БАҪМА
1. Баҫҡысы булған. □ С лестницей, со стремянкой; снабжённый стремянкой. Баҫҡыслы веранда. Бейек баҫҡыслы йорт.
2. Киртләс. □ Ступенчатый. Баҫҡыслы пирамида. Баҫҡыслы ҡаялар.
3. Ниндәйҙер кимәлле, дәрәжәле. □ Ступенный. ■ Уҡытырға кәрәк малайҙы. Тәжрибәле уҡытыусылар ҡулында. Икенсе баҫҡыслы һәйбәт мәктәптә. Ә. Хәкимов.
БАҪЛЫҒЫУ (баҫлыҡ-) (Р.: испытывать во сне удушье; И.: have nightmares; T.: boğulmak) ҡ.
1. Йоҡлағанда тын ҡыҫылыу, ҡурҡыныс төш күреү. □ Испытывать во сне удушье, увидев страшный сон. // Удушье. ■ Биксән ағай .. торам тине — тора алманы. Өндәшергә итте — һүҙен әйтә алманы. Ул баҫлығып ятҡанын аңлай, уяна алмай ине. Р. Солтангәрәев. Һуңғы осорҙа йоҡоһо болара нишләптер: ятһа, һаташа, баҫлыға башлай. X. Тапаҡов. Үҙ тауышына үҙе уянып киткәс тә, баҫлығыуын ацлағас та зиһенен йыя алмай хитланды Ғәлимә. Т. Ғарипова.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса йоҡлағанда албаҫтының күкрәккә баҫыуынан тын ала алмау. □ Испытывать удушье во сне от действий злого духа Албасты. ■ Төндә күкрәккә албаҫты баҫһа, кеше баҫлыға. Башҡорт мифологияһынан.
БАҪЛЫҠТЫРҒЫС (Р: удушливый; И.: suffocating; T.: boğucu) с.
Тынды ҡыҫа торған, тынсыу. □ Удушливый. ■ Шунда уҡ, баҫлыҡтырғыс тынлыҡты боҙоп, автомат шатырҙап ҡуя. Ә. Хәкимов.
БАҪЛЫҠТЫРЫУ (баҫлыҡтыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. баҫлығыу, понуд. от баҫлығыу.
2. эйһ. ҡар. баҫлығыу. Йоҡоға китһәм, баҫлыҡтыра.
БАҪМА I (Р: ступень; И.: foot bridge ; T: basamak) и.
1. Баҫҡыстың бер өлөшө. □ Ступень, ступенька (крыльца). Болдор баҫмаһы. Баҫҡыс баҫмаһы.
2. Йылға, соҡор аша йәйәүле кеше өсөн эшләнгән тар ҡоролма. □ Мостик, мост
ки через реку, ручей, овраг и т. п. Баҫманан сығыу. ■ Һыу арҡыры баҫма һалдым тал-тирәктәр буйынан. Халыҡ йырынан. Рая әйткәнсә эшләнеләр: оҙон тимер торбалар алып, йылғаның тарыраҡ урынынан аша баҫма һалдылар ҙа, шунан сыҡтылар. Р. Солтангәрәев.
3. Кеше юлына буйлатып һалынған таҡта. □ Мостик, мостки. Өйҙәр алдында ағас баҫма һалынған. ■ Тротуар урынына ике яҡлап таҡтанан баҫма һалынған. Яр. Вәлиев.
4. Һыу ситенә кер сайҡау, кәмә туҡтау һ. б. өсөн бейек итеп ағастан эшләнгән майҙансыҡ. □ Мостки на берегу реки или озера; дебаркадер. Баҫма буйлап кәмәгә төшөү. ■ [Васильев] арҡаһына ауыр тоҡ күтәреп, һығылмалы баҫма өҫтөндә сайҡала-сай-ҡала пароходҡа менеп барыусы кеше һынына әүерелә. Ә. Хәкимов. Баҫмаларға баҫып һыуҙар алдың сылтырап та аҡҡан һыуҙарҙан. Халыҡ йырынан.
5. Таҡта майҙансыҡ. □ Помост. ■ Ике көн үтеүгә, ҡунаҡтар хан һарайы алдында ҡоролған бейек баҫмаға саҡырылды. Ә. Хәкимов.
6. Төҙөлөш эше өсөн стена буйлатып таҡтанан эшләнгән һикәлтә. □ Помост, стеллаж на строительстве. Төҙөлөш баҫмалары.
7. миф. Мифлаштырылған предмет (башҡорт халҡының ышаныуҙары буйынса, һыу эйәләре баҫмаларға сыға. Уларҙы борсомаҫ өсөн алдан иҫкәртеп ым-ишара яһарға кәрәк). □ Мостик; мифологизированный предмет (по представлениям башкир, духи воды выходят на мостики, берега рек, чтобы их не потревожить, надо давать предупредительные знаки). ■ Баҫманан сыҡҡанда өс тапҡыр тамаҡ ҡырырға кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
БАҪМА II (Р: печатный; И.: print; Т: basım) с.
Типографик ысул менән яҙылған; ташҡа баҫҡан. □ Печатный. Баҫма хәреф. ■ Башта уҡ яугир һөйләгәндәрҙе баҫма әҙәбиәттә сыҡҡан мәғлүмәттәр менән сағыштырып
145