Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 158 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТАРЕЯ
БАТАРЕЯ I [рус. < фр. batterie] (Р.: батарея; И.: battery; T.: batarya) и. хәрби.
Бер нисә орудиенан торған ғәскәри берәмек. □ Батарея. Зенит батареяһы. Миномет батареяһы. ■ Беренсе атыштан аҙаҡ, туғыҙынсы июлдең төнөндә, айырым рус батареялары крепосҡа яҡыныраҡ шылдырып урынлаштырылды. Я. Хамматов. Редуттарға ҡуйылған ике батарея дошман яғына туптан ата башланы. Н. Мусин. Ҡарт: «Яңы һөжүмгә күскәнсе, туп тартыусы аттарығыҙҙы һөлөк кеүек итәм, тик ҡалдырығыҙ ғына үҙемде», — тип осраған бер командирҙы өгөтләй торғас, уны бер батареяға беркетеп ҡуялар. Ә. Хәкимов.
БАТАРЕЯ II [рус. < фр. batterie] (Р: батарея; И.: battery; T.: pil) и.
1. Бергә хәрәкәтләнеү өсөн бер нисә типлы приборҙың, аппарат ҡоролманың бөтөн бер системаға йәки установкаға то-таштырылыуы. □ Батарея. Анод батареяһы. Электр батареяһы. Аккумулятор батареяһы.
2. Бер иштән бер нисә өлөш ялғанған ҡоролма. □ Батарея. Йылылыҡ батареяһы. Өйгә батарея үткәртеү. Пар менән йылытыу батареяһы.
3. Көсөргәнеште арттырыу йәки энергия биреү өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй аккумулятор. □ Батарейка. ■ Машиналағы батареяның көсө тик бер тәүлеккә етә. Р. Камал. [Фонарҙың] эсенә дүрт батарея һалаһың, машина фараһы кеүек яҡтырта иллә. Д. Бүләков.
БАТАРЕЯСЫ (Р: батареец; И.: gunner; T.: topçu) и.
Артиллерияла хеҙмәт иткән кеше. □ Батареец. Батареясылар отряды.
БАТА-СУМА (Р: утопая; И.: sink; T.: bata çıka) р.
Бата яҙып. □ Утопая, погружаясь (в грязь или в воду). ■ Күпме ыҙалап, һалҡын һыуға бата-сума, интегеп тотҡан балыҡты тәктән тоттороп ебәрсәле. Р. Ҡол-Дәүләт. [Атаһы:] Яҙғы йомшаҡ ҡарҙа бата-сума йөрөү ҙә бер ғазап бит, арығандыр шул... Н. Мусин.
БАТА ТЕЛӘК (теләге) (Р: напутствие родителей просватанной девушке; И.: parting wishes for the bride; T.: iyi dilek) и. этн.
Никахлағанда һәм оҙатҡанда ҡыҙға ҡарап әйтелә торған өгөт. □ Напутствие родителей просватанной девушке. Ата-әсәһе ҡыҙға бата теләк әйтеп ҡалдылар.
БАТА ҺҮҘ и. ҡар. бата теләк.
БАТАҺЫН УҠЫУ (батаһын уҡы-) (Р: завершить большую работу; И.: complete a large piece of work; T: büyük işi tamamlamak) ҡ. диал.
Ҙур эште тамамлау. □ Завершить большую работу. // Завершение. Мәсетте төҙөп бөтөп батаһын уҡыттылар.
БАТАҺЫҘ (Р: неприкаянный; И.: miserable; T.: huzursuz) с.
Фатихаһыҙ. □ Неприкаянный, лишённый благословения. Батаһыҙ бала.
БАТИК (батигы) [рус. > индонез. batigue] (Р: батик; И.: batik; T.: batik) и.
Төрлө төҫтәге шыйыҡ анилин буяуҙар менән эшләнгән биҙәкле туҡыма, ҡорама, шаршау, ашъяулыҡ, өҫ кейеме йәки тәҙрә ҡорғандары. □ Батик. Азия илдәрендә батик милли кейем булып һанала.
БАТИН [ғәр. jH? ‘эске, урта’] (Р: внутренний; И.: inner; T: iç) с. арх.
1. Эске. □ Внутренний. Батин донъяһы гүзәл уның.
2. Йәшерен, серле. □ Тайный, секретный. Батин хәбәр. Батин эш.
БАТИНАН [ғәр. 1^] (Р: Про себя; И.: to oneself; T: gizlice) р. иҫк.
Эстән, йәшерен. □ Про себя, тайно, секретно. Хатты батинан уҡып сыҡты.
БАТИСАҠ (батисағы) и. диал. ҡар. батист.
БАТИСКАФ [рус. < гр. bathys ‘тәрән’ + skaphos ‘карап’] (Р: батискаф; И.: bathyscaph; T: batiskaf) и.
Тәрән һыу аҫтана төшөп, тикшеренеү эше алып барыу өсөн махсус рәүештә йыһазландырылған үҙе йөрөмәле камера. □ Батискаф.
158