Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 156 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪЫУ
лып йөрөтөлөүе лә бушҡа түгел. Был яҡта, йәйрәп ятҡан ялан-баҫыуҙарҙы күрмәҫһең. Д. Бүләков.
2. диал. Кәртәләп алған сабынлыҡ.
□ Ограждённый покос, место косьбы. Бесән баҫыуын кәртәләү. Баҫыуыбыҙҙа үлән күтәрелгән.
БАҪЫУ III (баҫ-) [баҫ- ҡылымынан] (Р.: натереть; И.: chafe; T.: vurmak) ҡ.
Өйкәү. □ Натереть что (повредить трением). // Натирание. Ат арҡаһын эйәрҙән баҫтырған.
БАҪЫУ IV (баҫ-) ҡ. диал. ҡар. сигеү. Таҫтамал баҫыу.
БАҪЫУ КЛЕВЕРЫ (Р: клевер полевой; И.: field clover; T.: yonca) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән тумалаҡ сәскәле мал ашай торған үлән; туҡранбаш.
□ Клевер полевой (лат. Trifolium campestre). Баҫыу клеверын тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу өсөн ашлама итеп ҡулланырға була.
БАҪЫУ КӨЙГӘНӘГЕ (Р: полевой лунь; И.: harrier; T.: gökçe tuygun) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған урта ҙурлыҡтағы төрлө төҫтәге йыртҡыс ҡош.
□ Полевой лунь (птица) (лат. Circus cyaneus). ■ Баҫыу көйгәнәге яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Ваҡ кимереүселәр менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
БАҪЫУ КҮСТЕРӘҺЕ (Р: костер; И.: brome; T.: brom) и. бот.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡына ялпаҡ башаҡлы, ҡыяҡ япраҡлы үлән (бесән өсөн сәселә). □ Костер (лат. Bromus). Баҫыу күстерәһе быйыл бик уңған.
БАҪЫУ КӘРЕШКӘҺЕ (Р: посевная вика; И.: vetch; T.: fiğ) и. бот.
Теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән. □ Посевная вика (лат. Vida). ■ Йүкә сәскә атҡанын да, арыш баш ҡоҫҡанын да, кәрешкә сәскәләнгәнен дә тоям, моң аша һиҙәм. М. Бураҡаева.
БАҪЫУ ҠАНДАЛАҺЫ I (Р: клоп полевой; И.: field bug; T: lekeli bitki böceği) и. зоол. диал.
Ҡыр ҡандалаһы. □ Клоп полевой (лат. Lygus pratensis). Баҫыу ҡандалаһы йәшелсәләргә зыян килтерә.
БАҪЫУ ҠАНДАЛАҺЫ II и. зоол. диал. ҡар. еңгәсәй.
БАҪЫУ ҠАПҠАҺЫ (Р: ворота в деревню; И.: gate to the village; T: köyün kapıları) и. диал.
1. иҫк. Ауылға инә торған ҡапҡа; ауыл ҡапҡаһы. □ Ворота в деревню. ■ Баҫыу ҡапҡаһына барып көтөү ҡаршыланыҡ. Ауыл осондағы баҫыу ҡапҡаһынан ҡапыл өс һыбай күренеп, ҡапҡаны сыҡҡас, өс яҡҡа айырылған юл буйынса саптыра башланылар. Ә. Хәкимов. Бер сәғәттән һуң инде баҫыу ҡапҡаһынан өҫтөнә Фатима ултырған кәлтә йөгө күренде. Ғ. Хәйри. Ауылдың баҫыу ҡапҡаһы эргәһендә ҡар бөтмәгән икән. А. Таһиров. Ауылына ҡайтып етеп, баҫыу ҡапҡаһына ингәс тә Етегәнгә бер шәүлә осрай. Әкиәттән.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, ауылды төрлө бәлә-ҡазанан, ауырыу эйәләренән ҡурсалаусы сик. □ Ворота в деревню (по представлениям башкир, пограничье, граница освоенной территории). ■ Ямғыр яумаһа, баҫыу ҡапҡаһына һыу һибә инек. Ф. Хисамитдинова.
БАҪЫУСЫЛЫҠ (баҫыусылығы) [боронғо төрки пасу] (Р: полеводство; И.: field crop cultivation; T: tarla tarımı) u.
Ауыл хужалығының баҫыу эше менән шөғөлләнгән тармағы. □ Полеводство. Баҫыусылыҡ бригадаһы. ■ Баҫыусылыҡ менән шөғөлләнергә хужалыҡтың техникаһы етерлек. Л. Такаева. Өләсәйем малсылыҡ, баҫыусылыҡ тармаҡтарында эшләй. «Башҡортостан», 9 август 2011.
БАҪЫУ СЫСҠАНЫ (Р: мышь поле вая; И.: meadow mouse ; T.: sırtı çizgili orman faresi) и. зоол.
156