Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 157 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТАЛЬОН
Ҡыр сысҡаны. □ Мышь полевая (лат. Apodemus agrarius). Баҫыу сысҡаны — киң таралған кимереүсе. Баҫыу сысҡаны зыян итеүсе кимереүселәр рәтенә ҡарай.
БАҪЫУ ТОТОУ (баҫыу тот-) (Р.: оградить покос; И.: enclose haymaking ground; T.: biçmeyi kormak) ҡ.
Баҫыуҙы кәртәләү. □ Оградить покос. // Ограждение. Баҫыуҙы төрлө мал-тыуарҙан һаҡлар өсөн тоталар.
БАҪЫУ ТУРҒАЙЫ (Р: жаворонок полевой; И.: meadow lark; T.: tarla kuşu) и. зоол.
Һабан турғайы; буҙ турғай, турғай, ялпылдаҡ, сырлауыҡ, ашлыҡ турғайы, иген турғайы. □ Жаворонок полевой (лат. Alauda arvensis). Баҫыу турғайы ябай турғайҙан саҡ ҡына ҙурыраҡ була.
БАҪЫУ ШЫРШЫ ҮЛӘНЕ (Р: хвощ полевой; И.: horsetail; T.: atkuyruğu) и. бот.
Буйы 50 см тиклем булған, шыршылар ғаиләһенә ҡараған, күп йыллыҡ үҫемлек. □ Хвощ полевой (лат. Equisetum arvense). Баҫыу шыршы үләнен борондан дауалау маҡсатында ҡулланғандар.
БАҪЫШЫУ (баҫыш-) (Р: нападать; И.: break in; T.: basmak) ҡ. диал.
1. Кеше өйөнә, милкенә баҫып инеү, һөжүм яһау. □ Нападать (на чужое имущество). // Нападение. Йорт баҫышыу язаһыҙ ҡалмаҫ.
2. Йорт хайуандарына төрлө йәнлек-ҡоштарҙың ташланыуы, ябырылыуы. □ Нападение хищников на домашних животных. // Нападение. Ҡорт күсе аттарға баҫыша. ■ Һайлап ҡуйған баштар ҙа яманатын сығармаҫ, үҙен түрҙә ултырған түрәгә һанамаҫ, бары тик килгән афәттән илде ҡурсалар: яу килгәндә, яу ҡайтарышыр, мал-тыуарға ҡош-ҡорт баҫышһа, януар менән алышыр, ен-пәрейҙәр йөҙәтһә, улары менән дә көс һынашыр батырҙар булыр ине. «Зөһрә менән Алдар».
БАТА [ғәр. ‘бүләк’] (Р: благословение; И.: benediction; T.: icazet) и.
1. Фатиха. □ Благословение. ■ Атаң ҡуйған атың менән аталырһың, хеҙмәтеңә ҡарай илеңдән бата алырһың. М. Аҡмулла. Дөрөҫ, Боғара үҙелә — тәнре балаһы. Шуның изге батаһы менән ырыуының көс-ҡеүәте быуындан быуынға үрсеп килә. Ә. Хәкимов. • Баталы ҡол арымаҫ, батаһыҙ ҡол йәлсемәҫ. Мәҡәл.
2. этн. Никах туйы алдынан ҡыҙҙы биргәндә ата-әсәнән алынған ризалыҡ. □ Молитва-напутствие, благословение родителей просватанной девушки. Бата уҡытыу. Бата биреү. ■ Шағәле килһә лә, килмәһә лә, хәҙер инде Миңлебикәнең хәле үҙгәрмәйәсәк. Эш бөткән: бата бирелгән, туй көнө тәғәйенләнгән. К. Мәргән.
3. Доға. □ Молитва. ■ Күк йөҙөндә йөҙгән болоттоң күләгәһе төшөр битеңә. Яҡшылыҡ та менән бата ҡыл, һағынғанда төшһәм иҫеңә. Халыҡ йыры. • Атаһы башҡаның батаһы башҡа. Мәҡәл.
4. Рөхсәт. □ Разрешение. ■ Иртә намаҙ ваҡытында ята бирмә, харам нәмә алыуға бата бирмә. М. Аҡмулла. [Мифтахетдин:] Сырхаумын, тәҡсир. Башым сәңкеп һыҙлай. Миңә һабаҡты уҡымаҫҡа бата-рөхсәт ҡыл, тәҡсир. Я. Хамматов.
5. диал. Никах. □ Мусульманский обряд бракосочетания. Бата үткәреү.
БАТАЛЬОН [рус. < фр. bataillon] (Р: батальон; И.: battalion; T.: tabur) и.
Бер нисә ротанан торған ғәскәри берәмек. □ Батальон. ■ Сәйфулла менән старшина батальон штабынан ҡайтыуға уҡыу лагерында бер кем дә юҡ ине: шау-гөр килеп торған ҡарағай урманы дәрестән һуң бушанып ҡалған мәктәп ихатаһы һымаҡ тып-тын. Ә. Әминев. Колчакка ҡаршы арыҫландай һуғышып дан ҡаҙанған «тимер батальондар» бар ине. 3. Биишева. Кис, отбой алдынан, Хөснөтдиновты батальон штабына саҡырттылар. Я. Хамматов. Бынан ун биш көн самаһы элек кенә әле, Әхмәтшин уны батальон штабына йомош менән ебәргәйне. Н. Мусин.
157