Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 153 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪЫУ
сайпылтып сабыр ғына юғарынан күҙәтеп торған ай апайыбыҙ, үпкәләүенән бигерәк ғәрләнеп шикелле, бында миңә урын ҡалманы тигәндәй, күҙҙәренән йәше тәгәрләп, тыр-таң-тыртаң баҫып, күк көмбәҙенән сығып уҡ китте. Д. Бүләков.
4. күсм. Эш-хәлгә аҙым яһау. □ Вступать. // Вступление. Үҙ аллы тормош юлына баҫыу. ■ Иштуғандың ошо минутта Тимербайҙы ярһытҡан оло бер теләкте аңларға ла, белергә лә уйламауы өсөн дә, Закирҙың шундай аҡылһыҙ юлға баҫыуы өсөн дә эсе бош-то, күрәһең. 3. Биишева. Улар эшелондың үҙ ауылдарына яҡын станцияла тороуын нисектер белгәндәр ҙә, шунан файҙаланып, енәйәт юлына баҫҡандар. Ә. Хәкимов.
5. күсм. Күпмелер йәшкә инеү. □ Достигать, доживать. // Достижение. ■ Аҡылы булған кеше уның кеүек хәтәр хәбәрҙе ишетһә лә, ишетмәмешкә һалыша, алт-мышҡа аяҡ баҫҡанда, миңә хәҙер шул йыйған малымды ашап ҡына, аллаға шөкөр итеп, муллаға фытыр илтеп кенә йәшәргә ҡалды. 3. Ураҡсин. Үҫмерлектән егет ҡорона аяҡ баҫҡанда Ирназар бер кем менән дә кәңәшләшергә, фекер алышырға ярамаған сетерекле нәмәләр тураһында уйлана башланы. Ә. Хәкимов.
6. Бейегәндә тыпырлау. □ Выбивать дробь ногами. // Приглашение. ■ Бик матур итеп баҫалар был көйгә. Р. Шәкүр. Әйҙә баҫайыҡ әле, эшебеҙҙе алдан бөттөк, күңел асайыҡ әле. Халыҡ йырынан.
7. Берәй эшкә керешеү, ниҙелер башҡара башлау. □ Вступать (в дело), заступать, приступать. // Вступление, приступление. Ҡарауылға баҫыу. Һаҡҡа баҫыу. Станок янына баҫыу. ■ Бик күп совет яугирҙарын һуғыш яланынан алып сыҡты башҡорт ҡыҙы. Улар, яңынан сафҡа баҫып, аҙаҡ әллә күпме ҡаһарманлыҡтар күрһәтте. Д. Бүләков.
8. Күпмелер күләм, һанға етеү. □ Достигать. // Достижение. Бойҙай хаҡы быйыл күпмегә барып баҫыр икән? ■ Арыш быйыл, гектар башына һалғанда, нисә ботҡа баҫыр икән? М. Тажи.
9. Өҫтән көс төшөрөү, ауырлыҡ һалыу.
□ Нажимать, сжимать. // Нажатие, сжатие. Баҫмаҡҡа баҫыу. Күреккә баҫыу.
■ Әсәһе эҫе ҡурмасты услап алып бирмәксе булғайны, Куҙыйкүрпәс уның усына ҡуша баҫты. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бармаҡтар, гармун төймәләренә баҫҡанда-ғылай, ҡыбырҙай башланы. Д. Бүләков.
10. Өҫтән ауыр булып ятыу; өҫкә төшөү.
□ Давить, задавить. // Давление. Көпө янбашты баҫа. ■ Ауырая тән, һәр минутта ауырая, ныҡ баҫа албаҫтылы епшек һауа. Ш. Бабич. • Яман ағасҡа аҫылынғансы, яҡшы ағас үҙеңде баҫһын. Мәҡәл.
11. күсм. Ауыр, дарманһыҙ хәлгә килтереү, киңгәтеү, ауырытыу. □ Давить, залавливать. // Давление. Етемлек баҫты. Донъя баҫты. Кайғы-хәсрәт баҫты. Тел-теш баҫты. Ҡартлыҡ баҫты. Ҡайғы баҫа. Эш баҫа. ■ Салауат та бахыр илдән киткәс, йөрәктәрҙе баҫты зар-һағыш. Халыҡ йырынан. Күңелде һөрөм баҫтымы, күлдәге бер ҡотһоҙ йән эйәһе шикелле, йәнә килә лә ҡалҡа. Р. Солтангәрәев. Тел-теш баҫһа, ауырыша, иҫнәтә. Башҡорт мифологияһынан.
12. Ҡыйырһытыу, ҡыҫырыҡлау. □ Давить на кого-то. // Давление. • Баҫалҡы булһаң баҫырҙар, уҫал булһаң аҫырҙар. Мәҡәл.
13. Ауырлыҡ менән аҫҡа еңеү. □ Перевешивать. // Перевешивание. Үлсәүҙең бер табағы баҫты.
14. Түбәнгә эйеү, төшөрөү. □ Опустить.
■ Илғужа баш баҫып ҡаҙыуын белде. Гөлшан да ҡарап-ҡарап торҙо ла, биҙрә алып, эшкә кереште, һыңар ҡул менән дә апаруҡ сүпләп була икән. Д. Бүләков.
15. Ныҡ аҫҡа төшөрөү; сумырыу (баш кейемен). □ Нахлобучивать. Түбәтәйҙе баҫып кейеү. ■ Дүрт юлаусының иң йәше, түңәрәк көләкәс йөҙлө, мыҡты кәүҙәле башҡорт егете Ирғәлин Рамаҙан, татлы иҫнәп, шинелен ҡаушыра бирҙе, пилоткаһын баҫып кейҙе. Ә. Хәкимов.
153