Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II. 144 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҪҠЫНСЫ
булып, ҡыуаҡлыҡҡа ташланырға тейеш. М. Ямалетдинов.
БАҪҠЫНСЫ (Р.: грабитель; И.: robber; T.: soyguncu) и.
Баҫҡында ҡатнашыусы, баҫып алыусы. □ Грабитель, налётчик; разбойник. ■ «Туҡта, ҡәбәхәт!» — тип артынан ташланған Тәбәйгә ҡырҡма мылтыҡтан ике тапҡыр ут сәсте лә баҫҡынсы, ҡараңғыға инеп юғалды. Ә. Хәкимов. [Хан:] Беҙгә баҫҡынсыларҙан һаҡланыу өсөн ҡорал кәрәк. Н. Мусин.
Б АҪҠЫНСЫ Л ЫҠ (баҫҡынсылығы) (Р.: грабёж; И.: robbery; T.: soygunculuk) и.
1. Баҫып алыу, талау. □ Грабёж, ограбление, грабительство. Баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнеу. Баҫҡынсылыҡҡа төшөрөу.
2. Баҫып алыу сәйәсәте. □ Захватничество, агрессия. ■ Талауға, баҫҡынсылыҡҡа нигеҙләнгән сәйәсәт бер ерҙә отһа, биш ерҙә отола. Ә. Хәкимов.
БАҪҠЫС I (Р: лестница; И.: stairs; T.: merdiven) и.
1. Менеү, төшөү өсөн араталы йәки киртләсле итеп эшләнгән ҡоролма. □ Лестница; стремянка. Ағас баҫҡыс. Матур баҫҡыс. Яр баҫҡысы. ■ Емештең иғтибарын бигерәк тә кутәрмәнең тубәнге баҫҡысында иҫ киткес матур таш ҡурсаҡты ебәк юрғанға төрөп, бәпес итеп уйнатып ултырған Алтынбикә уҙенә ылыҡтыра. 3. Биишева.
2. кусм. Ниҙеңдер үҫешендәге билдәле бер кимәл. □ Степень, ступень, стадия; период; разряд; фаза. Тормош баҫҡыстары. ■ Ысынлап та, повеста был образдың артабан фәлсәфәуи ҡарашына баҫым яһала: ғумергә ҡауышмаҫ ике ярҙы тоташтырыусы ла, өҙөлөр юлды ялғаусы ла — купер; моратыңа еткергән йәки арҡыры төшкән дә — шул уҡ купер, йәғни купер — ул һикәлтәле яҙмыш, тормош баҫҡыстары, ҡайһы саҡ романтик, хатта трагик боролоштар!.. Р. Байымов. Халыҡ ижадының ошолай яңы баҫҡысҡа кутәрелеуе, киң ҡолас алыуы, уға иғтибарҙың көсәйеуе менән бер рәттән, шул уҡ дәрәжәлә уның профессиональ йәһәттән дә юғары кимәлдә тороуына өлгәшеу
хәстәрлеген көсәйтеу мәсьәләһен килтереп тыуҙыра. 3. Нурғәлин.
3. Ниҙеңдер ҡоролош тәртибендәге бер кимәл. □ С порядк. числ. (определённой) ступени. Икенсе баҫҡыс мәктәп. ■ Бындағы лавканың һатыусыһы, беренсе баҫҡыс мәктәп мөдире һәм дә минең курше ветеринар — ситтән килеп ултыраҡлаған заттар. Ә. Хәкимов.
4. кусм. Музыкалағы тауыш рәтенең, гамманың бер өнө. □ Нота. Юғары баҫҡыс алыу. Ҡурайҙа етенсе баҫҡыс тауыш [си] бар икәне иҫбат ителгән.
БАҪҠЫС II (Р: заглушка; И.: plug; T.: semaver kapağı) и. диал.
Түбәсәй. □ Заглушка (у самовара). Самауыр баҫҡысы.
БАҪҠЫС-БАҪҠЫС (Р: ступенчатый; И.: stepped; T: basamaklı) с.
Баҫҡыслы. □ Ступенчатый; расположенный уступами, ступеньками. Баҫҡыс-баҫҡыс булып тауҙар куренә.
БАҪҠЫСЛАНЫУ (баҫҡыслан-) ҡ. төш. ҡар. баҫҡыслау 1. страд, от баҫҡыслау 1. Баҫҡысланған кутәрмә. ■ Ҡара һөрөнкө йөҙлө, ҡара куҙле, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик етди ҡараш менән йөрөусе Ғәли яҡшы тун, һоро быйма, ҡолаҡлы бурек кейгән ине һәм ҡултыҡ аҫтына ситендә ҡара хәрефтәр баҫҡысланып төшкән дәфтәр ҡыҫтырғайны, ҡулына резина башлы ҡыҙыл ҡәләм тотҡайны. Ғ. Хәйри.
БАҪҠЫСЛАУ (баҫҡысла-) (Р: снабдить ступенькой; И.: make stepped; T.: merdiven yapmak) ҡ.
1. Баҫҡыслы (1) итеү. □ Снабдить ступенькой или лестницей; сделать ступени, уступы. Такта аласыҡ бейек итеп эшләнгән, ишеге баҫҡыслап ҡуйылған. ■ Бура ауыҙында — ҙур ғына таш. Ул баҫҡыслап эшләнгән. Ә. Вахитов.
2. Баҫҡыслап эшләү. □ Делать (сделать) ступенчатым. Баҫҡыслап сигеу.
БАҪҠЫСЛЫ (Р: с лестницей; И.: with steps; T: merdivenli) с.
144