡулланылған күл төбөндәге ләм. □ Лечебная грязь. Кул батҡағы. Диңгеҙ батҡағы.
3. диал. ҡар. бысраҡ I, 2.
БАТҠАҠЛАНЫУ (батҡаҡлан-) (Р: разжижаться; И.: mudden; T.: çamurlaşmak) ҡ.
1. Батҡаҡҡа әйләнеү. □ Разжижаться, превратиться в слякоть, грязь, топкую массу. // Грязь, топь. Батҡаҡланған юл. Батҡаҡланған урам.
2. диал. Бысрау. □ Грязниться, пачкаться, мараться. // Грязь. Аяҡ кейеме батҡаҡланған. Ҡалай батҡаҡланып бөткәнһең.
БАТҠАҠЛАУ (батҡаҡла-) (Р: превращать в грязь, слякоть; И.: turn into mud; T.: çamurlatmak) ҡ.
1. Батҡаҡҡа әйләндереү. □ Превращать в грязь, слякоть. Ҡойоп яуған ямғыр юлды батҡаҡланы.
2. диал. Бысратыу. □ Грязнить, пачкать, марать. // Грязь. Салбарыңды батҡаҡлап ҡайҙа йөрөнөң?
БАТҠАҠЛЫ (Р: грязный, слякотный; И.: muddy; T.: çamurlu) с.
Батҡағы булған, батҡаҡҡа әйләнгән.
□ Грязный, слякотный. Батҡаҡлы ер. Батҡаҡлы урын. ■ Ошо матурлыҡҡа ғашиҡ булып, хатта ялан эсенә аяҡ баҫырға ла баҙнат итмәйһең. Әгәр шунда инеп китһәң, уҙеңде затлы келәм өҫтөнән батҡаҡлы аяҡ кейеме менән уткәндәй хис итәһең. Н. Мусин. Үҙе бахыр [Борис[бөтөнләй бысранып бөткән, бите лә, ҡулы ла мәтегә буялған, кейеменән батҡаҡлы һыу аға. Р Солтангәрәев. Ошо мәлде көткәндәй, лысма һыу һәм батҡаҡлы кейемдә Байрамғол ҡайтты. Ф. Янышев.
БАТҠАҠЛЫҠ (батҡаҡлығы) (Р: топкое, болотистое место; топь; И.: marsh; T.: çamurluk) u.
1. Батҡаҡ ep. □ Топкое, болотистое место; топь, һаҙлыҡ батҡаҡлығы. ■ Ҡараңғы төн, аяҡ аҫтындағы батҡаҡлыҡ, һәр минут көтөлгән улем ҡурҡынысы беҙҙең кук-рәктәрҙе тағы ла ҡыҫа, һулыштарҙы быуа. Д. Юлтый.
2. кусм. Ауыр, ҡотолғоһоҙ хәл. □ Тяжёлое, безвыходное положение. Сир батҡаҡлығы. ■ Әммә бер мәл аңланым батҡаҡлыҡҡа батҡаным: «йәшел йылан» өңөнә әсирлеккә ҡапҡаным. Р. Дауыт.
БАТҠАҠ СЫҒАНАҒЫ (Р: грязевой источник; И.: mud spring; T: çamur kaynağı) и.
Һаҙ ултырмаларында, һыу ятҡылығы ҡалдыҡтарында һәм башҡа тәбиғи ҡатламдарҙа барлыҡҡа килгән һыу менән минераль һәм төрлө органик матдәләр ҡушылмаһы.
□ Грязевой источник (пелоиды). Батҡаҡ сығанағынан дауалау батҡағын алалар. Башҡортостанда төрлө батҡаҡ сығанаҡтары куп.
БАТҠАҠ СӘЙЕ (Р: ритуальное весеннее чаепитие, направленное на проецирование хорошего года; И.: ritual tea party; T: bir gelenek) и. миф.
Яҡшы йыл теләп, яҙғы сәй эсеү йолаһы.
□ Ритуальное весеннее чаепитие, направленное на проецирование хорошего года. доел. Чай слякоти. ■ Хәйерлегә ҡара ергә
159