Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 146 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪМА
ҡараным, уларҙың ысынбарлыҡҡа тап килгәненә тамам инандым. 3. Ураҡсин.
БАҪМА III (Р.: издание; И.: print; T.: basım) и.
1. Нәшриәттән сыҡҡан әҫәр. □ Издание. Академик баҫма. Ҡитаптың икенсе баҫмаһы. Әҙәби баҫма. ■ Фәрит дуҫым менән беҙ бындай оригиналь баҫмаларҙы дауам итергә хыяллана инек. Р. Шәкүр. Ғәрәпсә баҫмаларҙы еңел уҡығанлыҡтан, ул [Азат] иҫке төрки телендәге байтаҡ китаптарҙы уҡыны, «Ҡөрьән һәм уның тәпсирҙәре»н ҡараштырҙы, хатта улар араһында иҫке төрки теленә тәржемә ителгән «Ҡөрьән-Кәримде», «Тарихул-әнбиә»не тапты. Т. Ғарипова.
2. Баҫыу процесы. □ Печатание, печать; тиснение; издание книги, издательство (как процесс). Баҫмаға биреу. Баҫмаға алдылар.
БАҪМАIV (Р: печать; И.: seal; T.: mühür) и. тар.
Татар-монгол иҙеүе дәүерендә урҙа ханының һүрәте баҫылып, ышаныс билдәһе булып йөрөгән металл пластинка йәки мисәт. □ Металлическая пластинка или печать с изображением хана Золотой орды. Хан баҫмаһы.
БАҪМА V (Р: пасмо; И.: lea; T: çile) и.
Киндер һуҡҡанда еп үлсәү берәмеге (утыҙ һабаҡтан тора). □ Пасмо; пасма. ■ Ҡоҙағыйҙың кулдәгенә һигеҙ баҫма еп киткән. Туй йырынан.
БАҪМА VI и. ҡар. басма II. Сәсте баҫма менән буяу.
БАҪМА VII (Р: пятно; И.: blot; T: leke) и.
Төрткө. □ Пятно. Әйбере баҫма-баҫма ғына сыбар. Баҫма сыбар ҡолон.
БАҪМА БИҘӘК (биҙәге) (Р: набойка; И.: printed cloth; T: basma) и.
Туҡымаға баҫым ысулы менән төшөрөлгән биҙәк. □ Набойка (узор на ткани, нанесённый тиснением). Баҫма биҙәкле кул-дэк.
БАҪМАҠ I (баҫмағы) (Р: клавиша; И.: key; T: tuş) и.
1. муз. Музыка ҡоралының бармаҡ менән баҫып тауыш сығара торған пластинкаһы. □ Клавиша. Рояль баҫмағы. ■ Гармунсы етеҙ бармаҡтары менән.. гармунының баҫмаҡтарын барлап сыҡты. К. Мәргән.
2. Төрлө механизмдың (яҙыу машинкаһының, телефон аппаратының һ. б.) бармаҡ менән баҫып эшләтә торған рычаг башы. □ Клавиша. Ҡомпьютер баҫмағы. Телефон баҫмағы.
БАҪМАҠ II (баҫмағы) (Р: лестница; И.: steps; T: merdiven) и. диал.
1. ҡар. баҫма I, 1,2. Йылға аша баҫмаҡ һалғандар.
2. Баҫҡыс. □ Лестница. Баҫмаҡҡа кутә-релеу.
3. Күтәрмә. □ Крыльцо. Өйөгөҙҙөң баҫмағы бигерәк бейек.
БАҪМАҠ III (баҫмағы) и. ҡар. баҫҡыс II.
БАҪМАҠ IV (баҫмағы) (Р: западня; И.: bird snare; T: tuzak) и. диал.
Тоҙаҡ. □ Западня. Януар баҫмаҡҡа эләкте.
БАҪМАҠ V (баҫмағы) и. ҡар. баҫмасы I.
БАҪМАҠЛАУ (баҫмаҡла-) (Р.: утомлять; И.: tire; T: yormak) ҡ.
1. Кешенең теңкәһенә тейеп, йыш-йыш килеү. □ Утомлять, надоедать. // Утомление. Ҡурше беҙҙе баҫмаҡлап тик йөрөй.
2. диал. ҡар. баҫмалатыу III. ■ Ҡасып барған аҡтарҙы баҫмаҡлап, ауылға ҡыҙылдар килеп инде. Н. Мусин. Иҙеукәй ҡарап тормайса, баҫмалатып ҡалмайса, һис бер ниҙән ҡурҡмай. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
БАҪМАЛАТЫП (Р: следом; И.: immediately (after); T: arkasından)^.
Артынса. □ Следом. Мин уға ашыҡмай аҙағыраҡ килергә ҡушҡайным, ә ул баҫмалатып килеп тә еткән. ■ Ҡу к Ҡорт егеттәре дошманды баҫмалатып ҡыуалай, куптәрен йә һуйыл менән һуғып, йә ҡыл арҡан менән ҡороҡлап, аттарынан бәреп төшөрә. Ә. Хәкимов. Заман дауылы уларҙы дала ҡамғаҡтары кеуек баҫмалатып ҡыуа, аяуһыҙ эҙәрлекләй. Ә. Хәкимов.
БАҪМАЛАТЫУ I (баҫмалат-) ҡ. йөкм. ҡар. баҫмалау I. понуд. от баҫмалау I.
146