Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 151 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪЫРАУЛАУ
Малайҙың сыҙамлығын һынарға теләгән һымаҡ, директор ҡабаланманы, һыңар аяғына аҡһай-аҡһай иҙән уртаһына сығып баҫҡас, ашыҡмай, һәр һүҙгә ныҡлы баҫым яһап, әйтте. Я. Хамматов.
БАҪЫНҠЫ [боронғо төрки басын-‘буйһондороу, йәберләү’] (Р.: тихий; И.: quiet; T.: sakin) с.
1. Шау-шыуһыҙ, ҡысҡырыуһыҙ; әкрен; киреһе — күтәренке. □ Тихий, негромкий; слабый. ■ Тик башын бесәнгә терәп өлгөрмәне, капитан Соколовтың ҡырыҫыраҡ баҫынҡы тауышы: «Йоҡламаҫҡа! Күҙәтеүҙе дауам итергә!» — тип киҫәтте. Ә. Хәкимов. Генерал, әллә был «ҡырағай» башҡорттоң ҡайын ҡуҙы шикелле сағыу баҙлап янған сөм-ҡара күҙҙәренең унан һис тә кәм түгел асыу, нәфрәт һәм күралмау менән үҙенә төбәлеүен ацлап,.. баҫынҡыраҡ тауышҡа күсте. 3. Биишева.
2. диал. ҡар. баҫымсаҡ I. ■ Баҫынҡыны тапалап китергә йөрөүселәр күп була ул. Һ. Дәүләтшина.
3. диал. Баҫалҡы. □ Спокойный (о человеке). ■ Баҫынҡы, сабыр итәр булһам, «Тәкәбберлек итә», тиерҙәр. Ғ. Кейеков.
БАҪЫНҠЫЛЫҠ (баҫынҡылығы) (Р.: кротость; И.: meekness; T: hilim) и.
Кешегә хас булған йыуаш холоҡ, һыҙат. □ Кротость, покорность; смирение. Башҡорт ҡыҙҙарына баҫынҡылыҡ хас.
БАҪЫП АЛЫУ (баҫып ал-) (Р: захватывать; И.: seize; T: zaptetmek) ҡ.
1. Башҡа дәүләтте, ерҙе ирекһеҙләп үҙеңә ҡушыу. □ Захватывать, захватить; оккупировать, аннексировать. // Захват, аннексия. ■ Ҡайҙа инде бында атлаған һайын хәүефле мажаралар, сыуалсыҡ төйөндәр, ҡойон кеүек ябырылып, дошманды көтмәгәндә баҫып алыуҙар! Ә. Хәкимов. Иң ҡурҡынысы шунда: Бәкер үҙенең бандаһы менән Ер аҫтындағы станцияны баҫып алырға маташасаҡ. Н. Ғәйетбаев.
2. күсм. Яулап алыу. □ Завладеть. Күңелде баҫып алыу. Йөрәкте баҫып алыу.
БАҪЫП АЛЫУСЫ (Р: захватчик; И.: invader; T.: istilacı) и.
Сит территорияны яулап алыусы йәки баҫып алыу буйынса сәйәсәт алып барыусы. □ Захватчик, оккупант, аннексионист.
■ Отряд 1943 йыл аҙағында, совет ғәскәрҙәре был төбәкте немец баҫып алыусыларынан азат иткәс, регуляр армияға ҡушыла. М. Ямалетдинов.
БАҪЫП АЛЫУ СӘЙӘСӘТЕ (Р.: аннексионистская политика; И.: annexionist policy; T.: ilhak siyaset) и.
Сит территорияны баҫып алыу буйынса алып барылған сәйәсәт. □ Аннексионистская (аннексионная) политика. Баҫып алыу сәйәсәте изгелеккә илтмәй.
БАҪЫП БИРЕҮ (баҫып бир ) (Р: отдать насильно замуж; И.: make strike wedlock; T.: zorla evlendirmek) ҡ. диал.
Көсләп биреү. □ Отдать насильно замуж. Ҡыҙҙы кейәүгә баҫып биреү.
БАҪЫП ИНЕҮ (баҫып ин-) (Р: вторгаться; И.: invade; T.: istila etmek ) ҡ.
Ҡораллы көс менән сит территорияны баҫып алыу. □ Вторгаться, вторгнуться; оккупировать. // Вторжение, оккупация.
■ Атыш туҡтаны, немец был тарафҡа уҡ баҫып инде. Ә. Хәкимов. [Азамат:] Наполеон Рәсәйгә баҫып ингәс, илде һаҡларға башҡорттар ҙа үҙ ғәскәрҙәрен ебәрергә ҡарар итә. Р. Солтангәрәев.
БАҪЫРАУ [дөйөм ҡыпсаҡ баҫ-] (Р: слега; И.: haystack tow; T.: baskı taş) и.
1. Бесән, һалам йөгөн өҫтән баҫтырып тарттыра торған һайғау. □ Слега. ■ [Фатих] тейәгән бесәнен баҫырау менән ҡыҫып тартты ла, тунын йөк өҫтөнә ырғытып, күк бейәне етәкләп, оло юлға китте. Б. Ишемғол. Ялп-йолп иткән йыртҡыс ҡолап китте, түбәнләскә табан тәгәрәп барып, баҫырау йыуанлығы ағасты һындырҙы. Н. Мусин.
2. диал. ҡар. урҙа 1.
БАҪЫРАУЛАУ (баҫыраула-) (Р: стягивать; И.: appliance to tighten haystacks; T.: sıkmak) ҡ.
151