Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 148 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪТЫРМА
БАҪТЫРМА I (Р.: гнёт из нескольких ветвей для стога; И.: weight for haystack; T.: baskı) и. диал.
Кәбән башына саталап бәйләп һалына торған сыбыҡ, ағас. □ Гнёт из нескольких ветвей для стога. Бесән башын баҫтырма менән нығытып ҡуйҙылар.
БАҪТЫРМА II (Р: место под сено; И.: place to store hay; T: saman yeri) и. диал.
Бесән урыны. □ Место под сено. Баҫтырма әҙерләү.
БАҪТЫРМА III (Р: бастурма; И.: basturma (a kind of cured meat); T.: yemek türü) и.
Баҫып киптереп эшкәртелгән ит. □ Бастурма (вяленая вырезка из говяжьего мяса).
БАҪТЫРТЫУ (баҫтырт-) ҡ. йөкм. ҡар. баҫтырыу I, II. понуд. от баҫтырыу I, IL
БАҪТЫРЫҠ (баҫтырығы) и. диал. ҡар. башағас 1. ■ Сөләймән ҡарт арҡанды сискәс, Фатима һөйән баҫтырыҡты алып ергә ырғытты. Ғ. Хәйри. Шунан Хәсән батыр ҡарттың баҫтырыҡтай һаҡалын иңбашына һалып, үҙен бәләкәй балалай ҡулынан етәкләп, шишмәнең башын табырға алып китте, ти. Әкиәттән. • Ер баҫтырығы — тау, тау баҫтырығы — таш, ил баҫтырығы — баш. Мәҡәл.
БАҪТЫРЫҠЛАУ I (баҫтырыҡла-) (Р: ходить по пятам; И.: follow on smb’s heels; T.: birini adım adım izlemek) ҡ. диал.
1. Артынан йөрөү. □ Ходить по пятам. Баҫтырыҡлап йөрөү.
2. Тегеләй былай ҡыуып баҫтырыу. □ Гнать. // Гонение. Һыйырҙы баҫтырыҡлап ҡыуыу.
БАҪТЫРЫҠЛАУ II (баҫтырыҡла-) ҡ. диал.
1. ҡар. башағаслау.
2. ҡар. баҫыраулау.
БАҪТЫРЫҠЛАУ III (Р: одобрять; И.: approve; T: takdir etmek) ҡ. диал.
Йөпләү, нығытыу (хәбәрҙе). □ Одобрять. // Одобрение. ■ һин хәҙер гражданкала түгел, бынан былай бисәләрсә самаһыҙ хәбәр һөйләү ғәҙәтеңде ташла, — тине
майор, урынынан тороп һәм, тауышын күтәрә төшөп, үҙ һүҙенең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр баҫтырыҡлап ҡуйҙы: «Һалдат икәнеңде онотма, иптәш һалдат! Ултыр!» Н. Мусин.
БАҪТЫРЫЛЫУ (баҫтырыл ) ҡ. төш. ҡар. баҫтырыу I. страд, от баҫтырыу I, II. ■ Ихтилал баҫтырылғас, күпме халыҡты ҡырып, күпме ауылдарҙы яндырып, урынына үлән дә үҫмәҫлек итеп тоҙ һибеп киткәндәр батша ғәскәрҙәре. Р. Солтангәрәев.
БАҪТЫРЫУ I (баҫтыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. баҫыу I. понуд. от баҫыу I. Мәҡәлә баҫтырыу. Мисәт баҫтырыу. ■ Отставкаға сыҡҡандан бирле мин йәшәү сығанағын үҙемдең тәржемәләремде, проза һәм шиғри әҫәрҙәремде баҫтырыу юлы менән табам. М. Өмөтбаев. Бындай кешене, нисек кенә итһә лә, Зөләйха яңғыҙы дөрөҫ юлға баҫтыра алмаясаҡ. Н. Мусин. Баяғы әбей ҙә урынынан торҙо. Төйөнсөктәре араһынан өр-яңы быйма тартып сығарҙы. — Киленемә тип баҫтырғайным, кейһен. Р. Солтангәрәев. • Астан ҡаҙан аҫтырма, туҡтан туҡмас баҫтырма. Мәҡәл.
2. Аяҡ өҫтө ҡуйыу, аяҡ үрә торғоҙоу. □ Поставить на ноги. Иҙәнгә баҫтырыу. Мендереп баҫтырыу. ■ Малай менән ҡыҙ йәнә роботты ҡул-аяғынан эләктереп коридорға сығарҙы, аяғына баҫтырҙы. Н. Ғәйетбаев. Хәмит уны бала кеүек итеп күтәреп алып өй тупһаларына илтеп баҫтырҙы. 3. Биишева. Типкеләп аяғүрә баҫтырғас, немецтарҙың береһе уның күкрәгенә автоматын тоҫҡағайны инде. Ә. Хәкимов.
3. Тояҡлы нәмәне тояғына, оҙонса һәм башҡа нәмәне вертикаль хәлгә ҡуйыу. □ Ставить, поставить на ножки. Бағананы баҫтырып ҡуйыу. ■ Бер терәүе серек булып сыҡҡан «Өс таған»ды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. М. Кәрим.
4. Ниндәйҙер бер урынға ҡуйыу; урынлаштырыу. □ Ставить, поставить на определённое место. Сиратҡа баҫтырыу. ■ Ауылдаштары, геү килеп, ҡул сабып, Ирназарҙың әсәһен, тәү күргәндәй, сәхнәгә мендереп
148