БАҪЫРМА
Баҫырау менән баҫтырып нығытыу. □ Стягивать, придавливать слегой (сено, солому). // Стягивание, придавливание. Һаламды баҫыраулау. ■ Беренсе йөктө тейәп баҫырауланыҡ. Ғ. Шәрипов.
БАҪЫРМА и. диал. ҡар. башағас I.
БАҪЫРМА БУҘА и. диал. ҡар. баһырма буҙа.
БАҪЫРЫЛЫУ (баҫырыл-) ҡ. төш. ҡар. баҫырыу, страд, от баҫырыу. Эш баҫырылып ҡалды. ■ Улар [әбейҙәр] был сараларҙы бик шифалы, тип дәғүә иттеләр: фәлән кеше ауырыған икән дә, кәзә тиреһенә уранып, баҫырылып йоҡлағас, яҙылған, имеш, тип һөйләп ултырҙылар. Ж. Кейекбаев. [Мәҙинә] эҫе сәй эсеп, йылыла баҫырылып ятып ял иткәс, бер ни тиклем тынысланды, башы ла ебәрҙе. Ә. Хәкимов. Әсмә ошо арауыҡта кәбәркәлә һутлыраҡ булып ҡыҙарып бешеп ятһын өсөн, турпыша менән ҡаплап баҫырылған баланды баулай, оло мейестә муйыл киптерә, бәшмәк тоҙлай, сәтләүек таҙарта — урмандағы кейектәр шикелле, ҡышҡылыҡҡа сырса хәстәрләй. Г. Яҡупова.
БАҪЫРЫУ (баҫыр-) (Р.: придавливать; И.: press with a heavy object; T.: sıkıştırmak) ҡ.
1. Өйөп, өҫтән ауыр нәмә менән баҫтырыу. □ Придавливать, прижимать (чем-л. тяжёлым). // Придавливание, прижимание. Япраҡ баҫырыу. Силос баҫырыу. К Уны [ҡоротто], тоҡҡа тултырып, бер нисә көнгә аҫып ҡуялар, һуңынан был ҡоротло тоҡто алып, иҙәнгә һалалар һәм ауыр әйбер менән баҫырып ҡуялар. М. Өмөтбаев.
2. Өҫтән ныҡ итеп ҡаплау. □ Плотно накрывать; прикрывать. Бешкән бәрәңгене баҫырып ултыртыу. Юрған ябып, баҫырып һалыу. Икмәк әсетеп, баҫырып ултыртыу.
3. Баш кейемен маңлайға төшөрөп кейеү. □ Натянуть; надвигать низко на лоб, нахлобучивать (головной убор). // Натягивание, нахлобучивание. ■ Ғәжәп нәмәләрҙе белә ҡарсыҡ: .. эҫелә күләгә эҙләмә, түбәтәйеңде баҫырыбыраҡ кей ҙә рәхәтләнеп тирләп йөрө — тир менән тәндәге сир сыға. Ә. Хәки
мов. Башыңа ла кейгән, ай, бүркеңде баҫыра ла кейһәң, тирләтер. Халыҡ йырынан.
4. Күҙҙән йәшереп, өҫтән ҡаплау. □ Заметать, замести. ■ Әхмәт йөрөгән ҡара урмандарҙа япраҡ менән баҫырып эҙҙәрен. Ғ. Сәләм.
5. күсм. Кешенән йәшереү, белдермәү. □ перен. Утаивать, скрывать; заминать. // Утаивание, скрывание; заминание. Ғәйепте баҫырыу. Уйҙы баҫырыу. ■ [Әсмәбикә:]Малайығыҙ бик зирәк, һәләтле музыкант сығыуы ихтимал. Баҫырып ҡалдыра күрмәгеҙ. Ф. Иҫәнғолов. Роман конфискацияланған булырға тейеш. Әгәр ҙә утҡа ырғытылмаһа, берәй архив төпкөлөндә баҫырылып яталыр ул ҡулъяҙма. Ә. Хәкимов. Күкһылыу эсен-дәген баҫырыу һәләтенә эйә лә бит, ләкин ул да Саяф малайҙарын күрә алмай. Т. Ғарипова.
БАҪЫУ I (баҫ-) [дөйөм төрки бас-} (Р.: становиться; И.: stand up; tread; T.: basmak) ҡ.
1. Аяҡты ҡуйыу □ Становиться, вставать, ступать, наступать. // Вступление, наступление. Ергә баҫыу. Өҙәңгегә баҫыу. Иҙәнгә баҫыу. ■ Ҡарға баҫыуы булды, ул [Амантаев] үҙен үҙе тота алмайынса һарҡыуға табан йүгереп китте. Р. Солтангәрәев. • Ат баҫмайым тигән еренә өс баҫа. Мәҡәл. Эт аяғына эт баҫмаҫ. Мәҡәл.
2. Аяҡ үрә тороу йәки ҡайҙалыр урын алыу. □ Вставать. Баҫып ҡалыу. Баҫып ҡарау. Менеп баҫыу. Сығып баҫыу. ■ [Алпамыша] һикереп тороп баҫҡайны, ти, аяғындағы бығауы өҙөлөп китте, ти. «Алпамыша». Был ерҙә йылға тымыҡ, тәрән, аръяҡ ярға барып етмәйенсә уның төбөн табыу, аяҡҡа баҫыу мөмкин түгел. 3. Биишева. Барыйҙың урамға сыҡҡанын аңдып, Шәрғиә шау-гөр килеп аҡтар-ҡыҙылдар булып уйнаған малайҙар янына барып баҫты. Ә. Хәкимов.
3. Аяҡ атлау, барыу. □ Шагать, наступать, ступать. // Шаг. Аҡрын баҫыу. Алпан-толпан баҫыу. Арҡыры баҫыу. Аяҡ ослап баҫыу. Ваҡ-ваҡ баҫыу. Йәһәт баҫыу. Ҡупшы баҫыу. Лап-лоп баҫыу. ■ Урал арҡаһынан уя баҫып, елә-саба киткән малдарым. Халыҡ йырынан. Ошоларҙы кешмир шәленең ситен
152