БАҪЫУ
16. Осоп, туҙып тормаҫлыҡ хәлгә килтереү. □ Оседать. // Оседание. Саң баҫырлыҡ ҡына ямғыр һибәләп алды.
17. Аҫҡа төшөрөп кәметеү. □ Тушить, потушить. // Тушение. Шәмде баҫыу. Усаҡты баҫыу. • Ут ғәйрәтен һыу баҫыр. Әйтем.
18. Һүндереү. □ Выключать. // Выключение. Утты баҫыу. Радионың тауышын баҫ.
19. Тыныс хәлгә килтереү; тынысландырыу. □ Успокаивать. // Успокаивание. Күңелде баҫыу. Йөрәкте баҫыу. ■ Мәһәренә бирелгән малды кире ҡайтарып алыу ғына күңелен баҫманы. Ә. Хәкимов.
20. Өҫтән һалыу. □ Приложить, накрыть. // Накрывание. Ус менән маңлайға баҫыу. Тәнгә йылы баҫыу. ■ Юлиә .. яраға йода һөртә, мамыҡ баҫа. Һ. Дәүләтшина.
21. Өҫтән ҡуйып, һүрәт, яҙма төшөрөү.
□ Ставить (например, печать). Мисәт баҫыу. ■ Егет балдаҡты ҡамырға баҫа. Балдаҡта ҡыҙҙың исеме яҙылған була. Исем ҡамырға сыға. Әкиәттән.
22. Әйбер өҫтөнә һалып тегеү, тағыу.
□ Шить, нашивать. Күлдәк итәгенә таҫма баҫыу. Тунға төймә баҫыу. ■ Шул уҡ көндө иптәштәренә, туғандарына хәбәр итерҙәр, машина килер. Уныһын ҡараға ҡыҙыл баҫҡан туҡыма менән уратып ҡуйырҙар. Р. Солтангәрәев.
23. Өҫтән ҡаплау. □ Накрывать, прикрывать, закрывать. // Накрывание, прикрывание, закрывание. Ус менән баҫыу. Самауырҙы баҫыу. ■ Аҡ Хәмиҙә күҙен яулыҡ осо менән баҫты, тире тунын ямап ултырған Сабирйән дә телһеҙ ҡалды; бары Әлфирә генә һаман ниҙер көткән һымаҡ торҙо. Р. Камал. Кыҙыҡай серле генә итеп үҙ алдына көлөп алды шикелле, усы менән егеттең ауыҙын баҫты. Д. Бүләков.
24. кусм. Кешенән йәшереп, белгертмәй үткәреү. □ Затаить, утаить. // Затаение, утаение. Кайғыһын баҫып ҡалдырҙы. Уй-хистәрҙе баҫыу.
25. Түшәлеп, йәйелеп ҡаплау. □ Заметать; затоплять, заливать. // Заметание, затопление, заливание. Үҙәндәрҙе һыу баҫҡан.
Юлды ҡар баҫҡан. ■ Егор Николаевич, бүлмәгә инеү менән, стеналағы Николай батшаның, яурындарына алтын уҡалы погондар һалған бер нисә генералдың саң баҫыуҙан тоноҡланған һурәттәренә, ҡаралтыларҙың уңа төшкән бәрхәт япмаларына куҙ йөрөтөп сыҡты. 3. Ураҡсин. Өс көн, өс төн яуған ҡар. Кәртә-ҡураны, тирмәне баҫып киткән. Әкиәттән. Сөләймән уның һүҙен ҡолағына алманы, уҙ алдына: «Һарай ҡапҡаһын йәнә ҡар баҫыр инде, ҡәһәрең», — тип кенә ҡуйҙы.
3. Ураҡсин.
26. Таралып өҫтән ҡаплау. □ Покрывать, зарастать. // Покрывание, зарастание. Йөҙҙө һипкел баҫыу. Битте һаҡал-мыйыҡ баҫыу. Күҙҙе ҡан баҫыу. ■ Ырымбурға барып ингәнсе үҙәндәрен ваҡ ҡыуаҡ баҫып алған ҡырҙар, ә тиреҫ яғында — күкшел урмандар, бейек тауҙар ҡалҡан кеуек күкрәк киреп тора, әйтерһең, юлға кәртә булмаҡсылар.
3. Ураҡсин. Йыйырсыҡ баҫҡан йөҙөнән һағыш һырҡырап торған ҡарсыҡ һәүетемсә генә иҫәнләште лә, уталасыҡҡа ла үтмәйенсә, шундағы бүрәнәгә ултырҙы. Р. Солтангәрәев. Дүрт-биш аҙымда ғына, ҡан баҫҡан күҙҙәрен йылтыратып, дер-дер ҡалтырап, ниндәйҙер януар ята. Ә. Хәкимов. • Насар һөрөлгән ерҙе сүп баҫыр. Мәҡәл.
27. Тотош солғап томалау. □ Накрывать, покрывать; заволакивать, затягивать. // Накрывание, покрывание, заволакивание, затягивание. Томан баҫыу. Төтөн баҫыу. Кук йөҙөн болот баҫҡан. ■ Йәсиғ уҙған, төн уртаһы яҡынлашҡан; тирә-яҡты ҡараңғылыҡ тамам баҫҡан. Ш. Бабич. • Көндән яҡты нәмә юҡ, ҡара болот баҫмаһа. Мәҡәл.
28. күсм. Тотош биләү. □ Накрывать, покрывать; заволакивать, затягивать. // Накрывание, покрывание, заволакивание, затягивание. Өй эсен тынлыҡ баҫа. Моң баҫа. Йоҡо баҫа. • Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр. Мәҡәл.
29. Бала сығарыу өсөн йомортҡа өҫтөндә ултырыу (ҡошҡа ҡарата). □ Насиживать (птенцов). // Насиживание. Оя баҫыу. Йо
154