БАҪЫМ
артҡан, ә арматура ысынлап та ярылған, алмаштырырға кәрәк. Р. Солтангәрәев.
2. лингв. Һүҙҙәге бер ижектең тауыш менән айырылыуы һәм шулай уҡ, шундай айырылыуҙы күрһәтеп, хәреф өҫтөнә ҡуйылған билдә. □ Ударение. Баҫым ҡуйыу. Һәр ижеккә баҫым яһап уҡыу. ■ [Бибинур] йәнә, һәр ижеккә баҫым яһап, ҡабатланы: «Ә һин бә-хет-ле бул!.. Кем һиңә ҡа-ма-сау-лай?..» Д. Бүләков.
3. Логик әһәмиәтлеген айырып әйтеү маҡсатында һөйләмдәге бер һүҙҙең тауыш көсө менән айырылыуы. □ Логическое ударение. Ритмик баҫым. Фраза баҫымы.
4. кусм. Кешенең көсөн, ихтыярын баҫыу өсөн яһалған тышҡы тәьҫир; ҡыҫым. □ Давление, нажим. ■ Аҡтыҡҡы һулышына тиклем һуғыша [Йәрмәт], ахырҙа кумәк көстөң баҫымы аҫтында ҡарыуы ҡайтып ергә йығыла. Хикәйәттән. Бөгөнгө төндөң ғәҙәттән тыш кисерештәре, ҡатмарлы уйҙары баҫымында етди һәм утә баҫалҡы кеше булып өлгөргән Байрас, ирҙәрсә сабыр, ауыр атлап, тургә уҙҙы. 3. Биишева.
БАҪЫМ II (Р.: порция; И.: portion; Т.: porsiyon) и.
Бер тапҡыр баҫырлыҡ күләм (балсыҡ, он һ. б.). □ Порция. Бер баҫым балсыҡ. ■ Атайым, Дәуләтгәрәйҙең атаһына ике баҫым тиҙәк һуғырға булып, миңә ҡыҙыл бәздән бишмәт тектерҙе. Ғ. Ғүмәр.
БАҪЫМ III: ҠАН БАҪЫМЫ (Р: давление крови; И.: blood pressure; T.: kan basıncı) и. мед.
Ҡандың ҡан тамырына яһаған баҫым көсө. □ Давление крови. Ҡан баҫымы юғары булыу. Ҡан баҫымы кутәрелгән.
Б АҪЫМ Л АП ЯУЫУ (баҫымлап яу-) (Р: идти продолжительное время; И.: be raining; T.: yağmur yağmak) ҡ.
Оҙаҡ яуыу (ямғырға ҡарата). □ Идти продолжительное время (о дожде). Бөгөн ямғыр баҫымлап яуып тик тора.
БАҪЫМСАҠ I (Р: смирный; И.: meek; T.: uslu) с.
Өнһөҙ, ҡыйыуһыҙ; йыуаш. □ Смирный, кроткий, безответный, безропотный; забитый. ■ Бәхетенә, крәҫтиән хеҙмәтен яҡшы белгән, баҫымсаҡ холоҡло, тос беләкле батрагы бар. Ә. Хәкимов. Йәнә бер нәмәһен табырҙар, баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр тигәндәй, һиңә булһа, көстәре етә торған.
3. Ураҡсин. • Баҫымсаҡты баҫалар. Әйтем.
БАҪЫМСАҠ II (баҫымсағы) (Р: пчела-воровка; И.: robber bee; T.: hırsız arı) и. диал.
Бур ҡорт. □ Пчела-воровка. Баҫымсаҡтар әҙер балға йыйылған. Баҫымсаҡтарҙы ҡыуырға кәрәк.
БАҪЫМСАҠЛАУ (баҫымсаҡла-) (Р: притеснять; И.: harass; T.: incitmek) ҡ.
Баҫымсаҡ итеп ҡыйырһытыу, ситләтеү. □ Обижать кого-то, распоряжаться, помыкать кем-то. // Распоряжение, помыкание. ■ Был эшкә йорт вәкилдәренән дә бер нисә кешене йәлеп иттеләр, приказчик Жирников та уҙ кешеләре менән бергә саҡыртылды, хатта баярҙың да киләсәге хаҡында һуҙ таратып ебәрҙе, ул да уҙенә курә баҫымсаҡлау сараһы ине. 3. Ураҡсин.
БАҪЫМТА (Р: ответный набег; И.: reciprocal raid; T.: baskın) и. map.
1. Барымтаға яуап итеп яһалған сапҡын; ҡарымта. □ Ответный набег. ■ Ирмен тигән ир кеше барымтаға баҫымтаны төбөн белмәй башламаҫ. Ҡобайырҙан.
2. ҡар. барымта.
БАҪЫМҺЫҘ (Р: безударный; И.: unstressed; T.: vurgusuz) с. лингв.
Баҫым төшмәгән, баҫымы булмаған һуҙынҡы өндәр йәки ижек. □ Безударный. Баҫымһыҙ һуҙынҡы. Баҫымһыҙ ижек.
БАҪЫМ ЯҺАУ (баҫым яһа-) (Р: делать ударение; И.: to accent; T.: vurgulamak) ҡ.
Ниндәйҙер һүҙҙе, фекерҙе айырым интонация менән әйтеү. □ Делать ударение, акцент; акцентировать. // Ударение, акцент. ■ Бай шәкерттәрҙән көлә-көлә, Дим буйы башҡорттары һымаҡ [ҫ] өнөнә ныҡлы баҫым яһап, уҙе сығарған шиғырҙы һамаҡланы. Я. Хамматов. Батыршин да шул яҡҡа баҫым яһаны бюрола. Д. Бүләков.
150