БАСНЯ
Индигофера япрағы онтағы (сәс буяу өсөн). □ Басма (порошок из листов индигоферы для окрашивания волос). Басма менән сәс буяу.
БАСНЯ [рус.] и. ҡар. мәҫәл.
БАССЕЙН [рус. < фр. bassin ] (Р: бассейн; И.: swimming pool; T.: havuz) и.
1. спорт. Йөҙөү, һыу инеү өсөн йәки төрлө һынау үткәреү өсөн хеҙмәт иткән махсус яһалма күл һәм шундай яһалма күле булған ҡоролма. □ Бассейн. Бассейнға йөрөү. ■ Һәр кемгә лә йыл әйләнәһенә йылға-күлдәрҙә йөҙөү мөмкинлеге юҡ, шуның өсөн дә күпселек халыҡҡа бассейнға йөрөргә тура килә. «Ашҡаҙар», 11 декабрь 2010. Өс төрлө бассейн: береһендә — һалҡын, икенсеһендә — йылымса, өсөнсөһөндә ҡайнарыраҡ һыу. «Ағиҙел», № 4, 2010.
2. геогр. Йылға һәм уның ҡушылдыҡтары биләгән майҙан. □ Бассейн. Йылға бассейны. ■ Беҙҙең икенсе төп бурысыбыҙ — йылғаларҙың бассейндарын һаҡлаусы шарттар тыуҙырыу. Н. Мусин. Һәләүек бассейны — өс ҡаланың: Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауаттың үпкәһе. «Ағиҙел», № 10, 2010.
3. геол. Билдәле бер ҡаҙылма байлыҡтар ятҡан әлкә. □ Бассейн. Күмер бассейны. Тоҙ ятҡылығы бассейны. Тимер рудаһы бассейны.
4. астр. Эре метеорит бәрелеүе арҡаһында планеталар йөҙөндә барлыҡҡа килгән ҡулса формаһындағы батынҡы урын. □ Бассейн. Марстағы бассейндар.
БАСТИОН [рус. < фр. bastion] (Р.: бастион; И.: bastion; T.: tabya) и. хәрби.
Биш мөйөшләп эшләнгән хәрби нығытма. □ Бастион. ■ Ҡояш ҡып-ҡыҙыл шар булып офоҡ ситенә ҡалҡыуға, ҡәлғәнең беренсе бастионындағы иң ҙур туптан форштат яғына ҡараған көслө атыу тауышы яңғыраны. 3. Ураҡсин.
БАСТИТ (Р: пирожки мясные; И.: meat patty; T.: etli börek) и. диал.
Итле ваҡ бәлеш. □ Пирожки мясные. Ҡамырға ит ҡыҫтырып бастит бешереп алам.
БАСТРУК (бастругы) [рус. острог] (Р: острог; И.: prison; T.: hapis) и. иҫк.
Төрмә. □ Острог, тюрьма. ■ Юлай ҙа улы батыр Салауат баструкта ултыра — өйҙә юҡ. Халыҡ йырынан. Самсон бабай, әйт әле, Егор Николаевич теге ваҡытта ауҙарған өсөн минән шулай үс алдымы икән? Ниңә үҙемде баструкҡа оҙатманы икән? 3. Ураҡсин. Алдар батыр ҙа Себер ҡәлғәләрендә, баструктарында әллә күпме драгундар хеҙмәт итеүен онотмай. Н. Мусин.
БАСУДНИК [рус.] (Р: полка для посуды; И.: shelf for tableware; T: dolap) и. диал.
һауыт-һаба кәштәһе. □ Полка для посуды. Басудник яһап бир әле.
БАСЫМ с. диал. ҡар. йыуаш. Басым кешегә баҡа баш.
Б АСЫНЫУ (басын-) (Р: вышивать; И.: embroider; T: nakışla süslemek) ҡ. диал.
Әйбер сигеү. □ Вышивать. Басынып ултыра.
БАСТЫРЫҠ (бастырығы) и. диал. ҡар. баструк.
БАСЫР (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-дуванцев.
БАСЫУ (Р: молотьба; И.: threshing; Т: harman) и. диал.
Ашлыҡ һуғыу. □ Молотьба. Басыу эше башланды.
БАСЫУ БАУЫ и. диал. ҡар. ишек бауы.
БАҪА I [ҡыт.] (Р: посконь; И.: mail cannabis; T.: esrar) и. бот.
1. Яҡшы сүс бирә торған нәҙек һабаҡлы ата киндер. □ Посконь, замашка. Баҫа йолҡоу. Баҫа талҡыу.
2. Шул үҫемлектән алынған сүс. □ Посконина. Баҫа еп. Баҫа күлдәк. ■ Түңәрәккәй күлгә баҫа һалдым, булғандыр инде баҫаһы, инәкәй. Баҫаларын иләп һуға алмам, һыулауыңдан инде һыу алмам. Сеңләүҙән.
БАҪА II и. диал. ҡар. баҫмаҡ I. Гармун баҫалары эшләмәй.
142