БАҪҠЫН
БАҪАҠАЙ (Р.: ступенька; И.: step; T.: basamak) и. диал.
Баҫҡыс. □ Ступенька. Ағас баҫаҡай. Таш баҫаҡай. Баҫаҡайҙы йыуып алдым.
БАҪАЛҠА (Р.: спокойный характер; И.: reserved; T.: sakin) и.
Тыныс, һалҡын тәбиғәт, ҡылыҡ, характер. □ Спокойный, уравновешенный, сдержанный, скромный характер. ■ Баҫалҡаһы булмаһа, батыр яуҙа еңә алмай. Ҡобайырҙан.
БАҪАЛҠАЛЫ с. ҡар. баҫалҡы. Баҫалҡалы кеше.
БАҪАЛҠЫ (Р: спокойный; И.: quiet; T.: sakin) с.
1. Тыныс, һалҡын тәбиғәтле; баҫалҡылы. □ Спокойный, уравновешенный; сдержанный. Баҫалҡы ғына холоҡло. ■ Конкрет һурәтләнгән ошондай ваҡиғалар үҙҙәре үк төп герой Йәғәфәрҙең ер кешеһенә хас баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта олпат һәм ныҡышмалы характерын ярайһы уҡ асып һала. Р. Байымов. Әсәйем баҫалҡы ғына яуап бирә: «Оҡшатмай әллә. Бынамын тигәнсе. Егет кеше лә инде ул». Н. Мусин.
2. Тыйнаҡ, инсафлы. □ Скромный, пристойный. Баҫалҡы ҡыҙ. Баҫалҡы булыр кәрәк. ■ Тормошта зарлана белмәгән, хәйләһеҙ, баҫалҡы, ғәҙел Хәйретдин тыныс ҡына мәңгелек йоҡоға китте. Я. Хамматов. Бибиөммөгөл, ысынлап та, ғәжәп баҫалҡы, яғымлы, сабыр, эшһөйәр кеше ине. Д. Бүләков.
3. Шым, әкрен. □ Тихий. ■ Һыуҙан ҡайтһа, биҙрәләрен иҙәнгә дыңғылдатып ултырта, ҡурала эш бөтөрөп йөрөгәндә, ҡыҙ баҫалҡы тауыш менән моңло итеп йырлай, сәбәпһеҙҙән көлөп ебәрә. Ә. Хәкимов.
БАҪАЛҠЫЛАНЫУ (баҫалҡылан-) (Р: становиться тихим; И.: become quiet; T.: yavaş olmak) ҡ.
Баҫалҡыға әйләнеү. □ Становиться тихим, спокойным. // Спокойствие. Холҡо баҫалҡыланған. Бигерәк баҫалҡыланып киткән. ■ Зифа иһә ҡапыл ғына йыуашайып, баҫалҡыланып ҡалғайны: күҙҙәрендәге шаталаҡ ут һүнгән, йөҙө ағарып, уйсанланып киткән, әйтерһең, әле генә бында ул түгел,
бөтөнләй икенсе бер еңел холоҡло ҡатын торған. Н. Мусин. Сажидә ҡапыл баҫалҡыланды, йыуашайҙы, сөм-ҡара күҙҙәрендәге шаталаҡ осҡондар һүнде, нәҙек ҡыйғас ҡашы тағы ла нығыраҡ дуғаланып, ҡарағусҡыл биттәрендә уйсанлыҡ һыҙаттары хасил булды. Д. Бүләков.
БАҪАЛҠЫЛЫҠ (баҫалҡылығы) (Р.: сдержанность; И.: composure; T: ölçülülük) и.
1. Баҫалҡы булыу сифаты, тыныслыҡ, тыйнаҡлыҡ. □ Сдержанность, уравновешенность. Баҫалҡылыҡ менән яуап биреү. ■ Тәү-ҙәге алабарман сабырһыҙлығы баҫыла бирҙе, һуғыш тураһында бер ҡатлыраҡ, еңел-елпе-рәк уйҙары юғалды. Һалҡын ҡанлылыҡ, баҫалҡылыҡ сифаттары һыҙатлана башланы. Ә. Хәкимов.
2. Тыйнаҡлыҡ, инсафлыҡ. □ Скромность; пристойность. Баҫалҡылыҡ кешене матурлай. ■ Тик үҙ тойғоңдо яп-яланғас ҡалдырып, шалтырауыҡлы һүҙҙәр менән асып һалыуҙы Юлдаштың яратмауын, баҫалҡылыҡты ғына хуплауын хәтерләп, аттестатты һүҙһеҙ генә йөрәгенә баҫты [Зарифа ]. 3. Биишева.
БАҪА ТОРҒАН ТАУЫҠ (тауығы) и. ҡар. баҫҡан тауыҡ. Себеш баҫа торған тауыҡ һатып алдыҡ.
БАҪҠАҠ (баҫҡағы) и. ҡар. басҡаҡ.
■ Суртмаҡ баҫҡаҡ шикелле ҡайһы бер уҫалыраҡтары күпләп тә умыра, хатта кеше аяғы баҫмаҫтай ышығыраҡ урынға хан исеме аҫтында үҙ малын туплай башлай. К. Мәргән.
БАҪҠАН ТАУЫҠ (тауығы) (Р: наседка; И.: sitting hen; T: kuluçka) и.
Себеш баҫып ултырған йәки себештәре булған тауыҡ. □ Наседка.
БАҪҠЫН (Р: нападение; И.: attack; T.: baskın) и.
Баҫып алыу, талау ниәте менән яһаған ҡораллы һөжүм. □ Нападение; налёт, набег. Баҫҡын яһау. ■ Ҡасаҡтар баҫҡын урынына яҡынлашыу менән Иҙелбай ҡыҙ кейемендә уларға ҡаршы килеп сығырға ла, ҡурҡҡан
143