БАҪТЫРҒЫС
БАҪМАЛАТЫУ II (баҫмалат-) ҡ. йөкм. ҡар. баҫмалау II. понуд. от баҫмалау II.
БАҪМАЛАТЫУ III (баҫмалат-) (Р.: преследовать; И.: pursue; T.: kovalamak) к.
1. Арттан ҡалмай ҡыҫырыҡлау. □ Преследовать. • Баҫымсаҡты баҫмалатҡан куп булыр. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. баҫымсаҡлау.
БАҪМАЛАУ I (баҫмала-) (Р.: делить;
И.: divide into leas; T.: basmaya ayırmak) ҡ.
1. Епте баҫмаға һалыу. □ Делить, разделять на пасмы (моток пряжи). Епте баҫмалап ҡуйыу.
2. Туҡымаға биҙәк баҫыу. □ Набивать (узор на ткани). // Набойка. Келәмгә биҙәк баҫмалау.
БАҪМАЛАУ II (баҫмала-) (Р: идти следом; И.: follow close(ly); T.: arkasından yürümek) ҡ. диал.
Артынан килеү. □ Идти следом. // Ход. Кыҙыҡ бит, бала-саға шуға баҫмалай.
БАҪМАЛЫ I с. ҡар. баҫҡыслы.
БАҪМАЛЫ II (Р: мглистый; И.: hazy; T.: sisli) с. диал.
Күкһелләнеп торған (һауаға ҡарата). □ Мглистый. Көн баҫмалы булып китһә, көн монары төшкән тиҙәр.
БАҪМАЛЫ ЕП (ебе) (Р: пасмовая пряжа; И.: kind of yarn; T: ip türü) u.
Ун әйтемдән (терһәккә йәки тубыҡҡа 30—40 урауҙан) торған аяҡлы еп. □ Пасмовая пряжа. ■ Әсәһе [Нәфисәгә] бер баҫма еп менән ике бишәр тинлек баҡыр аҡса бирҙе. И. Көҫәпҡол.
БАҪМАНСЫЛЫҠҠА БАРЫУ (баҫ-мансылыҡҡа бар-) (Р: стремиться оккупировать; И.: strive to seize; T.: işgal etmeye çalışmak) ҡ. диал.
Баҫып алырға ынтылыу. □ Стремиться оккупировать. Каҙаҡтар башҡорттарға ҡарата баҙмансылыҡҡа барғандар.
БАҪМАСЫ I (Р: басмач; И.: basmatch; T.: basmacı) и. тар.
Урта Азияла совет власына ҡаршы күтәрелгән милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. □ Басмач. Баҫмасы төркөмдәре.
■ Үҙ-ара талашыу, ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында Урта Азияла баҫмасылар хәрәкәте юҡҡа сыға. «Башҡортостан панорамаһы», № 3, 2010.
БАҪМАСЫ II (Р: печатник; И.: printer; T.: basmacı) и.
Китап баҫыу һәнәрен үҙләштергән белгес. □ Печатник. Баҫмасы булып эшләу. Баҫмасыға уҡыу.
БАҪМА ТАБАҠ (табағы) (Р: печатный лист; И.: printer’s sheet; T.: kâğıt tabakası) и.
Китаптың күләмен үлсәү берәмеге.
□ Печатный лист. Ун баҫма табаҡ ҡулъяҙма тапшырырға кәрәк.
БАҪМАХАНА (Р: типография; И.: print shop; T.: basımevi) и.
Китап, гәзит-журнал баҫҡан ойошма.
□ Типография. Баҫмахана эштәре. ■ Заманында баҫмахана һәм китаптар аҙ булғанлыҡтан, китаптар булдырыу өсөн куп ижтиһад һәм малдар сарыф итте, тиҙәр. «Ағиҙел», № 9, 2010.
БАҪМА ХӘРЕФ (Р.: печатная буква; И.: block letter; T.: büyük matbaa harfleri) и.
Компьютер йәки баҫыу машинаһында баҫылған хәреф. □ Печатная буква. Баҫма хәрефтәр менән яҙылған. ■ Унда [ҡағыҙҙа] эре баҫма хәрефтәр менән «йоҡо сулмәге» тип яҙылғайны. Ә. Хәкимов.
БАҪМА ЯМҒЫР (Р: продолжительный дождь; И.: drizzling rain; T.: çiseleyen yağmur) и. диал.
Оҙаҡ һибәләп яуған ямғыр. □ Продолжительный, моросящий дождь. Көнө буйы яуған баҫма ямғыр кискә табан тынып ҡалды.
БАҪТЫҒЫУ (баҫтыҡ-) ҡ. диал. ҡар. баҫлығыу.
БАҪТЫРҒЫС I [фарс. ‘тоташ-
тырыусы’] (Р: клин-закрепитель; И.: fixing wedge; T.: tırpan fiksatörü) и. диал.
Салғы шынаһы. □ Клин-закрепитель {у косы). Ағас баҫтырғыс. Тимер баҫтырғыс.
БАҪТЫРҒЫС II и. диал. ҡар. түбәсәй.
147