БАҪЫМ
баҫтырғандар, военком уның ҡулын ҡыҫҡан. Ә. Хәкимов. Иртәнсәк, эш башланмаҫ элек ук, тоҙ тауы итәгендәге торлаҡтарҙа ығы-зығы ҡупты, штрафсыларҙы ла, көнлөксөләрҙе лә сығарып баҫтырҙылар, исемдәрҙе барлау башланды. 3. Ураҡсин. Мәскәй, йылмая биреп, Ҡуҙыйкурпәсте йөҙө менән таҡтаға ҡарата баҫтырып ҡуя, шунан уның алдына баҡыр табаҡҡа таҙа һыу тултырып ултырта, уҙе өс тапҡыр тирәләй әйләнә һәм, ҡулдарын юғары кутәреп, ниндәйҙер аңлайышһыҙ һуҙҙәр әйтә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
5. Көс, ҡорал ярҙамында туҡтатыу (ку-мәкхәрәкәтте). □ Подавлять, усмирять. Боланы баҫтырыу. Инҡилабты баҫтырыу.
♦ Ҡойроҡҡа баҫтырыу ҡар. ҡойроҡ.
БАҪТЫРЫУ II (баҫтыр-) (Р.: гнаться;
И.: pursue; T.: kovalamak) ҡ.
Арттан ҡыуыу, эҙәрләү (кешене, йәнлекте). □ Гнаться, преследовать; травить. // Гонение, преследование. Баҫтырып барыу. Баҫтырып тотоу. ■ Аҡ ҡуянҡайҙарҙы, ай, ҡасырҙым, аҡбуҙ атҡай менән баҫтырҙым. Халыҡ йырынан.
БАҪТЫРЫУ III (баҫтыр ) (Р: посадить домашних птиц насиживать птенцов; И.: put fowl to hatch; T.: kuluçkaya oturmak) ҡ. диал.
Йорт ҡоштарын себеш (бәпкә) сығарырға ултыртыу. □ Посадить домашних птиц насиживать птенцов. Яҙ көнө тауыҡтарҙы себеш баҫтырырға ултырталар.
БАҪТЫРЫШ (Р: догонялки; И.: tag; Т.: el bende) и.
Әбәк уйыны. □ Салки, догонялки (игра). ■ Шунда, йылғаға һыймаҫтай булып, шар ҙа шор килгән тиңдәштәрең менән бер-береңә һыу сәсрәтешеп, баҫтырыш уйнап, теге тубәнге ос Кәлей ағай кеуек моряк булам тип «дер» ҡалтырағансы йөҙ ине... «Йәшлек», 15 июнь 2010.
БАҪТЫРЫШЫУ (баҫтырыш-) ҡ. урт. ҡар. баҫтырыу II. взаимн. от баҫтырыу II. Баҫтырышып уйнау.
БАҪЫҠ с. диал. ҡар. баҫалҡы.
БАҪЫЛЫУ I (баҫыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. баҫыу I. страд, от баҫыу I. Баҫылған китап. ■ Гәзиттә баҫылып та сыҡҡан мәҡәләнең уға ҡаршы кампания башланыуҙың тәуге сәләме икәнлекте яҡшы аңлай Арынбаҫаров. Д. Бүләков. • Хәсрәт уҙе баҫылһа ла, моңо ҡалыр. Мәҡәл.
2. Осоп, туҙып тормаҫлыҡ хәлгә килеү.
□ Оседать. Саң баҫылды. Баҫылған ҡар.
3. Ниҙеңдер көс, хәрәкәте кәмеү, әҙәйеү.
□ Затихать, стихать, утихать. Тауыш баҫылды. һуғыш баҫылды. Буран баҫылды. ■ Фронт яҡынлығын хәбәр итеп, һауала дошман са-молёттары геуләй, ара-тирә аҙашҡан снарядтар төшөп шартлай, аяуһыҙ атыш тауышы бер баҫыла бирә, бер тағы көсәйеп китә. Ә. Хәкимов. Ана, бәләкәй посёлокта тауыш-тын да баҫылған төҫлө. Тик арғы яҡта нефтепарктың ҙур факелы ғына ялпылдай. Р. Солтангәрәев. Буран баҫылды, иренеп кенә һирәк-мирәк ҡар бөртөктәре төшкөләй. Н. Мусин. Аҙаҡ, бола баҫылғас, шул эштәре өсөн ауыл халҡын урынынан ҡыуып ебәрәләр. Р. Солтангәрәев. [Синцов:] Шау-шыу баҫылғансы, Иҙел башы яғындағы мәмерйәлә йәшәмәйекме? Д. Бүләков.
4. Тыныс хәлгә килеү; тынысланыу.
□ Успокаиваться. // Спокойствие. Куңел баҫылды. ■ Аҙна утеугә йәрәхәте бөтәшеугә ыңғайлап, һыҙлауы баҫылһа ла, миктәгән тәне һаман ялға туймай. Ә. Хәкимов. Далдең бөтә хафалары таралып киткәндәй булды, кукрәгенә йылы инеп, йөрәк сәнсеуҙәре баҫылды. 3. Ураҡсин. Бөҙрә Фәтҡулланың йомоҡлоғона, дорфа ҡылығына һаман асыуы баҫылмағайны уның. Р. Солтангәрәев. • Йыр йырламай куңел баҫылмай. Әйтем.
5. диал. ҡар. ауырайыу 4. Баҫылып торам, ямғыр яуыр, ахыры.
БАҪЫЛЫУ II (баҫыл-) ҡ. ҡар. баҫлығыу. Баҫылып йоҡлап ятыу.
БАҪЫМ I (Р: давление; И.: pressure; T: basınç) и.
1. физ. Газ һәм шыйыҡлыҡтың баҫыу һәм ян-яҡҡа әтеү көсө. □ Давление. Атмосфера баҫымы. Газ баҫымы. Һауа баҫымы. Һыу баҫымы. ■ [Рая:] Курәһең, баҫым ныҡ
149