Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 155 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪЫУ
мортҡа баҫыу. • Өйрәк йомортҡаһын тауыҡ баҫыр, бәпкәһе һыуға ҡасыр. Мәҡәл.
30. Игенде башаҡтан төшөрөү, һуғыу.
□ Молотить. // Молотьба. Арыш баҫыу. Борсаҡ баҫыу. Тары баҫыу. Комбайндар иген баҫмай, ямғыр булды бит.
31. Эшкәртеү. □ Возделывать. // Возделывание. Ерҙе баҫыу.
32. Иҙеп йомшартыу. □ Месить, мять. Балсыҡ баҫыу. Ҡорот баҫыу. Туҡмас баҫыу. Май баҫыу. ■ Ҡамыр баҫҡан ҡоҙағыйҙың ҡулы йәбешә микән? Туй йырынан. Ҡайһы берҙә тоҙға баҫҡан ҡорот, эремсек йомарлағы ла килтерәләр. 3. Ураҡсин.
33. Әүәләп ойоштороу; кейеҙләндереү.
□ Валять, катать. // Валяние, катание. Быйма баҫыу. Кейеҙ баҫыу. Тула баҫыу.
34. Ниҙеңдер көс, тәьҫирен кәметеү.
□ Заглушать; успокаивать, утолять. // Заглушение, успокаивание, утоление. Асыуҙы баҫыу. Ҡайғыны баҫыу. Тауышты баҫыу. Һағышты баҫыу. Һыҙлауҙы баҫыу, һыуһынды баҫыу. Шау-шыуҙы баҫыу. ■ Тыуған яҡтарын һағынған Зәки Вәлиди башҡорт йырҙарын, бигерәк тә «Илсе Гайса»ны йырлап һағышын баҫҡанын беләбеҙ. М. Бураҡаева. Үс алыу ләззәте тәндәге һыҙланыуҙы ла баҫа, күрәһең, әле генә илап торған малайҙарҙың йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу балҡый. Р. Солтангәрәев. Ул [Йомағол ҡарт] күңел ярһыуын һаман баҫа алмай ине шикелле. Д. Бүләков.
35. Махсус яйланмалар, машиналар ярҙамында типографик йыйыуҙан, клишенан оттиск алып, нимәгәлер ниндәйҙер тамғалар, хәрефтәр, цифрҙар, рәсемдәр һ. б. төшөрөү. □ Печатать. // Печатание. Гәзит баҫыу. Музыкаль ноталар баҫыу. ■ [Ғилман] портфеленән Нәфисә яҙыу машинаһында хаталы ғына итеп баҫып биргән ҡағыҙҙарын тартып сығарҙы. Д. Бүләков.
36. Нәшриәт, матбуғаттан сығарыу. □ Издавать. // Издание. Китап баҫыу. Журналда хикәйә баҫыу. Ташҡа баҫыу. Типографик ысул менән баҫыу. ■ Уны район гәзиттәрендә баҫып сығарыу менән бер һүҙһеҙ техникумға ҡабул ителәһең. Ә. Хәкимов.
37. Көс, ҡорал менән туҡтатыу. □ Подавлять, усмирять. // Подавление, усмирение. Күтәрелеште баҫыу.
38. Ябырылып һөжүм итеү. □ Наступать, нападать. // Наступление, нападение. Яу баҫыу. ■ Табындарҙың беҙгә күрше йәшәгән ике ырыуын бер ят ҡәүем баҫҡан. 3. Ураҡсин. • Ил һаҡлау — ҙурлыҡ, ил баҫыу — хурлыҡ. Мәҡәл. Илде яу баҫһа, йортоңдо ҡар баҫыр. Мәҡәл. Яман атты ял баҫыр, яман илде яу баҫыр. Мәҡәл.
39. Күмәк булып килеп тулыу. □ Заполнять, переполнять. // Заполнение, переполнение. Илде килмешәктәр баҫты. Ихатаны кешеләр баҫты. Кәртәне һарыҡтар баҫты. ■ Һыйыр-башмаҡ мөңрәп, йортоң баҫһын, киленсәк. Туй йырынан. • Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр. Мәҡәл.
40. диал. Риза булыу, ризалашыу. □ Соглашаться. Ҡыҙыҡай ҙа баҫмай, ҡайтмайым ти ҙә ҡуя.
41. Хәл ҡылымдың -а формаһында килеп, ныҡ көс төшөрөү мәғәнәһендә эш-хәрәкәттең рәүешен белдерә. □ В форме деепричастия на -а выражает способ действия с сильным воздействием. Баҫа кейеү. Баҫа тегеү. ■ [Тай] ҡонан түгел, дүнәнгә өйләнгәс тә баҫа егерлек ат булмай бит әле. 3. Биишева.
♦ Баҫҡан ерҙән ут сығарыу дәртле, ғәйрәтле, етеҙ, эшлекле кеше хаҡында әйтелә. □ Быть энергичным. Баҫып яуыу тотош ҡаплап яуыу (ямғырға ҡарата). □ Идти обложно, лить (о дожде).
БАҪЫУ II [боронғо төрки пасу ‘һөрөлгән ер’] (Р: поле; И.: ploughed field; T.: tarla) и.
1. Ашлыҡ сәскән ер. □ Поле, пашня. Бойҙай баҫыуы. Ҡарабойҙай баҫыуы. Көнбағыш баҫыуы. ■ Юл таҫмаһы тулҡынып ултырған баҫыуҙар аша алға тартыла, ике яҡлап һуҙылған урман һыҙаты кәмендә өс саҡрым ҡырҙа. Ә. Хәкимов. Баштан-аяҡ хыялға сумған Әптеләхәт баҫыу юлынан ауылға ашыҡты, ауылға килеп ингәс тә туп-тура Мәҙинәләргә атланы. Т. Ғарипова. Райондың Таулыҡай булып ата
155